Бөтә яңылыҡтар
Эй ултыра балыҡсы...
21 Декабрь 2021, 17:39

Шамбы шыма, ҡулдан шыуа…

Ысын балыҡсы бер ваҡытта ла ҙур табышҡа, ҙурырағын эләктереп ҡалыуға ҡыҙыҡмай. Ул был шөғөлдән бары тик йәм таба, ләззәт ала, тәбиғәт ҡосағында ял итә. Теләгән һәр кем ҡыш көнө балыҡта ултыра алмай бит әле.

Һалҡындар төшкәс тә, балыҡтарҙың күпселеге йоҡоға китә, ҡайһылары, кире­һенсә, әүҙемләшә. Һуңғыларының иҫәбендә шамбы ла бар. Бөгөн һүҙем – ошо балыҡ хаҡында.

Бала саҡта таш аҫтынан шамбы эҙләп, аяҡтарҙың “ҡарға табаны” кеүек ярылғанын һәр малай иҫләйҙер. Әлбиттә, ул замандар артта ҡалды, экология ла боҙолдо, йылға-күлдәрҙә балыҡ та аҙайҙы.

Шамбы башҡа балыҡтарҙан бик ныҡ айырыла. Түңәрәк кәүҙәһе шыяланып тора, төҫө йә ҡараһыу, йә һары-сыбар була. Ул – ҡомһоҙ, йыртҡыс балыҡ. Йәйгеһен әллә ни эләкмәй, сөнки һунарға төндә генә сыға: ҡараңғыла ваҡ балыҡтарҙы аулай. Шамбы сентябрҙән Яңы йыл байрамына тиклем яҡшы эләгә. Ғинуар башында, сатнама һыуыҡтар мәлендә, ыуылдырыҡ сәсә. Ике-өс аҙнанан һуң ғына яңынан ҡаба башлай.

Мәҫәлән, беҙ малай саҡта төнгөлөккә ерә ҡуя инек. Йә селбәрә эләктереп, йә селәүҙе уҡмаштырып, ҙур ҡармаҡҡа ҡуяһың. Иртән килеүеңә һәр береһендә тиерлек шамбы эләгеп торор ине. Боҙҙоң ҡалынлығы 5 – 10 сантиметрға еткәс, шамбы һайыраҡ, ташлыраҡ урынға сыға. Бына ошонда ташҡа ыуылдырығын сәсә лә инде.

Бала саҡтан бер ваҡиға иҫтә ҡалған. Ауыр ғына тимер сана һөйрәп боҙ өҫтөнән китеп барһам, егермеләп шамбы һайға сыҡҡан: ялтыр боҙ аша күреп ҡалдым. Уны-быны уйлап тороу юҡ, сана менән шаңҡытып, боҙҙо уйып, балыҡтарҙы йыйып алдым. Хәҙер генә уйланам: ыуылдырыҡ сәскән шамбыларҙың ғүмерен ҡыйғанмын икән. Инә балыҡ бер миллионға хәтлем ыуылдырыҡ сәсә. Ғәҙәттә, инәләре ҙур, аталары бәләкәйерәк була. Йәйгеһен ҡомороҡта йәшенеп ятһа, ҡышҡылыҡҡа асыҡҡа сыға, күберәк төнөн ашай.

Һалҡынды яҡшы кисереүсе булараҡ, шамбы ҡышҡылыҡҡа май туплай. Ауырлығы – 8 – 10, Себер йылғаларында хатта 16 – 18 килограмға етә. Шамбының йәйендеке һымаҡ мыйыҡтары бар, улар һиҙемләү ағзаһы булып хеҙмәт итә. Был балыҡ яңғыҙлыҡты ярата. Уның төҫө һыу аҫтындағы тупраҡҡа ҡарап үҙгәрә, йылы һыуҙа, көндөҙ тотормон тип уйлама ла. Ғинуар айында күлдәрҙә балыҡтарға кислород етешмәй башлай, тик был шамбыға әллә ни ҡағылмай, сөнки уның үпкәһе ҙур һәм ул кислородты һаҡлап тотона. Ләме булған күлдәрҙә ерә ҡуйыу отошлораҡ, ваҡ селбәрәне ике йә өс асалы ҡармаҡҡа эләктереп, төнгөлөккә ҡалдырыу яҡшы, ике тәүлеккә бер килеп тикшерһәң дә була, сөнки ул үлә һалмай. Ите файҙалы, ҡылсыҡтары юҡ тиерлек, бигерәк тә ит үткәргестән үткәреп, кәтлит эшләһәң, тәмле була.

Шамбы бөтә ерҙә лә таралған тиһәм, һис тә арттырыу булмаҫ. Таҙа һыуҙы ярата, шуға күрә бысраҡ ерҙәрҙә үрсеп китә алмай.

Әсләм КАМАЛОВ

Читайте нас: