Бөтә яңылыҡтар

Ағыулы балыҡтар

Бөгөн шундай балыҡтар тураһында һөйләмәксебеҙ. Әлбиттә, һүҙ ниндәйҙер химик предприятие йәки нефть эшкәртеү заводтарының ҡалдыҡтары менән ағыуланған балыҡтар тураһында түгел, ә үҙҙәрен һаҡлау өсөн шундай итеп яратылған йән эйәләре хаҡында.

Бөгөн шундай балыҡтар тураһында һөйләмәксебеҙ. Әлбиттә, һүҙ ниндәйҙер химик предприятие йәки нефть эшкәртеү заводтарының ҡалдыҡтары менән ағыуланған балыҡтар тураһында түгел, ә үҙҙәрен һаҡлау өсөн шундай итеп яратылған йән эйәләре хаҡында.


1. “Маринка”. Был төр күберәк Урта Азияла, Ҡаҙағстанда һәм бер нисә көньяҡ республикаларҙа таҙа, һалҡын һыулы йылға һәм күлдәрҙә йәшәй. Оҙонлоғо бер метрға етә, йыртҡыс түгел, күбеһенсә бөжәктәр менән туҡлана. Ҡурҡаҡ балыҡ булғанлыҡтан, уны тотоу еңел түгел, һәр ваҡыт хәрәкәттә. Әгәр ҙә һыуҙа һеҙҙең күләгәгеҙ генә күренде икән, ул ҡап­маясаҡ. Тотоу өсөн ҡалҡыуыс ҡуйырға кәрәкмәй, бәләкәй генә батырғыс та етә. Һыуҙың ағымы буйынса ҡармағығыҙҙың артынан эйәреп барырға кәрәк. Ҡапҡан мәлдә ҡапыл һөйрәп алып китә.


Нимәһе менән ағыулы һуң? Был балыҡтың ыуылдырығы ағыу сәсә, башҡа балыҡтар ҙа, ҡоштар ҙа уны яратмай. Уны йыл әйләнәһенә селәүсенгә, сиңерткәгә, бешерелгән кукурузға, ҡамырға тоторға мөмкин. Тағы ла бер еңел тотоу ысулы бар: ҡулыңа бирсәткә йәки ябай ойоҡ кейәһең дә таш, ҡомороҡ аҫтарынан эҙләйһең. Һыуҙы кисеүең була, балыҡтар төрлө ышыҡ урындарға ҡасып бөтә.


Был ысулдың икенсе яғы ла бар: ҡомороҡтарҙа эҫенән йәшенеп йылан­дарҙың да ятыуы ихтимал. Маринканың ыуылдырығы ғына түгел, айғолаҡтары ла ағыулы.


2. “Усач” йәки Мыйыҡлы балыҡ. Был балыҡ һаҙандар ғаиләһенә ҡарай. Бөтә донъяла үрсегән тиһәм дә, хата булмаҫ. Рәсәйҙә Краснодар крайында, Ҡырымда һәм Кавказ йылғаларында күп. Бағры йәки бәрҙе һымаҡ таҙа һыулы тау йылға­ларында йәшәй. Уны һыуҙан сығарыуы ауыр, сөнки бик көслө. “Усач”ты күбеһенсә майҙа ҡыҙҙыралар, ҡаҡларға ла мөмкин. Ыуылдырыҡ сәсер алдынан был балыҡты бөтөнләй ашамайҙар, ағыуы көсәйә.


3. Храмуля. Һаҙандар ғаиләһенә ҡарай. Төркмәнстанда, Грузияла һәм көнсығыш Кавказдағы йылға-күлдәрҙе төйәк итә. Оҙонлоғо 50 сантиметрға етә, ауырлығы ике килограмм тирәһе, беҙҙең ағарсаҡҡа оҡшаған. Арҡаһы ҡара, йөҙгөстәре көл төҫөндә. Ыуылдырыҡ­тарын таш өҫтөнә йәбештерә, төрлө үлән, ылымыҡ менән туҡлана.


Севань күлендә бик күп үрсегән, сөнки туҡланыу өсөн бөтә шарттар бар, һыу тиҙ йылына, ылымыҡ күп. Ыуылдырыҡты июнь-август айҙарында сәсә, диаметры дүрт миллиметрға етә. Амударъя бассейнындағы йылғаларҙа тотола. Ыуылдырыҡ сәскән ваҡытта балыҡтар үҙенә күрә соҡор ҡаҙый.


4. Осман. Һаҙандар ғаиләһенә ҡарай. Күберәк Алтай крайындағы йылғаларҙа осрай, бер нисә төрө бар, әммә бөтәһе лә ағыулы. Һанап үтелгән балыҡтар шикелле, бының да ағыулы осоро ыуылдырыҡ сәскәндә көсәйә, хатта оҙаҡ ҡыҙҙырыу ҙа ағыуын бөтөрә алмай. Шуға күрә балыҡсылар ыуылдырығын ергә күмеп ҡуялар. Рәсәйҙә әллә ни йыш осрамаһа ла, барыбер һаҡ булырға кәрәк.


Фото: velesovik.ru
Читайте нас: