Бөтә яңылыҡтар

Йәш балыҡсыға әйтер һүҙем бар

Тышта гүзәллек тантана итә, был матурлыҡ күңелдәргә күсеп, шатлыҡ өҫтәй… Ҡояш та рәхимлерәк, йылыраҡ. Ошондай хозурлыҡтан мәхрүм булып,  нисек өйҙә ултырмаҡ кәрәк? Әйҙәгеҙ, бергәләп балыҡҡа!

Яр буйына барғас та, ҡармаҡ һалыр өсөн урын һайлау мөһим. Ҡолаған ағастар, ҡамыш үҫкән ерҙәр, кескәй шишмәләр ҡойған урындар яҡшы. Яҙ ярҙар тиҙ емерелә, шуның өсөн һаҡ булырға кәрәк. Бәләкәй шишмәләр балыҡтарға төрлө ҡорттар, ҡарыш­лауыҡтар алып килә. Иң тәүҙә ҡал­ҡыуыслы ҡармаҡҡа тотоп ҡарағыҙ, тик батырғысығыҙҙы ырғаҡтан ярты метрға өҫкә күтәрегеҙ. Селәүсен һәм ҡарыш­лауыҡтарҙы бөтә балыҡ та ярата, тик тынысыраҡ урындарҙы һайлау отошло булыр. Әгәр ҙә ваҡ ҡыҙылғанаттар эләгә икән, унда мотлаҡ эре балыҡ та бар тигән һүҙ. Балыҡсы түҙемле булырға тейеш, сәғәттәр буйы бер балыҡ та эләкмәй икән, көтөп ултырмағыҙ, урынығыҙҙы алмаш­тырығыҙ. Ҡармаҡ ебегеҙ ҡалын булмаһын, тик 2-3 килолыҡ табышты сығарырҙай ныҡ булһын. Селәүсенгә йәки ҡарыш­лауыҡҡа эләкмәй икән, үҙегеҙ менән манный ярмаһын алығыҙ.

Бер бәләкәй генә һауытҡа ике ҡалаҡ ярма һалып, аҙ ғына һыу өҫтәп,  ныҡ итеп туғырға кәрәк. Ҡаты ғына өшә барлыҡҡа килгәс, бер ҡалаҡ он өҫтәгеҙ. Шулай итһәгеҙ,  емегеҙ ҡармаҡтан ысҡынмаҫ. Ҡармағығыҙҙы йыш  ҡына алып ҡарап тороғоҙ, сөнки яҙғыһын йә япраҡтарға, йә сытырға эләгеп ятыуы ихтимал. Тәмләткестәрҙән әнис, ваниль алһағыҙ, яҡшы булыр.

Ташбаш балығын һәр кем белә, ул эләкһә, һыуға кире ташларға ашыҡмағыҙ, ике йә өс асалы ырғаҡҡа ҡаптырып, ярҙан өс-дүрт метрға һалып ҡуйһағыҙ, эре йыртҡыс балыҡтарҙы тотоуығыҙ ихтимал.

Фидерға тотоусыларға ла матур, яйлы мәл етә, ем һалғыстарығыҙҙы ярмалар менән тултырып, ярҙан алыҫтараҡ һыуҙа тоторға була. Сытыр араһында опто өйөрө йөрөүсән, асыҡтараҡ ерҙә, яр буйында  ажау эләгә, ялтыр табандар ҙа ҡабыусан. Яҙ бар тәбиғәт үҙгәрә, яңы ятыуҙар барлыҡҡа килә, элеккеләре юғала, ағастарҙың тамырҙары асыла, бына шуның өсөн  машинағыҙҙы ҡарт ағастар аҫтында ҡалдырмағыҙ.

Әсләм КАМАЛОВ

Читайте нас: