Бөтә яңылыҡтар

Ярты быуат ҡармаҡ менән

Ул һәр эшкә ижади ҡарай.

Һуңғы йылда, пандемия сәбәпле, балыҡсылар менән күҙмә-күҙ осрашып һөйләшеү бер аҙ һүнә төшкәйне. Ниһайәт, күптәнге танышымды осратып, әңгәмәләшеп киттек. Була бит шундай кешеләр: һинең нимә әйтереңде алдан белеп, шунда уҡ яуап биреп тә өлгөрә. Әңгәмәсем дә шундайҙарҙың береһе булып сыҡты. Алсаҡлығы, ябайлығы, кешеләргә булған ихтирамы йөҙөнә сыҡҡан.


Уның холоҡ-фиғеленә ҡарап:

– Бына был, исмаһам, ысын ауыл малайы, – тип һоҡланып та ҡуяһың.


Ҡыҫҡаһы, бөгөнгө ҡунағым Ғабдулла Ғәбделбәр улы Сабирйәнов сығышы менән Пермь крайының Шумихинский ауылынан.
– Ғабдулла Ғәбделбәр улы, ир уртаһы йәшен үтһәгеҙ ҙә, балыҡсыларҙың “ауырыуы” һеҙҙе һаман йонсотамы?

– Эй, шулай булмай ни! Һигеҙ йәштән балыҡ тотам бит инде. Беҙҙең яҡтың тәбиғәте иҫ киткес матур. Бала саҡ ауыл янындағы Усьва йылғаһында үтте. Ул билдәле Чусовая йылғаһына барып ҡоя. Урал тауҙарынан башланған таҙа һыулы йылғала ҡыҙылбалыҡ, бәрҙе, суртан һәм шамбы йәшәй. Пермь яҡтарында ҡыҙыл­балыҡты ҡыҙыл суртан йәки крәсүлә тип тә йөрөтәләр. Был турала С.Т. Аксаков та яҙып ҡалдырған. Шамбының иһә 12 килоға тиклемгеһен эләктерә инек. Ҡармаҡҡа ябай селәүсен ҡуябыҙ.
– Һөйләүегеҙгә ҡарағанда, балыҡ тотоу өсөн нимәләр генә эшләмәгәнһегеҙ икән…

– Эйе, минең өйҙә һәр төрлө ҡармаҡ етерлек, күбеһен үҙем эшләйем. Ҡорал-ҡармаҡтар ни тиклем ябай булһа, шунса ышаныслыраҡ бит ул. Йылдар үткәс, беҙ Башҡортостандың Межгорье ҡалаһына күстек, 1987 йылда булһа кәрәк. Шөғөлөмдө унда ла дауам иттем, Ағиҙелгә барып, эре-эре ажау, суртан, шамбы тота инем. Ҡушылдыҡтарынан бәрҙе лә ҡармаҡланым.
– Тағы ла ҡайһы яҡтарҙа булғанығыҙ бар?

– Башҡортостанды арҡыры-буй йөрөп сыҡтым инде, хатта Ырымбур өлкәһенең Ерекле һыу һаҡлағысында ла булдым, һыла, йәйен тоттом. Ә былай йыл һайын тиерлек Ағиҙел йылғаһы буйлап кәмәлә йөҙөп төшәм, Белорет районының Ҡағы йылғаһында бәрҙе күп. Оло Инйәр йылғаһында ҡыҙылбалыҡ күп ине, хәҙер мул түгел, ә Кесе Инйәрҙә бәрҙе, суртан, алабуға, ажау яҡшы ҡаба.
– Балыҡсыларҙың хыялы булған ҡыҙылбалыҡтың ниндәй ҙурлыҡтағыһы эләгә бында?

– Башҡортостанда биш килонан ашыу тоттом, Пермь яҡтарында ун ике килолығын ҡаптырҙым. Ә бына Сермән йылғаһында бағры күп булды. Хәҙер ҡыҙылбалыҡ та, бағры ла, бәрҙе лә “Башҡортостандың Ҡыҙыл китабы”на индерелгән.
– Ғаиләгеҙҙә берәйһе балыҡ тотоу менән шөғөлләндеме? Кемдән өйрән­дегеҙ?

– Беҙҙең туғандар араһында мин генә балыҡсы. Күрше ағайҙар үҙҙәре менән балыҡҡа алып йөрөнө. Фатихаларының йоғонтоһо көслө булған, күрәһең, әле лә яратҡан шөғөлөмдө ташлай алмайым. Уларға рәхмәт уҡыйым. Икенсе яҡтан, ҡышҡы балыҡ тотоуҙы ла ныҡ ихтирам итәм. Мәкенән берәй ҙур балыҡ сығарырмын тигән өмөт кискә тиклем һине ташлап китмәй, балалар һымаҡ көтәһең дә көтәһең. Ана шул әкиәттәге хозурлыҡ мине бер ваҡыт та ташлап китмәй.
Пермь крайында йәшәгәндә Косьва тигән һыу һаҡлағыс бар ине. Шахталар күп, ял көндәрендә эшселәре ғаиләләре менән бергә балыҡ тоторға килә. Шуныһы иғтибарға лайыҡ: һәр шахтаның билдәле бер урыны була торғайны, өйҙәр төҙөлгәйне. Хәҙер шундай тәртипте һағынып һөйләргә генә ҡалды.
– Үҙебеҙҙең яҡтарҙа ниндәй балыҡ­тарға өҫтөнлөк бирәһегеҙ? Әллә бөтә төрөнә лә ҡармаҡтар алып сыға­һығыҙмы?

– Дөрөҫөн генә әйткәндә, ҡайһы берҙә ҡалҡыуыслы ҡармаҡҡа ҡәҙимге табан балығын тотҡом килеп китә. Ни өсөндөр шул осор һағындыра. Беренсенән, тегеләй-былай йүгереп йөрөмәйһең, икенсенән, ҡалҡыуыстың батып китеүе күңелде арбай, табан тотам тип, һаҙан сығарғаным да булды. Күл балығының тәме йылғаныҡынан ҡайтыш, әлбиттә, әммә күлдең дә үҙ матурлығы бар. Бейек ҡамыштарҙың елгә тулҡынланып ултырыуы, оҙон муйынлы аҡҡоштарҙың себештәрен арҡаһына ултыртып йөҙөп йөрөүе мине хайран ҡалдыра. Шул матурлыҡты фотоға төшөрөп рәсем­дәрҙе йыйып барам.
Тағы ла бер күл мине арбай, ул да булһа – Әбйәлил районының Дәүләт ауылы янын­дағы Сыбаркүл. Йөҙөп йөрөгән утрауҙары менән билдәле ул балыҡсыларға. Кәмәлә йөҙөп бараһың да шул үләнле утрауҙа мәке уяһың. Эре-эре сабаҡтар ышыҡта һаҙлыҡ аҫтында тора. Балыҡсылар ҙа күп, балығы ла инәлтмәй эләгә.
Талҡаҫ күлендә лә троллинг менән эре-эре балыҡтар ҡаптырҙым. Сиңерткәгә ажауҙар тоторға яратам. Фидерға ун йыл самаһы ҡармаҡлайым. Ем һалғыстарҙы үҙем эшләйем, һис ауырлығы юҡ. Тәбиғәттең ма­тур­лығын боҙмаҫҡа тырышам, ҡармаҡлаған урыным һәр ваҡыт таҙа килеш ҡала.
– Һеҙ – Киров районында “Көньяҡ” торлаҡ-коммуналь хужалығының баш энергетигы. Эшегеҙ тынғыһыҙ, һорауҙар менән күп кеше килә. Балыҡсылыҡҡа нисек ваҡыт еткерәһегеҙ?

– Күпме эшләйһең, ваҡытың да шунса була. “Эш тә эш” тип ултырырға ярамай, ял да итә белергә кәрәк. Планың булырға тейеш. Ғаиләмдә Эльвира исемле ҡыҙыбыҙ үҫте, ҡатыным Зәйтүнә мине аңлай, ярҙам итеп кенә тора. Тағы ла бер серҙе асайым әле һеҙгә. Зәйтүнә – миңә ҡарағанда ла оҫтараҡ балыҡсы, табанға барһаҡ, мотлаҡ ул минән күберәк тота, балыҡҡа даланы бар. Ғаиләм менән һәр ваҡыт ғорурланам.

Илле йылдан ашыу стажы булған балыҡсы Ғабдулла Ғәбделбәр улының күп белеүенә һоҡланып ултырҙым. Үҙе баш­ҡарған һәр эшенә ижади ҡарауы миңә лә этәргес көс бирҙе.
Читайте нас: