Бөтә яңылыҡтар
Эй ултыра балыҡсы...
21 Декабрь 2021, 17:37

Татыулыҡҡа ни етә!

Улар йылға-күл буйына ла гел бергә йөрөй.

Балыҡ тотоу шөғөлөнә мөкиббән кешеләр, һауа торошоноң ниндәй булыуына ҡарамаҫтан, ҡармаҡтарын тотоп һыу ятҡылыҡтарына ашҡына. Ҡайһы берҙә уларға ҡарап көнләшеп тә ҡуяһың, әммә был – “аҡ” көнләшеү, сөнки күңелдә тәбиғәт менән бер бөтөн була белгән, яратҡан шөғөлөнә тоғролоҡ һаҡлаған кешеләргә ҡарата һоҡланыу тойғоһо уяна.

Теләһә ниндәй балыҡты ла то­та алам, минән дә оҫтарағы юҡ, тигән кешеләргә ышаныу ауыр, әлбиттә. Киреһенсә, “ба­лыҡҡа барған һайын, оҫталығым арта” тип йәшәгәндәрҙең, ысынлап та, абруйы ҙур. Балыҡ тотоу урынын һайлағанда ла, ҡар­маҡты теләһә ҡайҙа һалып булмай, сөнки эске һиҙемләү “бына ошонда һал, табышһыҙ ҡайт­маҫ­һың” тип әйтеп тора һымаҡ. Ғөмүмән һәр сәфәр яңы әҫәр уҡыған кеүек: геройҙар ҙа, хәл-ваҡиғалар ҙа, шарттар ҙа үҙгәреп тора, йәғни тәбиғәткә һәр сәйәхәт – ул һинең өсөн яңы асыш, яңы тәжрибә.

Миңә ҡалһа, һыу буйы – яңғыҙ ултырып, үҙ-үҙеңә бикләнеп, уйҙар йомғағын һүтеү урыны ла ул. “Хәрәкәттә – бәрәкәт” тип, мин дә йәй ҙә, ҡыш та йылға-күл буйҙарына ашығам. Шәхсән үҙемә балыҡсыларҙың йәше лә, ҡарты ла бер тигеҙ, сөнки ҡайһы бер йәш балыҡсылар ололарҙы ла уҙҙырып ебәрә. Күптән түгел шундай матур ғаилә менән танышырға насип булды.

“Руслан Рәмил улы Вә­лиәхмәтов булам, ә был – тормош иптәшем Анастасия Александровна”, – тип таныштырҙы улар үҙҙәре менән. Ике улдары бар икән, ҙурына – 2,5 йәш, бәләкәйенә – 1,5 йәш.

– Бәй, мин әйтәм, бала­ла­рығыҙ бәләкәй генә, ә үҙегеҙ икәүләшеп балыҡ ҡармаҡлай­һығыҙ?

Икеһе лә матур итеп йылмайып ҡуйҙы. Мин дә ҡармаҡ һалам, улар ҙа тота. Бына бит ул – ғаилә татыулығының өлгөһө, тип һоҡланып ҡарап ултырҙым уларға. Настя иптәшенә ҡара­ғанда күберәк тотто, быныһы бигерәк тә хайран ҡалдырҙы.

Күптән түгел уртаҡ шөғөл ми­не улар менән яңынан осраш­тырҙы, тик был юлы – боҙ өҫтөн­дә. Тағы ла икәүһе ҡармаҡлай.

– Малайҙар ҡайҙа? – тип һорап ҡуйҙым Русландан.

– Ҡыш бит, йә һалҡын тейер, тип өләсәләренә ҡалдырып киттек.

– Һеҙҙе йәй аҙағында ла икегеҙҙе күргәйнем, әле ҡыш еткәс тә бергә килгәнһегеҙ. Әллә бөтөнләй айырым йөрөмәйһегеҙме?

– Беҙ, ысынлап та, яңғыҙ йө­рөргә күнекмәгәнбеҙ, иптәшем­дең балыҡҡа барғыһы килһә, мин дә эйәрәм, – тип йылмайҙы Анастасия. – Ҡайһы берҙә Русланға ҡарағанда ла күберәк тотам, әммә беҙҙең ғаиләлә күп итеп балыҡ тотоу шарт булып тормай. Етәрлек кенә тотабыҙ ҙа ҡайтып китәбеҙ. Аслыҡ заманы түгел, һатыу өсөн йөрө­мәйбеҙ. Беҙ үҙебеҙҙе тәбиғәт балалары кеүек хис итәбеҙ. Һыу буйына килгәс, иң тәүҙә яр буйын сүп-сарҙан таҙартып алабыҙ, башҡа балыҡсыларҙан да шуны талап итәбеҙ.

– Руслан Рәмил улы, һеҙгә ба­лыҡсы ҡомары ҡасан ҡа­ғыл­ды? Кемдән өйрәндегеҙ?

– Дөрөҫөн әйткәндә, тәүге өйрәтеүсем олатайым Николай Дмитриевич булды. Ул алты йәштән үҙе менән бергә алып йөрөнө. Уның тотмаған балығы юҡ, барыһының да холоҡ-фиғелен белә ине. Атайым Рәмил Миңләхмәт улы ла оҫта балыҡсы, әммә ни өсөндөр олатайым менән йышыраҡ йөрөй инек. Күрәһең, атай эштән бушамағандыр.

– Бала саҡ хәтирәләренән нимәләр иҫеңдә нығыраҡ һаҡланған?

– Эй ҡыҙыҡ инде, уҡыуҙан ҡайтам да һыу буйына ынтыла торғайным. Өйҙәгеләр: “Ял ит, көн һайын балыҡҡа йөрөп йонсоп китерһең”, – тиһә лә, барыбер сығып йүгерә инем, сөнки һыу буйына бармаһам, нисектер эсем бошоп тик йөрөй.

– Ниндәй ҙур балыҡтар эләктергәнең булды?

– Минең әллә ни ҙур балыҡ тотҡаным булманы ла шикелле. Йылтырмаға, ҡыш селбәрәгә ике-өс килограмлыҡ суртандарҙы йыш эләктерәм. Әле бына боҙ аҫтынан селбәрәгә суртан, ала­буға аулайбыҙ. Мәке уйып, ҡар­маҡ һалыу үҙе бер сихри донъя инде, шуға күрә ҡышҡы балыҡ тотоу нығыраҡ оҡшай. Настя ла боҙ аҫтынан тоторға ярата. Әле алабуға яҡшы эләгә, ғинуарға тиклем балыҡ әүҙем була, шул арала йөрөп ҡалырға кәрәк.

– Әле нимәгә тотаһығыҙ? Селәү, ҡарышлауыҡ, ҡорттар ҡулланаһығыҙмы?

– Эйе, балыҡсы кибетендә нимәләр һатыла – шуларҙы файҙаланабыҙ. Ҡамырға сабаҡ, ҡыҙылгүҙ тотабыҙ. “Мормышка” – иң ҡулай ҡармаҡ, айырыуса “шайтан” исемлеһенә яҡшы эләгә.

– Йәйгеһен ике-өс көнгә барһағыҙ, тотҡан табышыңды нисек һаҡлайһың?

– Мотлаҡ таҙартып, тоҙлап, кесерткәнгә урап алып ҡайтам.

– Балыҡсыларҙа ниндәй сифаттарҙы яратмайһығыҙ? Кемдәр оҡшамай?

– Ҡануниәт йомшаҡмы, уны­һын белмәйем, әммә электр ҡармағы менән балыҡ тотоусылар күбәйҙе. Ҡайһы бер күлдәрҙә йылтырма ырғытып та булмай, ауҙар менән сырмап алынған. Ә үҙебеҙ “балыҡ юҡ” тип зар­ланабыҙ. Ҡайҙан булһын ул? Хатта көҙ, балыҡ ятыуға йыйыл­ғас та, ҡуймайҙар, һөҙөп булһа ла тотоп ҡуялар. Был вәхшилек берәй ваҡыт туҡтатылырмы-юҡмы, белмәйем.

– Руслан, әйҙә, ғаилә те­ма­һына күсәйек. Артем менән Мирон исемле матур балалар үҫтерәһегеҙ, уларҙы ла тәби­ғәт яратыусылар итеп күргегеҙ киләлер…

– Әлбиттә, беҙ өйрәтмәһәк, кем өйрәтер уларҙы. Дөрөҫөн  әйткәндә, бөтә эште лә икәүләп башҡарабыҙ. Шуға ла беҙгә йәшәүе күңелле. Балыҡты мот­лаҡ мин таҙартам һәм үҙем бешерәм, сөнки малайҙар бәлә­кәй бит әле. Балыҡты ҡыҙҙырғанда онда түгел, ә манный ярмаһында әүәләйем, тәмлерәк була.

Бына шундай балыҡсылар менән йәнле әңгәмә булды. Был ғаиләгә именлек, һаулыҡ теләйем.

Әсләм КАМАЛОВ

Читайте нас: