Бөтә яңылыҡтар

Иғтибар: алдаҡсы тикшереүселәр

activefisher.net
Фото:activefisher.net

Дөрөҫөн әйткәндә, һәүәҫкәр балыҡсылар үҙҙәренә ҡағылған ҡанундарҙы белә, әммә ғәмәлдә ҡайһы берәүҙәре уны үтәмәү яғын ҡарай. Шуның менән бергә тәбиғәт һаҡсылары араһында үҙҙәрен “балыҡсылыҡты һаҡлаусылар” тип танытып, ялған танытма күрһәтеп йөрөгәндәре лә осрай.

Улар яңғыҙ йөрөмәй, күбеһенсә икәүләп “һунар”ға сығалар. Машиналарҙы, табышты тикшереүҙе ихлас башҡаралар, әгәр ҙә һауыттағы балығың 1-2 килоға артыҡ икән, байтаҡ нервыңды “ашаясаҡтар”. Бахыр балыҡсыны ҙур штрафтар менән ҡурҡыта башлайҙар. Ялған квитанция тоттороп, аҡсаһын алып китәләр. Йыш ҡына өйөнә ҡайтҡас, хатаһын, алданыуын аңлап, үкенергә тура килә. Иҫегеҙҙә тотоғоҙ: тикшереүселәр тәүҙә һеҙгә танытмаларын һәм паспорттарын күрһәтергә бурыслы.

Телефондарында тикшереү ойошмаларының номерҙары булырға тейеш. Ҡулдарында “Һәүәҫкәр балыҡсылар тураһында” тигән ҡанундар булыуы мотлаҡ. Бер балыҡсы ла штраф өсөн ҡулаҡса менән иҫәпләшергә тейеш түгел.

Әсләм КАМАЛОВ

Читайте нас: