Бөтә яңылыҡтар
Эй ултыра балыҡсы...
8 Октябрь 2021, 07:59

“Һаҡмарҙы һағынып ҡайтыр инем...”

Быйыл йәйҙең үтә эҫе тороуы балыҡсылар тормошона ла бер аҙ үҙгәрештәр индерҙе. Күптәр табыш юллап иртәле-кисле генә йөрөй башланы, сөнки көндөҙ һыу буйында ултырырлыҡ түгел, көйҙөрөрлөк эҫе. Икенсе яҡтан, балыҡ та бындай һауа торошонда ашауға әүәҫ түгел, шуға күрә бәғзеләр төнөн ҡармаҡлауға күсеп алды.

Күптәнге танышым, һәүәҫкәр балыҡсы Ринат БАКИРОВ менән әңгәмәм юл сатында башланып китте. Йәш булыуына ҡарамаҫтан, ярайһы тәжрибә туплаған ул.

 

– Ринат Ирек улы, балыҡсы ҡомары ҡасан барлыҡҡа килде һеҙҙә? Моға­йын, бала саҡтан һыу буйынан ҡайтып инмәгәнһегеҙҙер?

– 1976 йылда Сибайҙың 2-се мәктә­бенә уҡырға барҙым. Ҡала малайының йәйге ялда ауылға нисек “осоп”, һағынып ҡайтҡанын белһәгеҙ ине! Матрайға – өләсәй янына. Ә Юлдыбайҙағы Фәнис олатайым балыҡсы бит инде. Уның “Восход-2М” мотоциклы бар. Шуға ултырып, Һаҡмарҙың Яманташ тигән ҡаялы, ныҡ текә урынына киләбеҙ ҙә, туҡтап, әйбер­ҙәребеҙҙе йөкмәп аҫҡа, йылға буйына төшәбеҙ. Ошо ерҙә эре балыҡтар тота инек. Опто, ҡыҙылғанат, ажау, йәйен... Әллә үҙебеҙ бәләкәй булғанға, балыҡтар хәтәр ҙур һымаҡ күренә торғайны, улар элек күп тә ине бит.

– Бала саҡта тотолған тәүге балығығыҙҙы хәтерләйһегеҙме?

– Нисек иҫләмәйһең инде?! Бер мәл Фәнис олатай ҡармаҡ сыбығы эшләп бирҙе лә: “Улым, сиңерткә тот. Шунан уны ҡармағыңа эләктер ҙә һыуға ташла”, – тине. Әйткәнен үтәнем. Бына бер заман ҡалҡыуысым һыуға батты, һәм мин ажау тартып сығарҙым! “Олатай, опто тоттом, опто!” – тип ҡыуанып ҡысҡырға­ным иҫтә. Әсәйемдең бер туған ҡустыһы­ның улы менән дә һыу буйына табыш артынан күп йөрөнөк.

– Яныңда оло, тәжрибәле балыҡ­сылар булыуы үҙе бәхет бит инде. Белмәгәнде тиҙ генә өйрәтеп ебәрәләр. Был йәһәттән туғандарыңдан кемде иҫкә алыр инең?

– Атайым мәрхүм балыҡсы түгел ине. Мине был шөғөл серҙәренә Фәнис олатай һәм әсәйемдең бер туған ҡустыһы Тимерғәле Мәхмүтйән улы (ул әле иҫән-һау, етмешен тултырһа ла, балыҡҡа йөрөүен ташламай) өйрәтте.

– Һуңғы ваҡытта тотҡан иң ҙур балығың ниндәй булды?

– Бер хәлде һөйләп китәйем әле. Ғаиләбеҙ менән йыл һайын майҙа ауылға ҡайтып киләбеҙ. Атайым да, әсәйем дә ошо ай аҙағында донъя ҡуйҙы, уларҙың ҡәберҙәрен тәртипкә килтерәбеҙ. Туғанда­рыбыҙ ҙа килә. Яҡындарыбыҙҙы күмәкләп иҫкә алабыҙ. Барлыҡ эш тамамланғас, йылға буйына ла барып киләм. Яҡуп ауылы янында Крепостной Йылайыр йылғаһы Һаҡмарға ҡушыла. Урыны матур, ятыу­ҙары ла бар. Бер ҡайтҡанда тауыҡ бауы­рын ҡармаҡҡа эләктерҙем дә һыуға ырғыттым. Өфөнән килгән Рим ағайым менән Зифа еңгәмә (ул әле М. Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрында эшләй, Башҡортостандың халыҡ артист­каһы): “Йәйен тотам”, – тип шаяртып әйтеп киткәйнем.

Бына бер саҡ нимәлер ҡалҡыуысымды батырҙы, тартам тиһәм, ҡаршылаша. Баҡ­тиһәң, йәйен эләккән икән! Ун килолай! Балыҡты алып ҡайтҡас, таҙартып, ваҡ өлөштәргә турап, мангалға тал япраҡта­рына төрөп һалып ыҫланыҡ. Эй тәмле булды! Эргәлә Мәскәү ҡалаһынан кил­гәндәр ҙә бар ине. Улар: “Бынау бәләкәй генә йылғала шул хәтлем ҙур балыҡтар бармы ни?!” – тип аптыраны.

– Ниндәй ҡоралдарға өҫтөнлөк бирәһең?

– Бөтәһен дә ҡулланам. Көҙ, әлбиттә, йылтырмаға өҫтөнлөк бирәм, сөнки эре суртандар тотолоуы ихтимал. Йылға балығы барыбер тәмле бит ул. Ҡариҙелдә ажау тоторға яратам, тауыҡ бауырына. Һуңғы йылдарҙа фидерға өҫтөнлөк бирә башланым, сөнки ҙур балыҡ эләктерергә мөмкин. Шул уҡ ваҡытта ҡалҡыуыслы ҡармаҡты ла ташламайым – ул балыҡ ҡаптырыуҙың классик өлгөһө бит.

– Был шөғөлөңдө ғаиләң нисек ҡабул итә? Ҡатының ризаһыҙлыҡ белдермәйме?

– Ул үҙе лә рәхәтләнеп балыҡ тоторға ярата! Ҡатыным Рәйлә Салауат ҡыҙы һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә эшләй. Ваҡыт табып, йылтырма менән йылға буйына сыға, хатта мине уҙҙырған саҡтары ла бар, тәбиғәтте мөкиббән ярата. Матрай­ҙағы Сәлим быуаһына барһаҡ, суртандар­ҙы кинәнеп һөйрәп сығара. Һуңғы йыл­дарҙа, эше ауырайғас, һирәгерәк йөрөй башланы. Туғандарым: “Килен, һин нисек эләктерәһең шул ҡәҙәр эре балыҡтарҙы?!” – тип хайран ҡала.

– Быйылғы эҫе йәйҙең тәбиғәткә, шул иҫәптән һыу сығанаҡтарына кире йоғонтоһо ҙур булды, бигерәк тә Урал аръяғы райондарында. Ҡайһы бер йылғалар хатта ҡороно, күлдәрҙә һыу күләме кәмене. Һаҡмарҙың да һайы­ғыуы, уны үлән баҫыуы аяныслы... Ошо йәһәттән ниҙәр әйтерһегеҙ?

– Һаҡмарҙың әлеге хәленә килгәндә, был мәсьәләне 10-15 йыл элек күтәрергә кәрәк ине, әлбиттә. Уны быуып, үҙәнен боҙоп бөттөләр. Һөҙөмтәлә йылға һайыҡ­ты, төбөнә үлән-ылымыҡ үҫте. Хәҙер төрлө агротехник саралар күрмәһәк, бөтөнләй һыуһыҙ тороп ҡаласаҡбыҙ. Урал аръяғында былай ҙа йыл аша ҡоролоҡ.

– Алина исемле ҡыҙ үҫтергәнһегеҙ, ике ейәнсәрегеҙ бар икән. Имен-һау булып, һеҙҙе һөйөндөрөп йәшәһендәр. Ә үҙегеҙгә әңгәмә өсөн ҙур рәхмәт!

- Әсләм КАМАЛОВ

Читайте нас: