Милли башҡорт кейемендәге ҡатындарҙы урамда күрһәк, хәҙер һис аптырамайбыҙ, сөнки бынан бер нисә йыл элек ныҡлап тергеҙелә башлаған кейемдәр халыҡ араһында киң популярлыҡ яуланы. Бер ҡараһаң, йәмәғәтселектең был башланғысты күтәреп алыуы ғәжәп тә кеүек ине, сөнки йолалар онотола башлаған. Әммә “Урал” галереяһының халыҡ сәнғәте бүлеге мөдире Кәримә Кайдалова әйтеүенсә, был ғөрөф-ғәҙәтте тергеҙеү теләге халыҡтың күңелендә уянды, шуға ла тиҙ арала ҡатындарыбыҙ араһында популярлыҡ яуланы. “Селтәр” төркөмө тап “Урал” галереяһында ойоштороған күргәҙмә лә милли кейемдәребеҙгә арналды. Бөтә донъя фольклориадаһын ҡаршыларға торған Башҡортостанда бындай сара уҙыуы – тәбиғи күренеш. Сөнки халыҡ ижады – иң тәүҙе кейемдән башлана. Мәҡәл дә бит шулай ти: “Кейемеңә ҡарап ҡаршыларҙар, аҡылыңа ҡарап оҙатырҙар”.
Республика халыҡ ижады үҙәге директоры урынбаҫары Нәфисә Тулыбаева сараға тип республиканың ғына түгел, башҡорттар йәшәгән башҡа төбәк милләттәштәренә рәхмәт әйтте һәм артабан да уңыштар теләне. Иң әүҙемдәргә ул үҙәктең Рәхмәт хаттарын тапшырҙы.
Республика халыҡ ижады үҙәгенең фольклор буйынса баш белгесе Гөлгөнә Баймырҙина “Селтәр”ҙе ойоштороп, унда милләттәштәребеҙҙе йәлеп итеүсе. Уны – “Селтәр”һеҙ, “Селтәр”ҙе унһын күҙ алдына ла килтереп булмай.
Милли кейемде тергеҙеү эшен Башҡортостанда заманында егеттәребеҙ, “Любизар” 1-се башҡорт атлы полкы командиры, тарихы өйрәнгән милләттәшебеҙ Илдар Шәйәхмәтов башлап ебәргәйне. Был сарала ла ул үҙе лә, полктың башҡа ағзалары ла ҡатнашты. Ә Башҡортостандың халыҡ артисы Рафаиль Амантаев бейеп тә ебәрҙе!
Танылған рәссам Әмир Мәжитов ойошторолған күргәҙмә менән барыһын да тәбрикләне һәм был кейемдәрҙәге төҫтәр гаммаһына һоҡланыуын йәшермәне.
“Селтәр”ҙәрҙе юбилейы менән “Аҡ тирмә” ойошмаһы етәксеһе Рәйсә Күзбәкова ҡотлап, бер-беребеҙҙең милли эштәрен хуплап йәшәргә саҡырҙы. Ә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы исеменән Гөлназ Аҡназарова милли кейем менән тарих та тергеҙелеүенә ҙур иғтибар бүлде һәм барыһын да ошо матур күргәҙмә менән тәбрикләне.
“Башҡортостан ҡыҙы” журналының баш мөхәррире Гөлназ Ҡотоева баҫманың календарендә “Селтәр”ҙәр сығыуын әйтте һәм улар менән маҡсаттары бер булыуын еткерҙе.
“Селтәр” – бөгөн башҡорт рухын милли кейем аша таратыусы ойошма. Сулпыларын сыңлатып урамдан үткән ҡатынға ла, ҡыҙға ла күптәр әйләнеп ҡарай. Кем белә, бәлки шул мәл милли асылынан тайпылып йөрөгән берәй милләттәшебеҙҙең йөрәгенә инеп, ошо сың башҡортлоғон уятыр!?.