Бөтә яңылыҡтар

Ҡулай осор

Уйлап ҡараһаң, балыҡ ҡаптырыу ысулының борон-борондан йәшәп килгән ҡағиҙәһе юҡ һымаҡ. Балыҡсы өсөн йылдың иң ҡулайлы осоро – һыуҙың ҡайтыуы, әммә тоноп өлгөрмәгән мәле ул. Шуның өсөн дә сабаҡ тоторға барып, ҡорман йә опто эләктерһәгеҙ, аптырамағыҙ, ваҡыты шулай. Ғөмүмән, иң эре балыҡты ҡаптыра торған мәл.

Ҡармаҡ ебегеҙ нәҙек булһа, өҙөлөр тип ҡурҡмағыҙ, ҙур балыҡты иң тәүҙә һыуҙан сығармай ғына арытып алығыҙ. Шунһыҙ ул һеҙгә бирешмәйәсәк. Мәҫәлән, яҙ йылға ҡолаҡтарына һаҙан, опто, ажау ыуылдырыҡ сәсергә инә. Ҡалҡыуыслы ҡармаҡҡа ла эреләрен эләктерергә мөмкин. Балыҡ эләкте икән, яйлап ҡына тартылған рәүештә уны ебәрегеҙ үҙенең ихтыярына, әйҙә, бер аҙ йөрөп килһен. Хәле бөтә башлаһа, тыпырсынмай ғына үҙе яйлап киләсәк. Һөҙгөс яҙғыһын иң кәрәк нәмәгә әйләнә.
Шулай ҙа була: һөҙгөстө алып барһаң – эреһе эләкмәй, онотоп ҡалдырһаң – мотлаҡ ҙур балыҡ ҡабасаҡ. Балыҡтың күҙе үткер: һыуҙан сығарғанда ныҡ яҡын килмәгеҙ, ҡурҡытыуығыҙ бар. Бындай осраҡта иптәшең, дуҫың менән йөрөү яйлы. Һөҙгөстө һәр ваҡыт балыҡтың баш яғынан кейҙерергә кәрәк. Ҡармаҡты емләп һалғас та, кәтүгегеҙҙең фрекционын бушатырға онотмағыҙ.
Читайте нас: