Бөтә яңылыҡтар
Эй ултыра балыҡсы...
25 Февраль 2023, 10:00

Иң шәп балыҡсы кем?

Миәкә районындағы конкурс шуны асыҡланы

Иң шәп балыҡсы кем?
Иң шәп балыҡсы кем?

Миәкә районының Сафар ауылы “Айыҡ ауыл” конкурсының муниципаль этабында еңеү яулап, республика кимәленә сыҡты. Ауыл эргәһендә Дим йылғаһында ойошторолған “Балыҡ ҡап, ҡап, боҙ өҫтөндә ялтырап ят!” сараһы ла ошо конкурс сиктәрендә уҙғарылды. Ҡышҡы балыҡ тотоу турниры күрше-тирә яҡ ауылдарҙан да балыҡсыларҙы йыйҙы. Унда ололар ҙа, балалар ҙа ҡатнашты. Еңеүселәр төрлө номинацияла билдәләнде. ”Тәүге балыҡты тотоусы" исеменә  Дамир Йосопов, "Иң ҙур балыҡ тотоусы”  – Рәмил Абайдуллин, “Иң өлкән йәштәге балыҡсы” - Фәрит Ғәлиев, “Иң күп балыҡ тотоусы” -  Иршат Ғәрифйәнов , “Иң  йәш балыҡсы” номинацияһына  Ибраһим Ғәфуров лайыҡ булды. Шулай уҡ башҡа балыҡсылар ҙа үҙҙәренең оҫталығын күрһәтә алды.

Саф һауала ойошторолған байрам ярыш сәме генә түгел, яҡшы ял да бүләк итте. Ҡатнашыусылар , ярыш ҡунаҡтары өсөн шул арала тәмле балыҡ ашы бешерелде. Тәбиғәт ҡосағындағы аш айырыуса танһыҡ булды.

Йәнәби-Урсай ауыл биләмәһе хакимиәте үткәргән сара сәләмәт тормош алып барыуҙы, халыҡҡа матур ял ойоштороуҙы маҡсат итеп ҡуйҙы. Сафар халҡының изге башланғыстарын хуплап, уларҙың “Айыҡ ауыл” конкурсының республика этабында ла еңеү яулауын теләйбеҙ.

Фотолар: Ауыл биләмәһе хакимиәте архивынан.

 

Иң шәп балыҡсы кем?
Иң шәп балыҡсы кем?
Иң шәп балыҡсы кем?
Иң шәп балыҡсы кем?
Иң шәп балыҡсы кем?
Иң шәп балыҡсы кем?
Иң шәп балыҡсы кем?
Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас: