Бөтә яңылыҡтар
Эй ултыра балыҡсы...
15 Декабрь 2020, 20:07

Тәжрибә һандығына

Йыртҡыс балыҡтарҙы ҡыш селбәрәгә тотоу – иң күңелле шөғөлдәрҙең береһе. Хәҙер магазиндарҙа ниндәй генә ҡармаҡ юҡ. Әммә яһалма, алдатҡыс емдәр тере балыҡ селбәрәһе менән барыбер ярыша алмай.

Йыртҡыс балыҡтарҙы ҡыш селбәрәгә тотоу – иң күңелле шөғөлдәрҙең береһе. Хәҙер магазиндарҙа ниндәй генә ҡармаҡ юҡ. Әммә яһалма, алдатҡыс емдәр тере балыҡ селбәрәһе менән барыбер ярыша алмай.


Был яҙмала һүҙебеҙ ҡарпытҡыс (жерлица) тураһында. Ҡыш боҙ аҫтынан йыртҡыс балыҡтарҙы тотоу өсөн иң ҡулай ҡорал ул. Төп ҡармаҡ ебенән (0,5 миллиметр ҡалынлыҡта), күсеп йөрөмәле батырғыстан, металдан эшләнгән 20 сантиметр оҙонлоҡтағы сымдан, ике йә өс асалы ырғаҡтан тора, алыҫтан күренһен өсөн ҡыҙыл йәки башҡа төҫлө сепрәк бәйләнелә. Балыҡ эләкһә, сигнал бирәсәк. Селбәрәне арҡа йөҙгөсөнөң аҫтынан эләктерегеҙ.


Ниндәй урындарға ҡуйырға була? Әгәр йылға-күл таныш түгел икән, һайҙан башлап тәрәнгә ҡарай урынлаштырырға кәрәк. Был эш менән боҙ тейешле ҡалынлыҡҡа еткәс кенә шөғөлләнергә була. Ошо осорҙа ротан шәп эләгә, шуның өсөн дә селбәрәгеҙҙе ярты метр ғына тәрәнлеккә төшөрөргә кәрәк. Шулай уҡ суртан, һыла, алабуға ла өҫтәрәк йөҙөүсән. Ҡайһы саҡта балыҡ бер нисә ҡарпытҡысҡа эләгә, бәғзеләренә йыртҡыстары бөтөнләй килмәй. Ниндәй хаталар күҙәтелә һуң?


1. Ҡаптырғыстар өсөн урын дөрөҫ һайланмаған.

2. Тәрәнлек тейешенсә түгел йәки селбәрәгеҙ аҫҡа төшөп ятҡан.


Селбәрәнең үтә бәләкәй, йә үлгән булыуы ла ихтимал. Тағы ла йыртҡыс балыҡтың ғәҙәтен белеү мотлаҡ. Мәҫәлән, суртан иң тәүҙә селбәрәнең уртаһынан ҡаба һәм, яйлап ҡына әйләндереп, башы яғынан йота. Шуның өсөн сигнал килгәс тә табышты алырға ашыҡмағыҙ, селбәрәне йотҡанын көтөгөҙ. Кәтүкте шәп өйөрөлтә башлаһа – ваҡыт.


Суртандың ҡомһоҙлоғон һәр балыҡсы яҡшы белә. Тештәре эскә ҡарап үҫкәс, табышы бик һирәк ҡотола. Ҡармаҡты ысҡындырып алыу өсөн махсус ҡыпһыуырҙар бар.


Ғөмүмән, беренсе боҙ аҫтынан эләктергән суртанығыҙ хәтерегеҙҙә оҙаҡ һаҡланыр. Был балыҡ ике-өс йәштә уҫал йыртҡысҡа әүерелә, беҙҙә һирәкләп булһа ла 15-20 килограмлыҡтар осрап ҡуя.
Читайте нас: