Бөтә яңылыҡтар
Эй ултыра балыҡсы...
4 Декабрь , 08:00

Биш килограмлыҡ суртан тотҡан

Был уның беренсе рекорды түгел — былтыр ете килограмлыҡ балыҡ тотҡан булған.

Биш килограмлыҡ суртан тотҡан
Биш килограмлыҡ суртан тотҡан

Баймаҡ районының Ниғәмәт ауылынан Әмир Юлғотлин Һаҡмар йылғаһында биш килограмлыҡ суртан тотҡан. Был уның беренсе рекорды түгел — былтыр ете килограмлыҡ балыҡ тотҡан булған.

«Һаҡмар балығы тәмле, ғаиләмде алабуға, сабаҡ, һыла һәм ҡыҙылғанат менән һыйларға яратам. Алыҫҡа йөрөмәйем — Һаҡмар йылғаһында балыҡ тотам, ҡайһы берҙә Талҡаҫ күленә лә барам», - ти балыҡсы.

Әмир Юлғотлин әйтеүенсә, балыҡ тотоу ҡомары уға көс-дәрт өҫтәй.

«Йәй көнө мин иртән һәм кисен икешәр сәғәт балыҡ тотам, ә ҡыш көнө был ваҡыт миңә нығыраҡ оҡшай. Тынлыҡ һәм саф һауа күңелемә рәхәтлек бирә», — тип ҡыуанысы менән уртаҡлаша Әмир Юлғотлин.

Ә һеҙ нисә килограмлыҡ балыҡ тотҡанығыҙ бар? Фотоларығыҙ булһа, әйҙәгеҙ бүлешегеҙ әле!

Фото: телеграм

Автор:Карима Усманова
Читайте нас: