Ҡара көҙҙә йылтырмаға йыртҡыс балыҡтар тотоусылар бермә-бер арта. Шуны күҙ уңында тотоп, һыу боҙ менән ҡапланмаҫ борон “Башҡортостан балыҡсылары” һәүәҫкәр балыҡсылар клубы Өфө районының Миловка ҡасабаһы янындағы күл буйына фестивалгә йыйылды.
Ярыштың шарттарына ярашлы, йәш сикләнмәй, шуның өсөн балалар менән бер рәттән ололар ҙа, йәштәр ҙә йыйылды. Яр буйына матур итеп биҙәлгән күп һанлы сатырҙар ҡуйылған, ғөмүмән, сара кескәй һабантуйҙы хәтерләтте.
Ойоштороусылар балыҡсыларға старт бирҙе. Биш сәғәт эсендә кем иң күп балыҡ тота: ярыш барған мәлдә ҡаҙандарҙа аш беште, бүләктәр барланды.
Һөҙөмтәлә ололар араһында беренсе урынды – Альберт Собханғолов, икенсене – Альберт Кәлимуллин, өсөнсө урынды Рөстәм Турушев яуланы. Ҡатын-ҡыҙҙар араһында Анастасия Турушеваға тиңләшеүсе булманы. Балалар араһында Шамил Солтанбәков еңеүсе булып танылды. Бағыусыларға ҙур рәхмәт – бер бала ла бүләкһеҙ ҡайтманы. Күмәкләп ултырып ашағас, ошо күңелле сараны ойошторған “Башҡортостан балыҡсылары” ойошмаһына рәхмәт һүҙҙәре һәм матур теләктәр әйтелде.
Редакциянан: Был ойошма ҙур эштәр башҡара. Мәҫәлән, Александр Володин йыл әйләнәһенә браконьерҙарға ҡаршы көрәшә, ауҙарҙы табып, хоҡуҡ һаҡлау органдарына тапшыра. Бигерәк тә яҙғыһын, балыҡ ыуылдырыҡ сәскәндә, ау менән тотоусылар күбәйә. Александр Ағиҙел йылғаһы бассейнында һәм яҡын-тирәләге күлдәрҙә балыҡтарҙы ҡурсалай.
Ойошма Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты, “Йәшел”дәр блогы етәксеһе Руфина Шаһапова менән дә әүҙем хеҙмәттәшлек итә. Киләсәктә лә ошондай ерем, һыуым тип янып йөрөгән егеттәр күберәк булһын. Яңыраҡ ҡына махсус хәрби операцияға юлланған башҡорт яугирҙәренә гуманитар ярҙам күрһәттеләр. Был эш әле лә дауам итә.
Рөстәм ҒӘЛӘЛЕТДИНОВ