Бөтә яңылыҡтар
Эй ултыра балыҡсы...
8 Октябрь 2021, 08:06

Ниндәй һыу эсәбеҙ?

on-walking.com
Фото:on-walking.com

Һыу – йәшәү сығанағыбыҙ. Унһыҙ бер көн дә йәшәп булмаясағын һәр кем белә.

Быйыл Өфөлә Волга буйы федераль округындағы йылға-күлдәр­ҙең таҙалығын һаҡлау тураһында форум үтте. Унда республикабыҙҙың һыу сыға­наҡ­тары тураһында ла һүҙ булды. Башҡортостан, Татарстан, Түбән­ге Новгород йылғалары иң бысрағы тип әйтелде. Волганың әлеге хәлендә беҙҙең республиканың да өлөшө бар, сөнки, билдәле булыуынса, заводтар­ҙан химик матдәләр уға ҡойған Ағиҙелгә, Ҡариҙелгә ағып төшә.

Республикалағы ҙур йыл­ға­ларҙың – Ағиҙел, Ҡариҙел һәм Димдең бысраҡлығы 4 “А” категорияһы менән билдәләнә. Был күрһәткес буйынса иң юғарыһы – 5 “А”. Тимәк, беҙҙәге һыу сығанаҡтарының бысраҡ­лы­ғы һуңғы нөктәгә етеп килә.

3 “А”категорияһын Ыҡ, Һаҡ­мар, Оло Ҡыҙыл һәм Йылайыр йылғалары “яуланы”. Баймаҡ районындағы Таналыҡ саҡ ҡына таҙараҡ – 3 “Б”.

“Беҙҙең йылғаларҙың һыуын эсергә ярамай, ул фильтр аша үтергә тейеш”, – тип бел­дер­ҙеләр Баш­гидро­метүҙәктән. Ҡыҙғанысҡа ҡар­шы, республи­калағы заводтар йыл­ғаларҙың ҡырҡ процентын ағыулай: фенол, нефть ҡалдыҡтары, тимер­ҙең төрлө ҡатнашмалары... Күрше төбәктә лә шул уҡ хәл.

Йылғаларҙы тәртипкә кил­тереү буйынса федераль проект ҡабул ителде. Ул Волганы тергеҙеү, һауыҡ­тырыу маҡса­тын күҙ уңында тота. Ҡаҙнанан 227 миллиард һум талап ителәсәк, шуның 38,6 миллиардын төбәктәр индерергә тейеш, шул иҫәптән Башҡортос­тан да. Беҙҙә һыуҙың дүрт проценты ғына таҙар­тыла, хатта ямғырҙан йыйылғандары ла торбалар буйлап туп-тура йылғаларға ағып төшә.

Һыу инеү урындары тура­һын­да айырым әйтергә кәрәк. Яҙ барыһы ла тикшерелә, лицензия бирелә, әммә беҙҙең халыҡ уға иғтибар итмәй, ҡырағай урындарҙа ял итеүсән, шул сәбәпле тире ауырыу­ҙа­рын йоҡ­то­ра­лар ҙа инде. Был мәсьәләне яйға һалыу йәһә­тенән Тәбиғәттән файҙа­ланыу һәм экология министрлығы һөҙөмтәле эш алып бара башланы.

- Әсләм КАМАЛОВ

Читайте нас: