Бөтә яңылыҡтар
Эй ултыра балыҡсы...
8 Октябрь 2021, 08:02

Иң мөһиме – тәбиғәт ҡосағында булыу

Балыҡҡа йөрөү күптәрҙең яратҡан шөғөлөнә, ә ҡайһы берҙәрҙең һөнәренә лә әүерелгән. Ул һәр ир затының ҡанына һалынған тиһәм, һис тә арттырыу булмаҫ.

Ауыл иртәһе. Хужабикә­ләр малын көтөүгә ҡыуғас, Александр Кулешов, вело­сипедҡа ултырып, ҡорамал­дарын тотоп, балыҡҡа юллана.

– Бала саҡтан тәбиғәт ҡосағында яңғыҙ ултырыр­ға яраттым. Оло Эйек буйы һәр саҡ үҙенә тартып торор ине. Минең өсөн балыҡ тотоу түгел, ә тәбиғәттә булыу мөһим, – ти ул. – Ошонда үҫтем, кешеләр һәм тәбиғәт менән аралашыу бәхетен кисерҙем. Бала саҡта Кузьминовка ауылына балыҡҡа атай-әсәйемдән ҡасып китер инем. Нимә тура килә, шуға ултырып, туғандарға барғанда ла, сәй ҙә эсмә­йен­сә, балыҡ тоторға төшөп китә торғайным...

Мораҡтағы 1-се мәктәп­те тамамлағас, уны комсомол ойошмаһы секретары итеп ҡуялар, артабан комсомол район комитетында ойоштороу бүлеге мөдире була. Ваҡыты еткәс, Мурманск өлкәһенең Североморск ҡалаһына хәрби хеҙ­мәткә алына. Шул яҡта 25 йыл ғүмер кисерә Александр Кулешов. 1990 йылда ҡатыны Екатерина Петровна менән бергә өлкән прапорщик дәрәжәһендә тыуған төйәгенә әйләнеп ҡайта. Әйте­үенсә, атаһы ла һуғыштан алда хәрби училище тамам­лаған икән. Оҙаҡ йылдар колхоз рәйесе булып эшләгән.

Александр Кулешов Себер яғында йәшәгәндә ба­лыҡсылыҡ серҙәрен ныҡ­лап үҙләштерә. Ауылда бә­ләкәй йылғаларҙа тотһа, ә унда – Баренц диңге­ҙендә.

...Кис етте. Көтөү ҡайтты. Һәр ваҡыт көләс йөҙлө, кеше­ләргә ҡарата иғтибар­лы, ябай, эскер­һеҙ, асыҡ күңелле Александр Кулешов та күренде. “Бөгөн ба­лыҡ эләкмәне, уның ҡара­уы, ял итеп ҡайттым. Тик бы­на “тимер атым”дың тә­гәр­мәсе тишелде, уны “етәк­ләп” алып ҡайтырға тура килде”, – тине ул, йылмайып.

Матур йәшәүҙең сере тап шунда: хеҙмәт менән ялды бергә алып барырға кәрәк.

 

Анатолий КАЗАКОВ.

Читайте нас: