Бөтә яңылыҡтар
Эй ултыра балыҡсы...
12 Февраль , 16:00

Балыҡ тотам, тип...

Ҡотҡарыусыларҙың ярҙамы кәрәк булған

Балыҡ тотам, тип...
Балыҡ тотам, тип...

Бөгөн Баймаҡ районында Магнитогорск ҡалаһынан килгән балыҡсылар күңелһеҙ хәлгә осраған. Ошо турала Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты хәбәр итә.

Көтөлмәгән хәл Граф күле янында теркәлгән. Өс балыҡсы ҡайтырға йыйынғас, үҙҙәре килгән ҡаргиҙәр өлөшләтә һыу аҫтына киткәнен күреп ҡалған. Шул уҡ ваҡытта улар ярға тиклем барып етә алмаған.

Ваҡиға урынына Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты ҡотҡарыусылары ебәрелгән. Белгестәр ҡамалған техниканы сығарырға ярҙам иткән һәм балыҡсыларҙы ярға эвакуациялаған. Ир-егеттәргә медицина ярҙамы кәрәкмәгән, тип хәбәр ителә.

– Балыҡҡа барғанда, бигерәк тә ҡыш көндәрендә, һаҡ булығыҙ! Ярҙам кәрәкһә, 112 һандары буйынса шылтыратығыҙ, – тине Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты.

 

Фото: Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты, архив.

Автор:Гүзәлиә Зәйнуллина
Читайте нас: