Бөтә яңылыҡтар
Эй ултыра балыҡсы...
15 Декабрь 2020, 19:58

“Эшләйбеҙ ҙә, ял да итәбеҙ”

Өфө районының Шамонин ауылынан йәш балыҡсылар тәжрибә уртаҡлашты.

Сираттағы ял көнөн балыҡсылар һәр саҡ түҙемһеҙлек менән көтөп ала. Унан кемдер – йылға, кемдер – күл, быуа буйҙарына ашыға. Бер ялда мин дә таң беленер-беленмәҫтән яратҡан еремә – Дәүләкән районының матур тәбиғәт ҡосағында урынлашҡан быуаға килдем. Йөҙ саҡрымдан ашыу юл бер аҙ һыныҡтырған. Ҡармаҡтарҙы емләп һалдым да быуа өҫтөндәге хозурлыҡҡа хайран ҡалып ултырам. Һыуҙа ете аҡҡош балаһы ата-инәһе менән һәлмәк кенә йөҙөп йөрөй. Хистәр урғылып, ташып киткәндәй тойола ошондай ваҡыттарҙа. Ауырлыҡтар онотола, яҡты уйҙар солғанышында ләззәтләнәһең.
Бына ошондай кинәнесле мәлдә яныма машина менән ике егет килеп туҡтаны. Хәл-әхүәл һораштыҡ. Егеттәрҙең береһе – Хәйбулла яғында тыуып үҫеп, әле Өфө районының Шамонин ауылында йәшәгән Шәһит Күскилдин, ә юлдашы тыумышы менән Әбйәлилдән, хәҙер шулай уҡ Шамонинда торған Тимур Заманов икән.
Йөрөгән аяҡҡа йүрмә эләгә, ти халыҡ. Иптәштәрем ихласлығы, ябайлығы менән күңелде арбаны. Олпат кәүҙәле, тамыры ныҡлы имәндәй баҫып торған егеткә һорау бирергә ашыҡтым.


– Шәһит Сәлим улы, бында нисек килеп сыҡтығыҙ? Яҡын-ара ер түгел бит. Тимур Марс улы менән гел бергә йөрөйһөгөҙмө?

– Был быуаға тәүгә килеүебеҙ. Ошонда балыҡтың күплеге хаҡында ишетеп белә инек, тик сығырға форсат тиҙ генә табылманы. Тимур Марс улы менән бер ҡасабала йәшәгәс, был шөғөлгә әүәҫлеген дә белгәс, танышып алдым. Юлда яҡшы иптәш, ярҙамсыл, алсаҡ ул.
– Ҡарап торам да, һеҙ, ысынлап та, оҫта икәнһегеҙ. Балыҡсылыҡты ҡасан үҙ иттегеҙ?

– Минең бала сағым Хәйбулла райо­нының Вәзәм ауылында үтте. Тыуған төйәгемдәге йылғаның атамаһы ла – Вәзәм. Балыҡсы, һунарсы булып ките­үемдә атайым Сәлим Күскилдиндең өлөшө ҙур. Ул ошо шөғөлдәргә бик оҫта булды. Балыҡ тотоу үҙенсәлектәренә Ғәлимйән, Фәнил ағайҙарым да өйрәтте. Элгәре ҡармаҡ сыбыҡтары талдан була торғайны бит, шуларҙы әле лә һағынам. Әбеш урта мәктәбендә уҡыған осорҙа Һаҡмарға балыҡҡа йөрөнөм. Эй күп эләктерер инек табышты! Элек балыҡҡа бай ине шул йылға. Хәҙер иһә ныҡ һайыҡҡан, унда тереклек тә аҙ – йән әрнеткес хәл был...
– Ә Өфөгә нисек килеп сыҡтығыҙ?

– Сибай педагогия училищеһын тамам­лағас, М. Аҡмулла исемендәге БДПУ-ға уҡырға индем, унан Башҡортостан дәүләт аграр университетын, Башҡортостан дәү­ләт хеҙмәте һәм идара итеү акаде­мия­һын тамамланым. Ун ике йыл респуб­ликаның Урман хужалығы министрлы­ғында эшләнем. Хәҙер шәхси эшҡыуар­мын, Шамонинда машиналар йүнәтеү сервисы булдырҙым.
– Балыҡ тотоу йәйгеһен нығыраҡ оҡшаймы, әллә ҡышмы?

– Миңә ҡалһа, икеһендә лә күңелле. Йәй урманда йөрөргә лә яратам, һунарға әүәҫмен. Балыҡҡа килгәндә, күп осраҡта Урыҫ Юрмашы, Ағиҙел, Эҫем йылға­ларына, Ҡырмыҫҡалы, Дәүләкән районы күлдәренә йөрөргә яратам. Ҡалҡыуысҡа тотоу – иң яратҡаным, фидер ҡулланыуҙы ла инҡар итмәйем.
– Ә ғаилә хәлеңә килгәндә...

– Ҡатыным Ләйсән Мәүлит ҡыҙы менән өс ҡыҙ тәрбиәләйбеҙ. Ғаиләлә барыбыҙ ҙа тәбиғәтте ярата. Күберәк ялдарҙы бергәләп үткәрәбеҙ, төрлө сараларға йөрөргә тырышабыҙ. Әйткәндәй, быйыл һабантуйҙа көрәшеп һарыҡ алдым.

Мин Шәһит Сәлим улы менән әңгә­мәләшкән арала Тимур Марс улы байтаҡ балыҡ тотоп та өлгөрҙө. Ҡармаҡтарын иптәшенә тапшырып, минең янға килде.
– Шәп балыҡсы икәнһең, Тимур дуҫ! Ҡайҙа тоторға өйрәндең?

– Әбйәлилдә йылға-күлдәр бихисап бит инде. Бала сағым Әүнәш (халыҡ уны Йәнгел тип белә) буйында үтте. Рөстәм ағайым менән һыу буйына төшөп китә лә эре-эре сабаҡтар тотоп ҡайта инек. Унан тыш, ажау, опто, ҡормандар ҙа күп булды. Суртанды әйтеп тораһы ла юҡ. Ғәләмәт эреләре эләгә ине. Ҡайһы ваҡытта өлгөргәнбеҙ икән балыҡҡа йөрөргә, тип ғәжәпләнәм хәҙер. Класташтарым менән күмәкләп тә барыр инек.
Миңә бигерәк тә Атауҙы күленә йөрөү оҡшай торғайны. Унда бер заман балыҡ тотоу буйынса хужалыҡ ойоштор­ғай­нылар. Беҙ ни, малайҙар бит инде, шунда ла барып ҡыҫылабыҙ. Балыҡсылар һәр беребеҙгә өлөш сығара торғайны. Ҡыҙыҡ ине, әлбиттә. Әйткәндәй, олоғайған һайын балыҡ тотоу серҙәрен тәрәнерәк өйрәнге килә. Шулай ҙа барыбер ҡалҡыуыслы ҡармаҡ күңелгә яҡыныраҡ.
– Йыртҡыс балыҡтарға йөрөйһөң­дөр?

– Йылтырманың нескәлектәренә һуңлабыраҡ төшөндөм. Хәҙер көҙгә ҡарай йыртҡыс балыҡтарға йышыраҡ йөрөйөм.
– Атайың Марс Зиннәт улы балыҡҡа бара инеме?

– Юҡ, ул гел етәкселек эшендә йөрөгәс, ваҡыты бөтөнләй булманы. Әммә беҙ тотҡан балыҡҡа һоҡланып ҡарап ҡыуана ине. Беҙ табыш юллап Ҡыҙыл йылғаһына ла бара торғайныҡ. Күбеһенсә ажау, сабаҡ, суртан эләктерҙек. Табанды ҡалҡы­уысҡа тотоуҙан ҙур ләззәт кисерә инем.
– Һеҙ, әйтеүегеҙсә, үҙйөрөшлө ма­ши­наларҙың һәм башҡа төр техника­ның техник торошон күҙәтеү, тикшереү буйынса дәүләт инспекцияһында яуаплы вазифала эшләйһегеҙ. Тәбиғәткә сығырға ваҡытығыҙ ҡаламы һуң?

– Әлбиттә, ваҡыт тар. Шулай ҙа “юҡ” тип ултырһаң, бер ни ҙә килеп сыҡмай инде ул. Эшләйбеҙ ҙә, ял итергә лә форсат табабыҙ. Ғаиләмә рәхмәт. Ҡатыным Линара Булат ҡыҙы менән ике ҡыҙ үҫтерәбеҙ. Атай-әсәйемә ҙур рәхмәт. Балаларының барыһын да – дүрт ул һәм бер ҡыҙ – эшсән, ярҙамсыл, ихлас итеп тәрбиәләгәндәре өсөн.
– Әңгәмәгеҙ өсөн рәхмәт, дуҫтар. Тормошоғоҙҙа һәр яҡлап уңыштар юлдаш булһын!
Читайте нас: