Бөтә яңылыҡтар

Бәхет өләшеүсе Миҙхәт

Ун бер күлде ихлас тәрбиәләй.

Ниһайәт, көндәр йәйгә тартты, йылға-күлдәр  боҙҙан әрселде. Ҡыштың ялҡытҡыс  һалҡын көндәре лә артта ҡалды, бар халыҡ ял итергә һыу буйҙарына ашыға… Ә мин, һәр ваҡыттағыса, йылға ярында күңелемә ятҡан балыҡсы дуҫтарҙы эҙләйем. Апаруҡ юл үткәс, Ауырғазы райо­нында йәшәгән, күңеле менән тәбиғәттән айырылғыһыҙ, ихлас, асыҡ йөҙлө геройым менән осраштым.

Үҙен ишетеп белһәм дә, осрашҡаным юҡ ине. Хәүефләнеүем бушҡа булған икән, йылмайып, ҡоластарын йәйеп килеп күреште.  “Хәсәнов Миҙхәт Рәүил улы булам”, – тип таныштырҙы үҙен. Алдымда мыҡты кәүҙәле, алсаҡ, олпат тәбиғәт һаҡсыһы тороуын аңланым. Унан үҙемде ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға тиҙерәк яуап алғым килде.

 

– Миҙхәт Рәүил улы, тыуған яғығыҙға  мөкиббән ғашиҡ кеше икәнлегегеҙҙе  беләм. Бөтә йылға-күлдәрҙе лә  йөрөп сығырға өлгөрҙөгөҙмө  әле? 

– Тыуған ауылым – Дүртөйлө. Баш­ҡортостан буйлап рәхәтләнеп, кинәнеп   йөрөргә яратам. Йылға-күлдәре айырыуса күңелгә яҡын. Район үҙәге үҫә, матурлана, шуға ҡыуанам. Ата-әсәйем дә: “Улым, яҡшы йәшәр өсөн күп уҡырға кәрәк, намыҫ менән эшләргә, хәлеңдән килгәнсә башҡаларға ярҙам итергә өйрән”, – тип йыш ҡына ҡабатлай торғайны. Әле лә ошо  васыятты хәлемдән килгәнсә үтәйем.

– Белеүемсә, һеҙ тәбиғәткә һоҡланып, унан көс алып йәшәгән  уҙамандарҙың береһе. Өҫтәүенә, балыҡ тоторға ла  әүәҫһегеҙ. Нисек бөтәһенә лә ваҡыт табаһығыҙ?

– Балыҡ ҡармаҡлау – күңелле шөғөл, әлбиттә. Тик шуны  онотмайыҡ:  балыҡтарҙы үрсетергә һәм һаҡлай  белергә лә кәрәк бит әле. Олоғая төшкәс, хәҙер ошо мәшәҡәттәр менән шөғөлләнәм. Ҡыш бөтә район ойошмалары менән мәкеләр уябыҙ,  балыҡтарҙы ашатабыҙ, йәй иһә йылға үҙәндәрен таҙартабыҙ. Иң ҡыуандырғаны шул: был саралар өсөн бер тин дә аҡса сарыф итмәйбеҙ, кешеләр үҙҙәре эшләргә ынтылып тора. Ә балыҡҡа килгәндә, ҡалҡыуыслы ҡармаҡ менән табан балығы тоторға яратам.  Аҙаҡ тәмләткестәр һалып, уны ҡурып, ғаиләмә ашатам. Йышыраҡ селәүсенгә тотам, бала саҡты иҫкә төшөрөп...

– Ҡайһы күлдә балыҡ тоторға яратаһығыҙ?

– Ауырғазыла күл-быуалар күп бит, һәр береһенең балығынан ауыҙ итке килә. Шулай ҙа бала саҡта  йөрөгән Ауырғазы йылғаһына йыш барып урайым. Әлбиттә, йылғалар һайыға, уларҙы ҡарап, тәрбиәләп тороусылар һирәгәйҙе. Өршәк йылғаһының үҙәне лә таҙартыуҙы талап итә. Элек унда эре-эре һаҙандар байтаҡ булды, табан, сабаҡты тотмай ҙа торғайнылар. Промысла балыҡ­тарын күберәк үҫтереү, ҡуртымға биреү яйлы булыр ине. Минең уйымса, сит илдәрҙең балыҡтарын беҙгә бирмәй башлауҙары ихтимал, шуның өсөн был эште үҙебеҙгә хәстәрләргә кәрәк.

– Киләсәктә балыҡсылыҡты үҫтереү юлдарын нисек күҙаллайһығыҙ? Һә­үәҫкәр балыҡсыларға ҡарата ла шарттарҙы үҙгәртергә кәрәктер, моғайын.

– Эйе, был мәсьәлә тотош федераль кимәлдә хәл ителергә тейеш. Хәҙер беҙҙә  ҡармаҡлаусылар күбәйҙе, ә бына үрсетеүселәр бармаҡ менән генә һанарлыҡ. Элегерәк күлдәр, быуалар колхоз-совхоздар ҡарамағында ине. Улар йыл һайын селбәрә ебәреп, йылға-күлдәрҙе  тулыландырып торҙо,  халыҡты ла балыҡ менән тәьмин итте. Ни өсөн әле беҙ айҙар буйы карап трюмдарында ятып,  сифаты тейешле кимәлдә булмаған ризыҡты ашарға тейеш? Ғөмүмән, Башҡортостанда балыҡсылыҡ тармағын үҫтереүгә ҙур  көс һалына, тип әйтә алмайым, шуға күрә бер файҙалы акция ойоштороп ебәрҙем. Балыҡҡа ярлы күл-быуаларға селбәрәләр ебәрәбеҙ. Мәсьәләнең икенсе яғы ла бар, беҙҙең халыҡ туҡланыу өсөн генә түгел, һатып табыш алыу өсөн  тырыша башланы,  балыҡты ау, йылым менән  тотоп, баҙарға сығарырға ла тартынмай ҡайһы берәүҙәр.  Етмәһә, электр ҡармаҡтарын да файҙаланалар. Нисек йән әсемәһен...

– Миҙхәт ағай, һеҙ Себер тарафтарында байтаҡ йылдар эшләгәнһегеҙ. Ниндәй елдәр ташланы ул алыҫ яҡтарға?

– Ҡустым, элек тормош ауыр ине бит. Атай иртә таңдан кискә тиклем колхоз эшендә. Ҡайта ла һатыу өсөн сабата үрергә тотона, ҡайһы саҡта ауылдаштарға мунса, өй күтәрешә, шуға күрә мин дә бәләкәйҙән төҙөүсе булырға хыялландым. Ишембайҙа училищены тамамлағас, 1968 йылда сик буйы ғәскәрҙәренә  хеҙмәткә алындым.  Бик тә хәрби училищеға барғым килде. Тик командирҙың атайҙарса һүҙе ниәтемдән ҡайтарҙы. “Миҙхәт, һеҙҙең ғаиләлә ун бала, ҡайтып, атай-әсәйеңә ярҙам итһәң, яҡшыраҡ булыр”, – тине.

Шулай итеп, әрме хеҙмәтенән туп-тура йәштәрҙең комсомол төҙөлөшөнә киттем. Нижневартовск ҡалаһында эшләргә лә,  балыҡ тоторға  ла өйрәндем. Оҙаҡ йылдар  “Строй-Индустрия” төҙөлөш идаралығының генераль директоры булып эшләнем.

– Миҙхәт Рәүил улы, һеҙ – ябай ауыл малайы, нисек Себерҙе үҙ итеп, яраҡ­лашып йәшәп алып киттегеҙ? Радужный ҡалаһында һеҙҙе белмәгән кеше юҡ, Йәмәғәт палатаһы ағзаһы, ҡала думаһы депутаты булғанһығыҙ, “Берҙәм Рәсәй” партияһының урындағы бүлеге етәк­сеһе… Нисек барыһына ла өлгөрҙөгөҙ?

– Әйткәнемсә, мин халыҡты яратам, үтенес, нужа менән йөрөгәндәрҙең ауыр мәсьәләләрен үҙемдекеләй күреп хәл итә торғайным. Шуғалыр ҙа, бәлки, был яҡты донъяла йәм табып  йәшәйемдер, кешенең фатихаһы төшөп тора. Мәктәптә лә тик “бишле” билдәһенә уҡыным. Тәбиғәтте әле лә ныҡ яратам, ярҙам итергә тырышам. Ике йыл Кешәнле быуаһына селбәрәләр ебәреү менән мәшғүлмен. Һаҙан, аҡ амур, һөмбаш балыҡтары үрсей. Климат ныҡ ҡаты түгел, шуға күрә хәҙер балыҡтар күбәйҙе. “Олоғайған көнөгөҙҙә был эштәр нимәгә кәрәк?” – тип һораусылар ҙа бар. Эйе, хәҙер йәш тә бара, әммә башлаған эшемде ярты юлда бер ваҡытта ла ташлағаным булманы. Киләсәк быуында  ла тәбиғәткә һаҡсыл ҡараш тәрбиәләргә, хәстәрләргә кәрәк.

– Бындай эштәрҙе башҡарып сығыу, ай-һай,  анһат түгелдер…

– Юҡ, ауыр түгел, ниәтемде уртаҡлашҡан кешеләр күбәйҙе хәҙер. Ауырғазы районы хакимиәте башлығы, инвалидтар йәмғиәте, Эске эштәр министрлығы һәм прокуратура хеҙмәткәрҙәре ярҙам итеп тора. Һунарсы ҡомары миндә әле лә һүнмәгән, тик  ул икенсе йүнәлеш алды. Урманға барһам, йәнлектәргә, ҡоштарға ашарҙарына алып барам. Ҡоштарға – көнбағыш, тейендәргә сәтләүек, ҡатнаш аҙыҡтар илтеп,  ҡыуанып ҡайтып китәм. Урманға барып, төрлө бәшмәктәр сәсәм, бигерәк тә аҡ бәшмәкте яратам.

Тағы ла бер хыялымды тормошҡа ашыраһы  ине: район биләмәләрендә кедр ағастарын үҫтергем килә. Себерҙән орлоҡтар алып ҡайттым, ҡайһы берҙәре өс йыл  инде үҫеп ултыра. Иң ныҡ йәнгә тейгәне: күл буйҙарының бысраҡлығы. Балығын тотҡас, рәхәтләнеп ял иткәс, ултырған урыныңды таҙартып китергә кәрәк бит инде. Бына ошо тәрбиәне  йәш быуынға биреп еткермәйбеҙ. Эште һәр кем үҙенән башларға тейеш. Ауылым янындағы ун бер күлде лә ихлас күңелдән тәрбиәләйем.

Ойошмаларға боҙ тишкестәр, төрлө кәрәк-яраҡ алып бирәм. Уҡыусылар ихлас ярҙам итә. Тәбиғәтте һаҡлау Тыуған илде һаҡлау менән бер ул.  Башҡортостанда  тәбиғәтте һаҡлауға ыңғай ҡараштың көсәйәсәгенә иманым камил. Шуның өсөн дә мин Экология һәм тәбиғәттән файҙаланыу министрлығында экологияны һаҡлау буйынса кәңәшсе булып торам. Бөтә мөһим сараларҙың уртаһында ҡайнап эшләгем килә, ошондай тынғыһыҙ тормош миңә көс бирә.

Тормош иптәшем Гөлсәсәк менән ике ул һәм ике ҡыҙ үҫтерҙек. Марсель улым Мәскәүҙә  – төҙөүсе, Ленар  минең  хеҙмәт юлымды һайланы, Алина һәм Альбина ҡыҙҙарым – Өфөлә студенттар.

– Әңгәмә өсөн рәхмәт.

 

Авторҙан. Ошоға тиклем геройым кеүек киң даирәле, белемле, алсаҡ, ябай кешеләрҙе бик һирәк осраттым. Кешеләргә ҡарата иғтибарлы, ихтирамлы булыуы, эс-бауырыңа үтеп, хәлеңде һорашыуы, күҙҙәрен ҡыҫа биреп, ихлас йылмайыуы, һәр ваҡыт нимәлер эшләргә әҙер тороуы һоҡландырҙы.

Миҙхәт Рәүил улы тураһында мәҡәлә яҙыу ғына  аҙ, китап яҙырлыҡ шәхес ул. “Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған төҙөүсеһе” тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булған. Тәбиғәтте һаҡлауға индергән  өлөшө лә баһалап бөткөһөҙ.

Әсләм КАМАЛОВ

Читайте нас: