Бөтә яңылыҡтар

Ҡышҡы “һунар”

Ҡыш бар балыҡтар ҙа үҙҙәренең әүҙемлеген юғалта. Тән температураһы һыуҙыҡы менән бер тиерлек, йәғни 4-5 градус тирәһе. Ҡармаҡлау өсөн нәҙек, ныҡ ептәр ҡулланырға кәрәк, бәләкәй генә ҡалҡыуыс ҡуйырға ла мөмкин.

Мормышка йәки бәләкәй ырғаҡтар кәрәк буласаҡ. Балыҡ тотоу ысулдары күп. Мормышка ҡуйһаң, уны мотлаҡ ҡыбырлатып тороу хәйерле. Ошолай аҡ тәңкәле балыҡты эләктерергә мөмкин. Ә бына йыртҡыс балыҡтар уларға әллә ни иғтибар итмәй, шуның өсөн беҙ ҡышҡы ялтырмалар әҙерләйбеҙ. Ҡыҫҡа ғына (35-40 см) ҡармаҡ сыбығы һәм 0,28-0,3 ҡалынлыҡтағы флюрокарбон еп отошло һанала.

Йылғала ҡармаҡлауҙан айырмалы, күл-быуаларҙа балыҡ тотоу отошлораҡ. Урынды дөрөҫ һайлаһаң, табыш мотлаҡ буласаҡ. Күлдәрҙә суртан, алабуға, ҡорман, табан, сабаҡ үрсеүсән. Йәшнигеңдә йыртҡыс балыҡтар тотоу һәм аҡ тәңкәлеләрҙе ҡармаҡлауға тәғәйенләнгән ҡармаҡтар булырға тейеш. Ҡармаҡтарығыҙ ни тиклем ҡиммәт, текә булмаһын, янығыҙҙа ҡәҙимге  ағас сыбығына бәйләп балыҡ тотоп ултырған ағайығыҙҙың һеҙҙән күберәк табыш алыуы ихтимал. Икенсе килеүгә һеҙгә уңышлы урындарҙы иҫтә ҡалдырырға кәрәк, сөнки ҡышҡы көн былай ҙа ҡыҫҡа, балыҡлы урынды эҙләп, күп ваҡытығыҙҙы сарыф итеүегеҙ бар. Әгәр ҙә күлде яҡшы белгән балыҡсы менән килһәгеҙ, тағы ла отошлораҡ. Иптәшегеҙ булмаһа, борсолмағыҙ, ҡайҙа халыҡ күп йыйылған, шунда барығыҙ. Иң мөһиме, башҡа балыҡсыларға хөрмәт менән ҡарағыҙ, яҡын урынлашыуығыҙ ҡайһы берәүҙәргә оҡшамауы ла мөмкин. Шуныһын да иҫкәртәбеҙ, балыҡсылар күп булған урындарҙа боҙҙоң емерелеүе ихтимал. Хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен онотмағыҙ.

Йылғаларҙа ҡыш балыҡ тотоу ауырыраҡ, күптәре ағын һыулы, икенсе яҡтан, шөғөл мауыҡтырғыс. Иң уңышлы алым – ҡорттарға тотоу. Уҫаҡ, ҡайын ҡорттары булһа, тағы ла яҡшыраҡ. Уҫаҡтыҡы – йәшкелт, ә ҡайындыҡы аҡ төҫтә. Әлбиттә, ағын һыуҙа тотоу өсөн ауыр мормышкалар кәрәк буласаҡ. Икенсе ысул – мәкеләр уйғас та аҫҡыһына ҡармағыңды, өҫкөһөнә ем һалғысты ҡуяһың. Әгәр ҙә йылғаны яҡшы белмәйһегеҙ икән, балыҡ ятҡан ятыуҙарҙы табыуы ауыр буласаҡ, әүҙем генә эҙләргә тура киләсәк.

“Түҙгәнгә – түш” тигән әйтемде оноторға ярамай, кискә табан эре ажау, сабаҡтар эләгә башлай ул. Тик кейемегеҙ йылы һауа үткәреүсән булырға тейеш, юғиһә тирләп өшөүегеҙ бар.

Әсләм КАМАЛОВ

Читайте нас: