Бөтә яңылыҡтар
Эй ултыра балыҡсы...
21 Декабрь 2021, 17:41

Мейестә ҡурылған суртан

Балыҡты яҡшы итеп таҙартып йыуғас, арҡаһын ярып, умыртҡа һөйәген айырып алабыҙ. Бер нисә киҫәккә турайбыҙ.

Картуф (алты-ете) әрсеп, тигеҙ өлөштәргә бүләбеҙ. Табаны майлап, өҫтөнә фольга йәйәбеҙ. Унда иң тәүҙә картуф теҙәбеҙ, өҫтөнә балыҡ киҫәк­тәрен һалабыҙ, артабан – ике баш һуған, шунан помидор турап өҫтәйбеҙ. Тәмләткестәр һибеп, фольга менән ябабыҙ.

Ярты сәғәттән һуң мейестән сығарабыҙ ҙа, өҫтөндәге фольганы алып, тағы утыҙ минутҡа бешерергә ҡуябыҙ. Тәмле, һут­лы ризыҡ әҙер. Уны мейестән алғас, йәшел үләндәр менән биҙәргә мөмкин.

Иҫкәрмә. Лимон һуты ҡу­шырға ярамай, сөнки балыҡтың тәмен аласаҡ.

Әсләм КАМАЛОВ

Читайте нас: