Бөтә яңылыҡтар
Эй ултыра балыҡсы...
15 Декабрь 2020, 20:05

Ҡыш шамбы тотоу

Яңы технологиялар заманында йәшәһәк тә, балыҡ тотоуҙағы боронғо ысулдар һаман онотолмаған. Улар тап шамбыға һунар иткәндә ярҙамға килә.

Яңы технологиялар заманында йәшәһәк тә, балыҡ тотоуҙағы боронғо ысулдар һаман онотолмаған. Улар тап шамбыға һунар иткәндә ярҙамға килә.


Ауыр батырғыслы ҡармаҡты ҡулланыу иң боронғо ысулдарҙың береһе һанала. Ата-бабалар хәҙерге ҡурғаш урынына таш бәйләр булған. Әле шамбының иң асыҡҡан мәле, сөнки декабрҙә ыуылдырыҡ сәсә.


Был ябай ҡармаҡты һәр балыҡсы эшләй ала. Йылғалар ныҡлап туңмағанлыҡтан, шамбы яр буйында, ҡумырыҡтарҙа йәшәй, шуның өсөн дә 30-50 сантиметр оҙонлоҡтағы асалы таяҡтар алып, ҡармаҡ ебен (5-10 метрлыҡ) бәйләп ҡуябыҙ. Ырғаҡ бәләкәй булмаһын, Рәсәй классификацияһы буйынса 10-12-се һанлыһы кәрәк. Ҡармаҡ ебенең 0,3 миллиметрлығын алабыҙ. Улар бәйләнгәс, селәүсенде йәки балыҡ итен ырғаҡҡа эләктереп, һыуға ырғытабыҙ, ә таяҡтарҙы ярға ҡаҙайбыҙ.


Ырғаҡҡа тағы ниндәй емдәр ҡуйырға мөмкин? Шырт балыҡ, ҡомтой, сабаҡ, табан селбәрәләре, әрмәнде, төрлө ҡарышлауыҡтар, селәүсен, икмәк... Шамбы – һыуыҡ яҡта йәшәй торған балыҡ, шуның өсөн дә ыуылдырыҡты ҡыш сәсә, ә йәй ул – иң һүлпәне. Әлеге осорҙа көн насар, һалҡын булһа, яҡшы ҡаба. Көндөҙ әллә ни эләкмәһә лә, төндә бик һәйбәт күрә, еҫте һиҙә, шуға ла ҡараңғыла күп тотола.


Шамбыны йығылған ағастар эргәһендә, ҡомло ерҙәрҙе тәрән соҡорҙар алмаштырған урындарҙа, ҡумырыҡлы яр буйҙарында ҡармаҡларға кәрәк. Тағы ла шуны әйтеү мөһим: батҡаҡлы һыу төбөн яратмай.


Ҡармаҡтарығыҙ бәйләнгән таяҡтарҙы, биш-алты метр ара ҡалдырып, ярға ҡаҙап ҡуйыу яҡшы булыр. Яр буйында усаҡ яҡһағыҙ, шамбы күпләп йыйылыр. Ҡармаҡ ебегеҙгә бәләкәй ҡыңғырауҙар таҡһағыҙ, ҡараңғыла шәберәк ҡапҡанын аңларһығыҙ. Эләккән балыҡты тиҙ генә тартып сығарырға кәрәк.


Шамбының ҡомһоҙ, йыртҡыс балыҡ икәнен оноторға ярамай. Ул табышын аҫҡы ирендәрендә урынлашҡан мыйыҡтары ярҙамында таба. Бүтән балыҡтар, ҡыш һүлпән булғанлыҡтан, шамбы өсөн анһат ҡорбанға әйләнә. Сатлама һыуыҡта ул төбө ташлы урындарҙа йәбешкәк ыуылдырығын сәсә (бер инә балыҡ миллионға тиклем ыуылдырыҡ һала). Унан һуң инде ихлас ҡаба башлай.
Читайте нас: