Бөтә яңылыҡтар
Фольклориада
24 Ғинуар 2020, 15:04

Төпкөлдәрҙә асылыбыҙ һаҡлана

Быйыл республикала Бөтә донъя фольклориадаһы була.

Быйыл Башҡортостанда Бөтә донъя фольклориадаһы үтеүе тураһында гәзит уҡыусыларыбыҙ хәбәрҙар. Ошо уңайҙан фольклорсылар менән әңгәмәләр ойошторабыҙ. Тәүге ҡунаҡтарыбыҙ – филология фәндәре докторы Нәркәс Хөбөтдинова менән филология фәндәре кандидаты Гөлнар Юлдыбаева. Улар ойошторған фольклор экспедицияларының һөҙөмтәләре халҡыбыҙҙың төпкөлдәрҙә рухи байлыҡтары һаҡланыуы хаҡында һөйләй. Әйткәндәй, Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты тарафынан һуңғы йылдарҙа уҙғарылған ошо экспедициялар нигеҙендә китаптар нәшер ителде.


– Һуңғы арала фольклорсылар нимә менән шөғөлләнә?


Нәркәс Хөбөтдинова:

– Хәҙерге заманда гранттар систе­маһы эшләй. Ошо уңайҙан беҙ ҙә бүтән өлкәлә йәшәгән милләттәштәребеҙ менән ара­ларҙы нығытыу маҡсатында эш башланыҡ һәм Рәсәй Фундаменталь фәндәр тикшеренеү­ҙәр фонды грантын отоуға өлгәштек. Был эште Ҡазандағы коллегабыҙ Лилиә Мөхәмәтйә­нова менән бергәләп атҡарҙыҡ, сөнки гранттың маҡсаты мил­ләттәр, мәҙәниәттәр бәйлә­неш­тәрен өйрәнеү булды. Ул үҙенең экспедиция мәғлүмәттәре, Ҡа­зан архив­тарында һаҡланған дөйөм мираҫыбыҙ­ҙың өлгөләре менән уртаҡлашты. Беҙ, Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеүҙәр үҙәге “Почет Билдәһе” орденлы Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты ға­лимдары Әхәт Сәлихов, Гөлнар Юлдыбаева һәм мин, комплекслы экспедицияға сыҡтыҡ. Йәғни мин – боронғо әҙәбиәт (хикәйәттәр, хәтирәләр), Гөлнар Вилдан ҡыҙы – фольклор, Әхәт Ғөбәй улы археография – бо­ронғо яҙма китаптар һәм ҡулъ­яҙмалар буйынса мәғлүмәт тупланыҡ. 2018 йылда Ҡурған өлкәһендә булдыҡ, былтыр Пермь тарафтарына юлландыҡ. Ялан-ҡатай башҡорттары йә­шәй бит инде Ҡурған яғында.

Әлбиттә, уларҙың теле, һаҡлан­ған мираҫы Башҡортостан баш­ҡорт­тарына яҡын, унда заманында башҡорт телен дә уҡытҡандар.
Шуныһы ҡыуандырҙы һәм ҡыҙыҡ­һындырҙы: ҡәрҙәштә­ребеҙ күп кенә үҙенсәлекле рухи мираҫ өлгөләрен һаҡлай, тирә-яҡ тәбиғәтте образлы, фольклорса фекерләп, күҙәтеүен дауам итә. Мәҫәлән, Сафакүл ра­йонының Абултай ауылында информанттан халҡыбыҙҙа бил­дәле легенда һаналған Айҙағы Зөһрә ҡыҙ тураһында һораш­ҡайныҡ, ул ҡыҙыҡлы мәғлүмәт әйтеп һалды. Легенданың йөк­мәткеһен бәйән итеп, ахырын былай һөйләп бирҙе: “Ә һеҙ беләһегеҙме, Айҙағы Зөһрәнең һүрәте үҙгәргән бит!” Беҙ апты­рап ҡалдыҡ. Нисек инде үҙгәр­гән? “Бына иғтибар менән ҡара­ғыҙ әле тулған айға, унда хәҙер биҙрәләр юҡ”, – ти. Ха­лыҡ­та элеккесә мифик фекер­ләү һаҡ­ланған, ул ҡарашын күктән алмай. Бәлки, ысынлап та, күк йөҙөндә, Айҙа нин­дәйҙер атмос­фера үҙгәрештәре баралыр, ундағы таптар юғалып йәки күренмәй торалыр. Тимәк, ха­лыҡ тирә-яғын, донъяһын күҙә­тә, үҙенең әлеге тормошон шул мифик тарихтың дауамы тип иҫәпләй. Киләсәктә ошондай мәғлүмәт һаҡлаусыларҙың әйт­кәненә нығыраҡ иғтибар итергә кәрәк, тигән фекергә килдек. Халыҡта ошондай мифик фе­кер­ләү һаҡлана икән, донъяны боронғоса ҡабул итеү ҙә бар, йоласылыҡ дауам итә.
Гөлнар Юлдыбаева:

– Нәркәс Әхмәт ҡыҙы әйтеп үтеүенсә, былтыр беҙ Пермь крайының Барҙа, Уй райондарына комплекслы экспедиция ойошторҙоҡ. Тәүге көндән башлап Барҙа тыуған яҡты өйрәнеү музейы директоры Альберт Рәфил улы Мәхмүдов ҙур ярҙам күрһәтте. Иҫ китмәле бай кү­ңелле, Баш­ҡортостан тарафынан үҙенә яҡты мөнә­сәбәт көт­кән халыҡ йәшәй был төбәктә.
– Нисек йәшәй һуң ундағы башҡорт­тарыбыҙ?


Нәркәс Хөбөтдинова:

– Әлбиттә, барыһы ла ал да гөл түгел. Туған телде, рухи ҡим­мәттәрҙе, баш­ҡорт­лоҡто һаҡлау яғынан беҙгә унда күп эшләйһе бар. Халыҡ менән бит ай һайын, көн һайын тиерлек аралашып торорға кәрәк. Пермь крайы яҡын ғына торһа ла, мәҫәлән, Хәйбуллаға ҡара­ғанда яҡыныраҡ, Башҡорт­остан тарафынан иркәләнгән төбәк булманы. Бына һуңғы йылдарҙа милләттәштәребеҙҙең юлы төшә башлауы бик ҡыуан­дыра. Дәүләт кимәлендә ойош­то­ролған ҙур сара – Башҡортос­тан Мәғарифы һәм мәҙәниәте көндәре лә үтте бит инде.


– Тел йәһәтенән нимә тиҙәр?


Нәркәс Хөбөтдинова:

– 1924, 1925 йылғы инәйҙәр менән аралашыу бәхете тейҙе. Улар беҙгә: “Телебеҙ боҙолған инде ул, әммә беҙ башҡорт”, – ти.


– Һуң телдәре боҙолмаған бит, ә бары тик башҡорт теле­нең төньяҡ-көнбайыш диалекты һөйләше!


Гөлнар Юлдыбаева:

– Улар үҙҙәренең башҡорт­лоғон таный – шуныһы мөһим. Уҙған быуатта ла Пермь крайында ғилми экспедициялар эшләгән, беҙҙең институт фольк­лорсылары, телселәре, этнографтары әүҙем өйрәнгән, бик күп мәғлүмәт туп­лаған был яҡтарҙа. Төбәк халҡы асыҡ­тан-асыҡ: “Беҙ – Ғәйнә баш­ҡорттары, борондан бында йәшәйбеҙ!” – ти. Әммә ана шул тел үҙенсәлеге уларҙы ситләт­кән. Бөгөн диалекттар темаһы ыңғай яҡҡа үҙгәрә, халыҡ фекерен үҙ телендә, ата-бабалары аралашҡан һөйләштә еткерергә тейеш, шуға күрә уларға иғти­барыбыҙ тағы ла нығыраҡ ар­тырға тейеш.
Нәркәс Хөбөтдинова:

– Аңлылары, тарихты бел­гәндәре башҡортлоғон раҫлап, үҙ милләте булып теркәлә. Алда Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу эше тора, шуға күрә был мәсьәләгә күҙ йомоп ҡарамаһаҡ ине. Уларҙың бөгөнгөһөн түгел, ата-бабаһының кем булыуын белеү, асыҡлау зарур. Былтыр ноябрь айында уларҙа Ғәйнә башҡорт­тарының билдәле тарихи шәхестәренә, ғөмүмән, халыҡҡа арналған конференция ла булып үтте.


– Экспедицияларҙа тағы ла нимә күҙгә ташлана?


Гөлнар Юлдыбаева:

– Әлеге көндә халыҡ ижады дин менән үрелеп килә. Күп осраҡта оло быуын беҙҙең һорауҙарға яуап итеп аят, доға уҡый башлай. Был, бер яҡтан, әлбиттә, һәйбәт күренеш, әммә мифик фекерләү, шуға ярашлы һаҡланған боронғо ауыҙ-тел ижады ҡомартҡы­ла­рының юғалыуы ҡыҙғаныс. Ололар хәтерендә йолалар һаҡланған, әммә уны башҡарғанда ниндәй һамаҡтар барлығы онотолған, ни өсөн башҡарылған тигән һорауҙарға яуап, әбей-бабайҙар әйткән­сә, “Хоҙай ҡушҡан”ға ҡайтып ҡалған. Ҡурған өлкәһендә шундай ваҡиға булды: бер әбей беҙҙең ниндәй маҡсат менән йөрөгәнде белгәс, әйҙәгеҙ беҙгә, мин күп әкиәттәр беләм, тип алып инде, ләкин һөйләй башлайым тиһә, аят уҡып ала ла китә. Ул хатта үҙе лә аптырап китте. Шунан ул беҙгә: “Мин намаҙға баҫтым, балалар, зиһенемде, күрәһең, аят яулаған!” – тине.
Әлеге көндә күпселек осраҡта туй йолалары, ерләү ғөрөф-ғәҙәттәре, һына­мыштар, тыйыуҙар, йырҙар, таҡмаҡтар яҙып алына. Пермь крайының төпкөл ауылдарында иһә башҡорт халыҡ йолалары тотороҡло һаҡланған. Беҙгә был төбәктә һабантуй алдынан үткәрелгән “Һөрән һуғыу” йолаһы күренешен күрергә насип булды. Халыҡ был йоланы ихлас башҡара. Ауыл буйлап һәр өйгә инеп, йыр, таҡмаҡ менән ҡолғаға әйбер йыялар, шунда уҡ теләктәр әйтәләр, ә балаларға кәнфит, тәмле­кәстәр бирәләр. Һуңынан бүләктәрҙе һабантуй ярыштарында еңеүселәргә тараталар. Байрам барышында ҡатнашыу­сылар милли кейемдәрҙә йөрөй, был да – милли асыл сағылышы.


– Һуңғы йылдарҙа барған ҡулай­лаштырыу һөҙөмтәһе булараҡ, бөгөн ауыл клубтары менән китапханаларҙы бер­ләштереп бөттөләр бит инде.


Нәркәс Хөбөтдинова:

– Барҙала ла шул күренеш: клуб китапхана ла, мәҙәни үҙәк тә тиергә була. Альберт Рәфил улы, алдан хәстәрлек күреп, шунда фольклор, йәғни халыҡ ижады музыкаль-ижади төркөмгә йөрөгән инәйҙәрҙе саҡырғайны. Тәүҙә улар беҙгә ситләшеп ҡараны, сөнки тел үҙенсәлеге лә кәртә булып тора. Ха­лыҡҡа үҙ булыр өсөн улар­ҙың һөйләшен дә ҡулланырға кәрәк, шуға Альберт Рәфил улы башлап һөйләп ебәрә, аҙаҡ беҙ ҡушылабыҙ, шул рәүешле уртаҡ тел табып алдыҡ. Улар­ҙан сәхнәлә нимә күрһәтеүен һорашабыҙ, сөнки фольк­лорға йөрөгәс (инәйҙәр үҙҙәре был шөғөлдәрен “фольклорға йө­рөү” тип атай), улар халыҡ ижадын сағыл­ды­рырға тейеш булып сыға бит. “Бәләкәй саҡта ниндәй уйындар уйнаныҡ, нимә йырланыҡ, әсәйҙәребеҙ нимә йырланы, шуны алып сығабыҙ инде сәхнәгә!” – тиҙәр. Беҙгә тап шул кәрәк бит инде!
Гөлнар Юлдыбаева:

– Был төбәктең бейеүҙәре лә бик үҙенсәлекле. Бейегәндә береһе лә бер-береһенең хәрә­кәттәрен ҡабатламай. Мәҫәлән, бейей башлаған кеше тәү башта гармунсы ҡаршыһына барып баҫа, һуңынан түңәрәк урта­һында бейей, артабан инде икенсе кешегә барып баҫып, тыпырҙап уны бейеүгә саҡыра. Икенсеһе төшөп китә, тик ул бөтөнләй икенсе хәрәкәттәр менән бейей. Өсөнсөһө инде – йәнә башҡаса.
Нәркәс Хөбөтдинова:

– Эш мәлендә туй йолалары тура­һында әңгәмә – үҙе бер ҡыҙыҡлы күре­неш. Был яҡтар­ҙа ла борон ҡыҙҙарҙы урлап алып ҡайтыу киң таралған булған икән. Ҡыҙҙы урлап алып ҡайтҡас, улар башта муллаға бара. Мулла ҡыҙҙан “Риза булып бараһыңмы?” тип һорай. Мулла йәштәрҙең рөх­сәтен алғас, бата уҡый, йәғни ризалыҡ бирә. Был – никах түгел, ә бергә йәшәүгә рөхсәт. Бында йәштәр икеһе генә була. Шунан һуң ғына никахҡа керәләр, аҙаҡ – туй. Уныһы күпкә һуңғараҡ булыуы ла ихтимал.
Гөлнар Юлдыбаева:

– Пермь крайында һирәк осрай торған халыҡ ижады өлгө­ләре лә һаҡланған. Мәҫәлән, 6 апрель көнөн улар “Тын тыңлау көнө” тип атай икән. Элек бит кәртә-ҡура булмаған, йәштәр ҡараңғы төшкәс, кеше өйөнә бара ла тын тыңлай, йәғни эстә һөйләшкәнде тыңлай. Нимә ишетәләр, шуны киләсәккә юрайҙар. Быны күберәк һуғыш ваҡытында эшлә­гәндәр. Тыл­дағы ҡатын-ҡыҙҙар ошо рә­үешле ире ҡайтамы-юҡмы, хәле нисек һәм башҡа һорау­ҙарына яуап эҙләгән. Ә эстәге кеше әгәр тын тыңлағанды белеп ҡалһа, ҡайһы бер осраҡта махсус рәүештә нимәнелер ныҡ итеп һуғып, ҡаты тауыш сы­ғарған, тыңлап торған кешенең ҡолағы һаңғы­рау (ҡолаҡай булыу тиҙәр) булып ҡала яҙған хәлдәр ҙә булған. Шулай уҡ, кис еткәс, ҡыҙҙар утынлыҡҡа сығып, ҡарамай-нитмәй, берәр утын алған. Әгәр утын ҡалын, ботаҡлы булһа, тимәк, ире оло, әгәр ҙә инде шыма, таҙа, еңел утын эләкһә, ти­мәк, хәләле йәш булыр, тип юрағандар. Йәнә лә мунсала ла һынамыш яһайҙар: төнлөктән (стена буйында булған бит инде әүәле) ҡулда­рын сығаралар ҙа берәйһенең килеп тотҡанын көтөп торалар. Ҡулды тотҡан кешенең ҡулы ҡаты булһа – оло, йомшаҡ булһа, йәш кешегә кейәүгә сығасаҡтары тураһында һөйләй инде, йәнәһе.
Нәркәс Хөбөтдинова:

– Ғәйнәләрҙең һөйләше үҙен­сәлекле тип әйттек бит әле, бына шуның нигеҙендә һүҙлек тә төҙөп маташтыҡ. Мәҫәлән, улар “ҡолаҡай булып ҡалған” тип әйткәндә, кемдеңдер һаңғы­рау булып ҡалыуын аңлата. Ғөмүмән, был тарафҡа телсе­ләр, диалектологтар экспе­дицияға барырға тейеш. Һәр фән белгесе, үҙенең тармағынан сығып, унда мәғлүмәт туплай ала.
Гөлнар Юлдыбаева:

– Ғөмүмән, экспедицияға барғанда, беҙ тәүҙә урындағы халыҡтың телен өйрәнәбеҙ. Тәүге көн тел үҙенсәлегенә төшөнөү менән үтә. Ҡурған өлкәһендә лә шулай булды, сөнки төбәктәрҙә башҡорт теленең боронғо һөйләштәре һаҡланған. Бер нисә көндән һуң инде уларҙың һөйләшендә аралаша башлай­быҙ. Был – үҙенә күрә фәнни сәфәрҙәге мәғлүмәт туплауҙың бер юлы. Мәҫәлән, Пермдә оло йәштәге­ләрҙе аңлау күпкә еңелерәк булды, сөнки башҡорт теленең тарихи асылы һаҡланған, ә бына йәштәрҙең телен аңлауы ауы­рыраҡ. Ни өсөнмө? Сөнки һуң­ғылары татар телендә уҡыған һәм, хәҙерге көндә башҡорт һөйләше менән бергә ҡушы­лып, тел бөтөнләй аңлашыл­маған форма алған.


– Быуат менән быуат фольк­ло­ристикаһында айырма бармы?


Гөлнар Юлдыбаева:

– ХХ быуатта эшләгән фольклорсылар Кирәй Мәргән, Ниғмәт Шоңҡаров, Әхмәт Сө­ләймәнов, Фәнүзә Нәҙершина, Розалия Солтангәрәева, әл­биттә, оло быуындан күберәк, бай йөкмәткеле халыҡ ижады өлгөләре йыйған. Беҙҙең быуын фольклорсыларына меңәр юл­лыҡ эпик әҫәрҙәр, әллә нисәмә төндәр һөйләнелгән әкиәттәр, тарихи нигеҙле оҙон йырҙар килеп етмәне, ҡыҙғанысҡа ҡар­шы. Әммә әлеге көндә лә ифрат ҡы­ҙыҡлы мәғлүмәттәр яҙып алырға була. Шуны ла әйтеп китәйем, Башҡортостан район­дарында яҙып алынған халыҡ ижады өлгөләре менән күрше өлкәләр­ҙәге халыҡ ижадын сағыштырып өйрән­гәндә, фольклорҙың уларҙа тотороҡло һәм үҙгәрешһеҙ һаҡланыуы күҙәтелә.
Нәркәс Хөбөтдинова:

– Ә беҙҙә заманға яраҡлашып үҙгәр­гәнме, әммә йолалар үҙгәреш кисергән. Нимә ише­тергә теләһәң, шуны әйтәләр төҫлө. Йәнә лә хәҙер халыҡ ныҡ уҡы­мышлы, ҡулында – китап, шуға күрә баштағы, зиһендәге түгел, ә ҡайҙандыр уҡыған мәғлүмәтен еткерәләр.


– Йолаларҙа ниндәй айырмалар бар?


Гөлнар Юлдыбаева:

– Мәҫәлән, Ҡарға бутҡаһы менән Ямғыр теләүҙе Башҡорт­остандың күп райондарында бер үк йола итеп башҡа­ралар. Ә, нигеҙҙә, улар икеһе – ике күренеш. Күрше өлкәләрҙә был ике йола ла ныҡлы һаҡланған.
Пермь крайында ла, Ҡурған яҡта­рында ла миңә халыҡ араһында киң таралыш алған “Саҡ менән Суҡ” бәйетенең тулы варианттарын яҙып алырға насип итте. Был бәйет менән ҡыҙыҡһыныуым күптән килә, Рәсәй Фундаменталь тикшеренеүҙәр фонды гранты сиктәрендә был бәйет буйынса проект та әҙерләнем. Беҙҙең фольклор бүлеге аспиранты Гөлназ Сәлимйән ҡыҙы Ханова менән 600-ҙән ашыу бәйет тексын тупланыҡ. Һәм 2018 йылда “Башҡорт халыҡ бәйете “Саҡ менән Суҡ” китабы донъя күрҙе. Был китапта бәйеттең үҙенсәлекле текстары урын алды. Әҫәр халыҡ телендә йәшәһә лә, бөгөнгә тиклем уға арналған фәнни эш юҡ ине.
Нәркәс Хөбөтдинова:

– Беҙгә һәр бер бәйетте, варианттарын хатта китап итеп туплап нәшерләгәндә һис насар булмаҫ ине, сөнки улар барыһы ла башҡорт ерлегендә яралған.
Гөлнар Юлдыбаева:

– Экспедицияларҙа халыҡ менән осрашҡанда, эпостарҙы өйрәнгән белгес булараҡ, берәй генә эпик әҫәр, ҡобайыр, бәйет яҙып алып булмаҫмы тип һора­шам. Әммә әлеге көндә тулы йөкмәткеле, мең юлдарға һу­ҙылған эпостар яҙып алыу бәхете теймәне. Эпик ҡобайыр­ҙарҙың бары тик ҡайһы бер мотивтары, сюжеттары ғына һаҡланған. Ҡыҙға­ныс­ҡа ҡар­шы, эпостар ғына түгел, әкиәт­тәр ҙә һирәк яҙып алына. Мәғ­лүмәттәрҙе лә бик оҙаҡ әңгә­мәләшеп, тәрән төпкөлдән, зи­һен түрҙәренән сығарып ала­быҙ.
Стәрлебаш районында экспедицияла йөрөгәндә, бер апай “Урал батыр” әкиәтен һөйләне. Үҙенең милләтен татар тип таныштырһа ла, был апай әңгәмә барышында беҙгә баш­ҡорт фольклорын бәйән итте. Мин унан мәғлүмәтте кемдән алыуы тураһында һораштым. Баҡтиһәң, уға олатаһы һөй­ләгән икән, ә ул башҡорт булып сыҡты. Экспедицияларҙа “Ҡу­ҙый­күрпәс менән Маянһылыу”, “Заятү­ләк менән Һыуһылыу” кеүек эпик әҫәр­ҙәрҙе, бик тулы булмаһа ла, ишетергә тура ки­лә. Был табылған мәғлүмәттәр ҙә – беҙҙең өсөн бай хазина.
Ғилми сәфәрҙә мөмкин тиклем төпкөл ауылдарға барып етергә тырышабыҙ, ана унда мәғлүмәт һаҡланған. Йәнә лә ул ауылдарҙа шуға иғтибар итәм: китапхана нисек эшләй, гәзит-журнал­дарҙы алдыралармы? Дөрөҫөн әйткәндә, баш­ҡорт баҫмалары алыҫ ауыл­дарға барып етмәй. Китаптар менән дә шул уҡ хәл. Ҙур сараларға, ҙур ҡалаларға һәр башҡорттоң барып етә алмауы ла ихтимал, шуға күрә беҙҙең халыҡ йәшәгән һәр бәләкәй ауыл менән бәйләнеш булдырыу мөһим.
Нәркәс Хөбөтдинова:

– Ысынлап та, беҙҙең фәнни китаптар, фольклор йыйын­тыҡтары сит өлкә­ләргә барып етмәй. Ә ҡәрҙәш халыҡ­тар­ҙың китаптары тиҙ тарала. Ошо рәүешле уларҙың мәҙәни үҫеше күҙә­те­лә. Беҙ экспедицияларҙа, коллегам әйт­кәнсә, төпкөлдәргә барып етергә ты­ры­ша­быҙ, йәнә лә халыҡты бер урынға йы­йыу­ҙан бигерәк, уларҙың үҙҙәрендә, өй­ҙәрендә күрешәбеҙ. Беҙҙең халыҡ бик әҙәпле, оялсан, шуға күрә бай мәғлү­мәт­ле әбей уңайһыҙланып йортонда ҡа­лыуы ла ихтимал. Ә үҙҙәренең мөхи­тен­дә улар асыла, һөйләшә, фекер алыша.
Һөйләштәренә ҡарап, тың­лап, беҙгә милләттәштәребеҙҙе тупларға кәрәк. Мәҫәлән, 1926 йылға тиклем Пермь өлкәһендә бөтә ауылдар ҙа тиерлек баш­ҡорт булған. Әҙәби тел ҡабул ителгәс, шул уҡ халыҡ мил­ләтен үҙгәрткән. Тарихи ысын­барлыҡ, дөрөҫлөк тураһында оноторға ярамай.
Был хаҡта оло быуын вә­килдәре бик яҡшы аңлай, сығышын, тарихын яҡшы белә, урта һәм йәш быуын ваҡыт шауҡымына бирелгәнлектән, уларға асылдарына ҡайтырға ярҙам итергә кәрәк.
Читайте нас: