Бөтә яңылыҡтар

Телеңде йоторлоҡ ризыҡ

Ҡорман – үҙенең күплеге менән беҙҙең яҡта киң танылыу алған балыҡ. Һәр балыҡсы уны тоторға ярата, бигерәк тә йылғала. Күпләп эләктергәндә, уны тоҙло һыуҙа тотоп, аҙаҡ киптереп йә ыҫлап ашарға күнеккәнбеҙ. Ҡорман балығы фосфорға бай, организмдың үҫешенә ҙур йоғонто яһай.

Оҫта хужабикәләр унан ниндәй генә аш-һыу әҙерләмәй! Ыуылдырығын майҙа ҡыҙҙырып та, тоҙлап та ашарға мөмкин. Ҡорманды һыуҙа бешереп тә, ҡамырға урап, мейестә ҡурырға ла мөмкин. Балыҡтың үҙенсәлекле еҫе бар, уны түбәндәге ысулдар менән бөтөрөргә була:

тоҙло һыуға ике сәғәткә һалып ҡуйырға; лимон һутында ярты сәғәт тоторға; һыуытҡысҡа ҡуйырға; алып ҡайтҡандан һуң, тере булған хәлдә, һыуыҡ һыуға ебәрергә.

Хужабикәләргә бер рецепт тәҡдим итәм. Ҡорман балығын йыуабыҙ, тәңкәләрен, айғолағын һәм эсен таҙартабыҙ. Аҙаҡ яҡшылап тоҙлайбыҙ, ҡабырғаһын бысаҡ менән телгесләп сығабыҙ һәм уларға лимон киҫәктәрен индереп ҡуябыҙ. Һуған һәм әнисте турап, эсенә тултырабыҙ. Әҙер булғас, ҡаймаҡ һөртәбеҙ, борос һибәбеҙ.

Балыҡты биш минутҡа мейескә ҡуябыҙ. Шунан һуң алып, фольга менән ябабыҙ ҙа 30 минутҡа тағы мейескә оҙатабыҙ. Әҙер булғас, туралған йәшел һуған менән биҙәргә мөмкин.

Бының өсөн ҡорман балығы (бер килограмм), ике баш һуған, әнис, үҫемлек майы, ҡаймаҡ, тоҙ, борос, лимон кәрәк буласаҡ.

Ашығыҙ тәмле булһын!

Әсләм КАМАЛОВ

Автор:Розалия Абдрафикова
Читайте нас: