Бөтә яңылыҡтар

Тәбиғәт ҡосағында

Тыуған яҡтарға ҡайтҡан һайын мин күберәк һыу буйҙарын ҡыҙырып сығырға яратам. Форсат тейгәндә, ҡыш быуына ҡарамаҫтан, Әбйәлилгә юл тотам. Мине, әлбиттә, балыҡсылар ҡыҙыҡһындыра, күл буйынан үткәндә, улар менән һөйләшеп, тотҡан балыҡтарын күреп, үҙемсә уларҙың уңыштарына ҡыуанып, юлымды артабан дауам итәм.

Тыуған яҡтарға ҡайтҡан һайын мин күберәк һыу буйҙарын ҡыҙырып сығырға яратам. Форсат тейгәндә, ҡыш быуына ҡарамаҫтан, Әбйәлилгә юл тотам. Мине, әлбиттә, балыҡсылар ҡыҙыҡһындыра, күл буйынан үткәндә, улар менән һөйләшеп, тотҡан балыҡтарын күреп, үҙемсә уларҙың уңыштарына ҡыуанып, юлымды артабан дауам итәм.


Әммә бөгөнгө маҡсатым – урман-тауҙар араһына һыйынып ҡына ятҡан матур тәбиғәтле Хәмит ауылына барып етеп, районда һәм ауылдарҙа оҫта балыҡсылар итеп белгән Зәйнәшевтәр менән осрашыу.


Юл буйынса һине шәмдәй матур ҡарағайҙар оҙатып бара. Тәбиғәттең хозурлығына хайран ҡалырлыҡ! Бына, ниһайәт, Шаҡарған тауын төшөп, ике-өс километрға һуҙылған ауыл күренә.


Вәлит Ҡотдос улы Зәйнәшев ихлас күңел менән ҡаршы алды, алсаҡлығы һәм ябайлығы йөҙөнә сыҡҡан хужаның өйөнә инеп тамаҡ ялғап алғас, һүҙ балыҡтар донъяһына күсте, бер-бер артлы ҡыҙыҡһындырған һорауҙарымды бирергә ашыҡтым.


– Вәлит Ҡотдос улы, “атанан күргән уҡ юнған” тигәндәй, балыҡсы булып китеүегеҙгә атайығыҙ булышлыҡ иттеме?

– Эйе, мине генә түгел, ағайҙарымды ла, ҡустыны ла үҙенең юлына баҫтырҙы. Атайҙы районда белмәгән кеше юҡтыр тиһәм, һис тә арттырыу булмаҫ. Урман хужалығында унан да тәжрибәлерәк кеше юҡтыр. Беҙҙә ҡарағай урманы үҫкәс, өй бурарға, таҡта ярҙырырға килә торғай­нылар, бигерәк тә үткән быуаттың 70 – 90-сы йылдарында. Атай, ҡайһы дилән­кәлә нисә йәшлек ҡарағайҙар үҫә – яттан белеп тора ине. Балыҡ тоторға ла өйрәтте: үҙе менән эйәртеп, һәр беребеҙгә ҡармаҡтар биреп, урман эсенән аҡҡан Ҡағы йылғаһы буйына бәрҙегә төшә инек.

Бесән мәлендә (әле беҙ бәләкәй инек) кискеһен ҡайтышлай арбанан һикереп төшә лә: “Балалар, ҡайта тороғоҙ, мин әҙерәк балыҡ ҡармаҡлап алам”, – тип йылға яғына сыбығын һөйрәтеп китеп барыр ине.


Балыҡтан ҡайта ла: “Малайҙар, әрәм итмәгеҙ, таҙалап ҡуйығыҙ”, – тип сәйгә ултырыр ине.


– Белеүемсә, ауыл янынан Башҡорт дәүләт ҡурсаулығы башлана. Унда балыҡ тоторға рөхсәт юҡтыр ул?

– Эйе, ҡурсаулыҡта берәү ҙә ҡармаҡ­ламай. Икенсенән, бәрҙе лә, бағры ла Баш­ҡортостандың Ҡыҙыл китабына индерелгән.


– Тағы ла ҡайһы яҡтарға йөрөй­һөгөҙ?

– Белорет районына Ағиҙелгә, Әбйә­лил районының барлыҡ күл-йылғаларына, Баймаҡ районында урынлашҡан Талҡаҫ, Сереккүл күлдәренә йөрөйбөҙ. Балыҡһыҙ ҡайтҡаныбыҙ юҡ, Аллаға шөкөр. Тыуа- тыуғандан тәбиғәттә йөрөп үҫкәс, ғәҙәтте ташлап булмай, хәлем барҙа йөрөйөм әле, тип ҡуям.


– Шулай алыҫ араларға яңғыҙ йөрө­мәйһегеҙҙер ул? Ҡайһы берҙә ҡырҙа ҡунған осраҡтар ҙа булғылай бит?

– Төрлөсә була: Ағиҙелгә икән, мотлаҡ ике йәки өс көнгә барабыҙ. Шуның өсөн һәр ваҡыт машинала кәмәнән тыш сатыр ҙа йөрөтәбеҙ. Шунан һуң, минең яҡын дуҫтарым бар: Рәфит Шаһыбалов менән Зиннур Яныбаев, улар менән юлыбыҙ уңа, табышһыҙ ҡайтмайбыҙ. Әле яңыраҡ ҡына Әбйәлил районының Суртанды күлендә һәм Белорет районының Аҙнағол ауылы янындағы күлдәрҙә ҡармаҡлап ҡайттыҡ, эре генә оптолар эләкте, сабаҡ, күстерә һәм алабуғаны әйтеп тә тормайым.


– Белеүемсә, бөтәгеҙ ҙә урман хужалығында эшләгәнһегеҙ? Кемдер трактор йөрөткән, кемдер бура бураған, кемдер таҡта ярған. Урманда эшләү – ауыр хеҙмәт. Форсаты тейһә, бура бурайһығыҙмы?

– Эй, өйрәнгән эште ташлап буламы инде, һорап килһәләр, ихлас күңелдән ярҙам итәбеҙ. Балаларға, йәштәргә лә өйрәтеп ҡалырға кәрәк бит, тормош уларға ҡаласаҡ. Тәбиғәтте бөтөрөү генә түгел, уны яңыртып тороу ҙа зарур. Ҡырҡылған урынға яңы үҫенделәр ултыртыу, хайуандар, ҡоштар донъяһын һаҡлау ҙа беҙҙең бурысыбыҙ, ғөмүмән, тәбиғәтте күңелең менән яратырға кәрәк.


– Вәлит Ҡотдос улы, берәй мажаралы хәлдәргә юлыҡҡанығыҙ булдымы?

– Балыҡсы тормошо ҡыҙыҡ ул. Ҡайһы берҙә кистән әҙерләнгән биштәрең онотолған йәки күл буйына барып, инде ҡармаҡлайым тиһәң, селәүсендәрең өйҙә тороп ҡалған.


Шулай, бер хәлде һөйләйем әле. Көҙгөһөн ике көнгә Белорет районына, Ағиҙелгә балыҡҡа киттек. Зиннурҙың өс асалы ҡармағының бер асаһын балыҡ һындырып китте. Балыҡсы ҡомары көслө булғандыр инде, Зиннур ҙа, ҡармаҡ эшләп ерә һалам тип, текә ярҙан һыуға сумған. Ҡараңғы төшкән, бер заман сатыр ишегендә бер ҡара шәүлә күренде, ҡараһам, үҙебеҙҙең Зиннурыбыҙ лысма һыу булып беҙҙең алға килеп баҫты. Әлбиттә, көлкө килмәй ине, тышта һыуыҡ. Тиҙ генә ут яғып, кейемдәрен киптереп, таңға ҡарай ғына йоҡларға яттыҡ. Аллаға шөкөр, ауырыманы.


– Шулай ҙа ҡышҡыһын балыҡ тотоу күңеллеме, әллә йәйгеһенме?

– Минең өсөн ҡыш та, йәй ҙә берҙәй матур, балыҡ ҡармаҡлағанда ҡышын – йәйҙе, йәйен ҡышты һағынам. Һәр бер миҙгелдең ҡабатланмаҫ матурлығы бар. Артабан йәшәүемә бер көс бирә ул тәбиғәттә булыу. Барып та, бер балыҡһыҙ ҡайтһам да, үкенмәйем. Ас түгелбеҙ бит хәҙер, бөтә нәмә бар, шуға күрә кемдер ау, йылым, электр ҡармаҡ менән тота икән, ныҡ асыуым килә, бер-ике табалыҡ булһа, етә бит инде. Балаларға ла ҡалдырырға кәрәк.


– Йылтырма менән йөрөргә ваҡытығыҙ ҡаламы?

– Һирәкләп булһа ла, уның менән дә тотам, суртан, опто, алабуға эләгә. Минең атай ҙа: “Балыҡты йыш ашап торабыҙ, бар, күршеләргә лә индереп бирегеҙ”, – ти торғайны. Мин дә тотҡан табышымды ихлас уртаҡлашам.


– Әңгәмәгеҙ өсөн ҙур рәхмәт!

Күңелдә шундай рәхәтлек, эскерһеҙлек тойғоһо ҡалды ошо осрашыуҙан һуң. Тормош иптәше Әҙилә апай менән Вәлит ағай ихлас күңелдән оҙатып ҡалды. Үҙҙәренә, иптәштәренә һәм балаларына Хоҙай һаулыҡ бирһен.
Читайте нас: