Бөтә яңылыҡтар

Май-июнь айҙарында ниндәй балыҡтарҙы ҡармаҡларға була?

activefisher.net
Фото:activefisher.net

Май-июнь айҙарында күп балыҡтар ыуылдырыҡ сәсеүен дауам итә. Ҡануниәт буйынса, был осорҙа балыҡ тотоу сикләнә. Апрель айында ыуылдырыҡ сәсеп өлгөргән балыҡтарҙың ашау стадияһына күсеүе күҙәтелә ине. Яҙғыһын иһә балыҡ тотоуҙан да мауыҡтырғыс мәл юҡтыр ул.

Һауа ла, һыу ҙа яҡшы кимәлдә: һалҡын да, эҫе лә түгел. Һәр йән эйәһе туйынып ҡалырға тырыша, балыҡтар ныҡ хәрәкәтсән,  ҡармаҡты шунда уҡ һөйрәп алып та китәләр, ҡышҡы ҡармаҡҡа ла тоторға була. Һыла (судак) әүҙем ҡаба. Иң мөһиме – ошо яйлы осорҙо бушҡа үткәрмәҫкә кәрәк.

Суртан. Ыуылдырыҡ сәсеү май уртаһына тамамлана. Йылтырма йәки ҙур ҡалҡыуыс ҡуйып, ырғаҡҡа селбәрә кейҙереп, тымыҡ урындарҙа тоторға мөмкин. Ҡамыш буйҙарында үҙенең табышын көтөп ятыусан. Ҡояшһыҙ, йонсоу көндә яҡшы эләгә.

Һыла. Ыуылдырыҡ сәсеп, ике-өс көн үтеүгә, һыла ныҡ асыға, көн ҡояшлы, аяҙ булһа, селбәрәләрҙе баҫтыра башлай. Кискә табан яр буйында ҡармаҡлауға  ихлас тотонорға мөмкин.

Алабуға. Иң талымһыҙ балыҡ тиһәм, һис тә яңылышмам. Йыл әйләнәһенә тоторға мөмкин. Май айында ла шулай: бөтә төр емгә лә берҙәй эләгә, иң яратҡан аҙығы – селәүсен. Әллә ҡайҙан эҙләргә түгел уны,  гелән яр буйында йөҙөп йөрөй. Фидерға ла, йылтырмаға ла, ҡалҡыуыслы ҡармаҡҡа ла яҡшы эләгә. Мәҫәлән, күл-быуаларҙа иртәнән ҡара кискә тиклем ҡаптырырға мөмкин.

Аҡ тәңкәлеләр (ҡорман, опто, күстерә, сабаҡ). Был балыҡтарҙы тотоу иң мауыҡтырғыс шөғөлдөр, моғайын. Ҡалҡыуыслы ҡармаҡ иң уңайлыһы, әммә ағын һыулы йылғаларҙа фидерға өҫтөнлөк бирергә кәрәк. Ҡорман балығы һоло, бойҙай ярмаһын ярата, төрлө ҡарыш­лауыҡтар ҡушырға мөмкин. Ем һалғыстағы емегеҙ һыуҙа 5-7 минутта ағып бөтөргә тейеш, шуның өсөн дә емегеҙҙе ҡатыраҡ эшләргә кәрәк. Ҡорман, сабаҡ, күстерә ыуылдырыҡ сәскәс тә эләгә башлай. Һыу әлегә һалҡын булғанлыҡтан, улар тәрән ятыуҙарҙан сыға һалмай, һуңынан ғына үлән-ҡамыш араларына киләләр.

Һаҙан. Май айында һаҙан яр буйына уҡ килеп етә, сөнки унда һыу йылыраҡ.

Селәүсен, консерваланған кукуруз, борсаҡ – иң яратҡан аҙығы. Ҡалҡыуыслы һәм ем һалғыслы ҡармаҡҡа тоторға мөмкин. Табышын баҫтырып йөрөмәй, тыныс ҡына үҙе килгәнен көтә. Һаҙан тотҡанда ҙур ҡармаҡ кәрәк, ептәрегеҙ ныҡ булһын.

Сабаҡ. Иң күп һәм тәмле балыҡтарҙың береһе. Ыуылдырыҡты апрель-май айҙарында сәсә. Нәҙек кенә епкә (0,11-0,13 миллиметр) бәләкәй ҡармаҡ (2,5-3,5 нумерациялы) эләктереп,  ҡалҡыуыслы ҡармаҡ эшләйҙәр, емдең тереләрен дә, ҡатнаш аҙыҡтарҙы ла үҙ итә. Бигерәк тә бүрттерелгән бойҙайҙы ярата. Сабаҡ үлән, сытыр араһында йөрөүсән, шуға күрә ҡармағығыҙ нимәгәлер эләгеп, өҙөлөп ҡалыуы ихтимал. Төрлө тәмләткестәр менән әллә ни мауыҡмағыҙ, ваҡыты-ваҡыты менән  балыҡ тотҡан урынығыҙҙы емләп ултырығыҙ.

Ҡорман (лещ). Был айҙа ул яр эргәһенән әллә ни йыш эләкмәй, сөнки тәрән ятыуҙан яр буйына ашарға ғына сыға, шуға күрә иртәле-кисле тотоу уңышлы булыр. Ҡалҡыуыслы ҡармаҡ йәки фидерға тоторға мөмкин. Ванилин һәм көнбағыштың еҫен ярата.

Әсләм КАМАЛОВ

Читайте нас: