Бөтә яңылыҡтар
Фольклориада
2 Февраль 2020, 12:15

“Әйләнә, орсоҡ әйләнә”

Алтынға күрше Баймаҡ районының Аҡморон һәм Сәйғәфәр ауылы ағинәйҙәре килде.

Быйыл Башҡортостанда үтәсәк IV Бөтә донъя фольклориадаға һәм Башҡорт теле йылына ярашлы, Сибай ҡалаһы Алтын ҡасабаһының “Тиҫтер” балалар, үҫмерҙәр һәм йәштәр клубы филиалы булған “Алтын” клубында “Әйләнә, орсоҡ әйләнә” тип аталған фольклор конкурсы үтте.
Унда күрше Баймаҡ районының Аҡморон һәм Сәйғәфәр ауылы ағинәйҙәре ҡатнашты. Был көндә, ысынлап та, һәр оҫтаның ҡулында орсоҡ әйләнде: йөн тетелде, сиратылды, иләнде. Һәр кем нимә бәйләүе хаҡында үҙ тәжрибәһе менән уртаҡлашты, халҡыбыҙҙың боронғо шөғөлө үҙенсәлектәрен күрһәтте. Сара матур йыр-моң, дәртле бейеүҙәр менән аралашып барҙы.
Конкурсты ойоштороусы Зилә Һаҡмарова белдереүенсә, бындай сараны былтыр ҙа уҙғарғандар. Унда Баймаҡ районынан Урғаҙа һәм Байыш ауылы оҫталары ҡатнашҡан. “Бындай сараларҙың төп маҡсаты - халҡыбыҙҙың элекке шөғөлдәрен тергеҙеү, йәш быуынға еткереү, район-ҡала бәйләнешен нығытыу, тәжрибә туплау, аралашыу. Был эште киләсәктә лә дауам итергә уйлайбыҙ”,- ти Зилә Сәлимйән ҡыҙы.
Командалар араһында үҙ-үҙе менән таныштырыу, йөн иләү, сиратыу, аяҡлау һәм йомғаҡлау ярыштары үтте. Баһалама ағзалары һәр оҫтаның эште күпме ваҡытта атҡарып сығыуына иғтибар итте, йомғаҡты нисек - ҡатымы, йомшаҡмы - йомарлауын тикшерҙе.
Беренсе урынды “Хазина” ансамбле (Сәйғәфәр ауылы) яулаһа, икенселә - “Алтын”дар, өсөнсөлә - Аҡморондан “Гөлнәзирә “ ансамбле.
Матур сараны тағы ла йәмләп, Насип Һаҡмаров гармунда өҙҙөрөп уйнаны, төрлө йырҙар башҡарҙы.
Фотолар "Тиҫтер" клубы сайтынан.
Читайте нас: