

Быйыл ял итеү әҙерәк тәтене, тип ултырам әле мин. Ни өсөн тиһегеҙме? Ниһайәт, тыуған яҡҡа ҡайтып, шифаханала ял итеү форсаты тейҙе. Өс аҙна ваҡыт “һә” тигәнсе үтте лә китте. Әммә бушҡа түгел. Дауаланыуҙан тыш, байтаҡ балыҡсы менән һөйләшеп, ҡыҙыҡлы хәлдәр тураһында һорашып йөрөнөм. Әбйәлил районында урынлашҡан Мауыҙҙы күле (рустар Банное тип йөрөтә) һәр иртә ихлас ҡаршыланы. Балыҡ күп: суртан, алабуға, сабаҡ ҡаба. Шулай уҡ киң таралмаған ала балыҡ та бар. Һүҙем тап уның тураһында.
Ала балыҡ (сига) иң тәмлеләрҙән һанала. Әбйәлилдәге саф һыулы Мауыҙҙыға барһағыҙ, һаҙанға оҡшағаныраҡ һимеҙ, көмөштәй аҡ, матур балыҡты күрерһегеҙ. Уның эреләренең оҙонлоғо 50-55 сантиметрға етә, ауырлығы дүрт-биш кило була. 1932 йылда уҡ Ленинград өлкәһенән ала балыҡтың ике миллион самаһы селбәрәһе килтерелеп, Мауыҙҙыға ебәрелә. Әммә улар һәйбәтләп үрсеп китә алмай. Һуңғы йылдарҙа ғына байтаҡ күбәйә. Селбәрәләр Ҡандракүлгә лә ебәрелә. Унда ярайһы уҡ үрсейҙәр.
Шулай итеп, ала балыҡ Башҡортостан һыуҙарын үҙ итә. Советтар Союзы осоронда быуа-күлдәргә иғтибар яҡшыраҡ ине, сөнки һәр колхоз-совхоз үҙ биләмәһендәген ҡараны, селбәрә ебәрҙе, тирә-яғын таҙаланы. Ә хәҙер хәл башҡасараҡ. Ҡуртымға алынғандары ла әллә ни файҙа килтермәй. Ошо мәсьәләләр буйынса миңә фекерҙәш булып сыҡты балыҡсы дуҫым Фәнил Нәбиуллин. Ул бында ял итергә ҡатыны Зөлфиә менән килгәйне.
Таң һарыһынан икәүләп балыҡҡа төшөп китәбеҙ. Әлбиттә, уҙышып тотмайбыҙ, яҙғаны эләгә, алабуғаларҙың эрелеге ҡыуандыра... Ул да бала сағынан уҡ Дим буйҙарын ҡыҙырып, Бикбай, Мөслим күлдәренән табан тотоп үҫкән. Әлшәй районына ла барып сыға торғайныҡ, тип хәтерләй дуҫым.
– Ҡармаҡ булманы бит инде, ярай ҙа ауылға ҡырҡтартмасы бабайҙар килә торғайны. Уларҙы ҡыуанып ҡаршы алып, йомортҡаға йә бойҙайға ҡармаҡ ебе, ырғаҡтар алабыҙ. Эштән ҡайтҡас, атай эшләп бирә. Үҙе оҫта балыҡсы булды, табышһыҙ ҡайтмай торғайны. Дим йылғаһында бигерәк тә суртан, опто, ҡорман күп ине. Ә мин табан балығын тоторға әүәҫ булдым. Илеш, Бөрө райондарына барһам (ҡустыларым шунда йәшәй), ҡалҡыуыслы ҡармағымды алам да Ағиҙелгә төшөп китәм. Тик ниңәлер ҡыш балыҡ тоторға әүәҫлегем юҡ, – тип ихлас бәйән итте дуҫым.
Әле “Башавтотранс” берекмәһенең автобустар паркында водитель ул. Унда инде 41 йыл эшләй. “Хаҡлы ялға сыҡһаң, ни менән шөғөлләнерһең инде?” – тип шаярыу ҡатыш ҡыҙыҡһыныуыма:
– Балыҡтан ҡайтып булмаҫ, моғайын, – тип көлөп яуап бирҙе.
Тәбиғәткә сығып ултырыу – үҙе бер ғүмер. Ҡатыны Зөлфиә лә беҙҙең әңгәмәгә ихлас ҡушылды. “Фәнил алып ҡайтҡан балыҡты таҙартабыҙ ҙа бер таба итеп ҡурып ашайбыҙ, ғаиләлә бар эште бергәләп башҡарабыҙ, күңелле ял да итәбеҙ. Ваҡытыбыҙ булһа, мотлаҡ тәбиғәт ҡосағына сығабыҙ, балыҡ һурпаһы бешереп ашап ҡайтабыҙ”, – тип һөйләп алды ул. “Фәнилдең яңғыҙын һыу буйына һәр ваҡыт риза булып ебәрәһеңме?” – тип һорауыма:
– Әлбиттә, – тип яуапланы. – Аҙна буйы рулдә арый бит. Ялын рәхәтләнеп үткәрһен тип балыҡҡа оҙатам. Килешеп йәшәүгә ни етә?!
Ихлас күңелле дуҫтарым гәзит уҡыусыларға ҡышҡа тәмле ризыҡ рецебы ла тәҡдим итте.
Таҙартылған балыҡты ит турағыстан ике тапҡыр үткәрергә лә уға томат пастаһы, тоҙ, борос, төрлө тәмләткестәр һалып, мейестә ике сәғәт ҡайнатырға кәрәк. Шунан һуң өс литрлыҡ банканы егерме минут тирәһе ҡайнаған һыуҙың боҫонда тотоп алабыҙ. Әҙер булғас, уға ҡайнатылған массаны һалып, тимер ҡапҡас менән нығытып ябабыҙ. Ҡышҡа тәмле ризыҡ килеп сыға. “Был рецепт өлгөһөн ҡустым өйрәтте”, – тип өҫтәп ҡуйҙы Фәнил.
Ошондай алсаҡ, ябай кешеләр менән осрашып танышыу – үҙе бер ғүмер. Улар йәшәү йәмен арттыра, күңелгә илһам, көс өҫтәй.
- Әсләм КАМАЛОВ.