

– Ҡыш етеү менән йылтырмаға йәки балансирға балыҡ тотоу башлана. Ҡайһы йылтырма отошлораҡ?
– Икәүһе лә яҡшы. Вертикаль йылтырмаға ғинуар-февраль айҙарында яҡшы эләгә, балансирға беренсе боҙҙа һәм март-апрелдә тотоу отошло.
– Ялтырап торған йылтырмаға ҡыш балыҡ әллә ни эләкмәй, ни өсөн?
– Ҡыш көнө һары, ҡараһыу йылтырмаға тотоу һөҙөмтә бирәсәк, сөнки тоноҡ һыу аҫтында ялтыр әйберҙән балыҡ ҡурҡыусан. Йылтырманың баҡырҙан эшләнгәне яҡшы.
– Ҡайһы берҙә һыла эләкмәй ыҙалата. Ни сәбәптән икән?
– Һыла (судак) балыҡ өйөрөнөң ситендә йөрөй, үҙенә кәрәкле балыҡтарҙы ҡалдыра ла башҡаларын өйөрҙән ҡыуып сығара. Бына ошо мәлдә эләкмәйерәк китә.
– Йылтырмаға ниндәй ҡармаҡ ебе ҡулланырға кәрәк?
– Хәҙер үрелгән ҡармаҡ ептәре киң таралды, әммә йылтырмаға ҡышҡыһын тотҡанда уларҙы ҡулланмаҫҡа кәңәш итәм. Ни өсөн? Сөнки ул һуҙылмай, ҡапыл тартҡанда балыҡтың ауыҙы йырылыуы мөмкин. Флюрокорбон ептәре үтә күренмәле лә, ныҡ та. Ул ептәрҙе хатта йәйге йылтырмаға ла ҡулланалар.
– Ҡыш миҙгелендә селбәрәгә тотҡанда уны ҡайһы еренән эләктерергә кәрәк?
– Беренсенән, ниндәй балыҡҡа бараһығыҙ, икенсенән, селбәрәләр ниндәй? Суртанға барһағыҙ, өҫкө йөҙгөсөнән эләктереү хәйерле, алабуғаға – ҡойроғонан.
– Табан балығын ҡыш тотоп буламы?
– Һалҡындар төшөү менән табандар, бер өйөргә тупланып, тәрәнгә китә, ҡыш буйы бик яй хәрәкәтләнеп, йоҡоға тарый. Ашау һәләте кәмей. Әммә ҡайһы бер күл-быуаларҙа ҡыш буйы тоторға мөмкин. Ни өсөн тиһегеҙме? Беренсенән, күл бик тәрән осраҡта, икенсенән, төбө ташлы булһа.
– Һауа температураһы минус 20 градустан төшһә, балыҡсыларға ниндәй кәңәштәр бирер инегеҙ?
– Әлбиттә, беренсе кәңәш: йөрөмәй торорға. Әгәр ныҡ барғығыҙ килә икән, үҙегеҙ менән сатыр, майшәм алығыҙ. Өшөп, сетерекле хәлгә ҡалмау өсөн, барыһын да алдан хәстәрләгеҙ.
Әсләм КАМАЛОВ