Бөтә яңылыҡтар

Йылға – йәшәү сығанағы

Әбйәлил районына барып, уның матурлығына һоҡланмаған кеше юҡтыр, тиһәм, һис тә яңы­лышмам. Бер яҡтан – ғорур ҡаялы тауҙар, ҡарурмандар, икенсе яҡтан осо-ҡырыйы күрен­мәгән дала.

Әбйәлил районына барып, уның матурлығына һоҡланмаған кеше юҡтыр, тиһәм, һис тә яңы­лышмам. Бер яҡтан – ғорур ҡаялы тауҙар, ҡарурмандар, икенсе яҡтан осо-ҡырыйы күрен­мәгән дала.


Бөгөнгө һүҙем иһә Игетимер йылғаһы тураһында. Ул Ирәндек тауҙары ҡуйынынан урғылып сыға ла, Ҡалмаҡ ауылы аша ағып, Оло Ҡыҙыл йылғаһына барып ҡоя. Һыуы һалҡын, таҙа, эсеп туйғыһыҙ. Бына ошо инеш буйында минең бала саҡ үтте. Ҡаяташтар араһынан аҡ­ҡанға ағымы көслө, үҙенә күрә бәләкәй булһа ла шарлауыҡтары ла бар. Ошо инештә бағры, сабаҡ, ҡомтой балығы ныҡ үрсегән ине. Беҙгә ҡаршы ғына Ғәли ағайҙар йәшәне. Ул һунарсы ғына түгел, оҫта балыҡсы ла булды. Мин уға эйә­реп балыҡҡа барайым тиһәм, эйәртмәй, ҡар­маҡ сыбығын тота ла йылға буйына төшөп китә.


Бер көн кистән әҙерләп ҡуйған селәүсендәрҙе алдым да унан да алда һыу буйына төшөп киттем. Бағры һәйбәт эләкте, аңғармай ҙа ҡалғанмын – күршем янымда баҫып тора.


– Әйтәм, миңә эләкмәй, ҡустым, булған балыҡты тотоп бөткәнһең бит. Ятыуҙағы бөтә балыҡты ла тотма, иртәгәлеккә лә ҡалһын, – тип миңә аҡыл өйрәтте. Шунан башлап беҙҙе эйәрткеләй башланы.


Бағры балығы ҡышҡыһын уйнай бит инде. Ауылдашыбыҙ Шәкирйән ағай Йосопов бер төркөм малайҙарҙы йыйып алды ла йылғалағы бер ятыу эргәһенә алып килде.


– Шым ғына ятығыҙ, юғиһә балыҡтың ҡурҡыуы бар, – тип беҙҙе яр буйына ҡарға ятҡырҙы. Ни кү­ҙе­беҙ менән күрәбеҙ, эре-эре бағрылар ҡурҡ­ма­йынса һыу өҫтөндә йөҙөп йөрөй, һикереп тә ала.


– Бына, балалар, бағры уйнағанда уны берәү ҙә тоторға тейеш түгел, – тип аңлатты. Шулай беҙҙе һаҡсыллыҡҡа өйрәткәндәр.

70-се йылдарҙа колхоз-совхоздарҙың малдары шул йылға буйҙарына һалынды, һыу бысратылды, ағыуланды, балыҡ та кәмене. Икенсе бер мәсьәлә: йылға сыҡҡан урындарҙы һәм үҙәндәрен таҙарт­мау сәбәпле, һыуҙар ләм менән ҡапланды, һа­йыҡты. Бағры балығын хәҙер ҡануниәт тоторға рөхсәт итмәй, әммә юҡ-юҡта аулаусылар күренә барыбер. Үрҙә телгә алған ағайҙар хәҙер гүр эйәләре, әммә уларҙың аҡыллы кәңәштәрен әле лә һаҡлайбыҙ.


Игетимер йылғаһы ауылға етәрәк икегә бүленеп аға, бәлки, исеме лә шунан килеп сыҡҡандыр – “ике тимер” һүҙбәйләнешенән барлыҡҡа килгәндер. Оло Ҡыҙыл йылғаһына барып ҡойғанса уға бер нисә ваҡ шишмә ҡушыла, ҡайһылары йәйгеһен ҡороп та ҡуя, ә бер шишмә бөтөнләй ер аҫтына төшөп китә. Бының һымаҡ мөғжизә Хәлил ауылы аша ағып ятҡан Дарыулы йылғаһында ла бар. Тауҙан төшөп, бер аҙ килгәс, йылға ер аҫтынан аға башлай, бер нисә саҡрымдан кире ер өҫтөнә килеп сыға.


Ғөмүмән, Әбйәлил районының ҡайһы төбәгенә барһаң да, тарихи легенда һаҡлаған урындар бар. Ошондай хозур тәбиғәтте боҙорға ҡулың нисек күтәрелер? Үткән быуат уртаһында эшлән­гән хаталарҙы яңы саҡ төҙәтеп киләбеҙ, йылға буйҙарында үҫкән ағастарҙы ҡырҡып, ерен һөрөп иген сәсергә маташтылар, ни иген уңманы, ни йылғалар ҡороно. Күптән килгән хыялым бар: урман араһына йәш үҫентеләр ултыртҡанда дала буйлап аҡҡан йылға буйҙарын да онотма­һындар ине. Ул ваҡытта һыуы ла ҡоромаҫ, ба­лығы ла булыр, ҡош-йәнлектәр ҙә ишәйер.

Читайте нас: