

Түҙемле булһаң, суртан да эләгә. 45 йыл буйы спиннингка суртандар тотоу оҫтаһы Альберт Ҡолмөхәмәтов шундай фекерҙә. 58 йәшлек ир Салауат ҡалаһында тыуып үҫә. Яҙмыш еле уны 2012 йылда әсәһенең тыуған яғы Балтас тарафтарына алып ҡайта, тип яҙа “Балтач таңнары” гәзите. Вахта ысулы менән Себергә йөрөп эшләй. “Ҡыш – эштә, йәй буйы ауылдамын. Балыҡ ҡармаҡлау өсөн бик ҡулай”, – ти Альберт Ғизетдин улы.
Тирә-яҡта ул йөрөмәгән һуҡмаҡ, һыу буйы ҡалмағандыр. Усман ауылындағы быуа ла, Етеҙ Танып та, Әр йылғаһы ла уға яҡшы таныш. ”Был йылға буйҙарында кеше аяғы баҫмаған бик матур урындар – ҡамышлыҡтар,туғайҙар бар. 8 - 16 километр алыҫлыҡҡа кәмәлә йөҙөп төшкән саҡтар булды”, – тип хәтерләй балыҡсы. Ул балыҡ ҡармаҡлау өсөн кәрәк-яраҡты интернет-магазиндарҙан яҙҙырып ала. Яратҡан шөғөлөнә йөрөү өсөн заманса мотоциклдары ла бар.
–Танып йылғаһында тотҡан суртаным 6,5 килограмм тәшкил итте. Ә быйылғы табышым ете кило тартты. Уныһы Йәнтимер быуаһында эләкте. Табышымды һатмайым, туғандарыма, дуҫтарыма таратам, – ти балыҡсы. – Ажау балығы эләкһә, мин уны кире һыуға ебәрәм, шундай ғәҙәтем бар. Быйыл ете килограмлыҡ суртанды ярға тартып сығарыу өсөн ҡырҡ минут кәрәк булды. Тештәренә эләгеп, ҡулымды яраланым. Иҫтә ҡалырлыҡ миҙгел булды.
Былтыр ул бер миҙгелдә 100 суртан тотҡан. Быйыл табыш аҙыраҡ булған. Тәжрибәле балыҡсы бының сәбәбен һыуҙың күп булыуы менән аңлата.
– Бөтә серҙәремде асып бөтһәм, һыу ятҡылыҡтарында эре суртандар ҡалмаҫ. Балыҡсыларға үҙҙәре теләге балыҡтарын ҡармаҡлап алып ҡайтһын өсөн түҙемлек һәм тәжрибә кәрәк, – ти Альберт Ҡолмөхәмәтов.
Фото: “Балтач таңнары” сайтынан.