Фольклориада
31 Января 2020, 20:05

"Милли кейемем әлегә юҡ"

Радий Хәбиров еңел сәнәғәт форумы күргәҙмәһендә нимә тип белдерҙе?

Өфөлә «ЛегПром» еңел сәнәғәт тармағы йыйыны күргәҙмәһендә башҡорт милли костюмдары төрлөлөгө менән айырылып торҙо. Ошо йәһәттән республика Башлығы Радий Хәбиров үҙ ҡарашын белдерҙе.

"Бында милли костюмдар буйынса күп тәҡдим ишеттем, - тине ул. - Иҫегеҙгә төшөрәм, беҙ быға етди иғтибар бирәбеҙ. Тап шуға ла 16 апрелде үҙемдең указым менән Милли кейем көнө тип иғлан иттем. Ҡатынымдың башҡорт милли костюмы бар, минеке әлегә юҡ. Ғөмүмән, киләсәктә һеҙгә ниндәй күләмдә заказ буласағын күҙ алдына килтерәһегеҙҙер. Беҙ, ниндәй милләттән булыуыбыҙға бәйле, төрлө кейемдә буласаҡбыҙ. Был минең өсөн, моғайын, ҙур сәйәсәт һәм, дөйөм алғанда, беҙҙә йәшәгән барлыҡ халыҡтарҙың тарихын, мәҙәниәтен һаҡлау сараһы. Әммә быға иҡтисади яҡтан да ҙур әһәмиәт бирергә кәрәк. Һеҙгә ҙур рәхмәт! Уңыштар теләйем!"

Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы.

Читайте нас