Фольклориада
26 Февраля 2020, 17:05

Иң яҡшы символды кем уйлап табыр?

"Башҡортостан" гәзитенең баш рәссамы, Журналистар союзы ағзаһы, Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң коммуникациялар хеҙмәткәре, Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Нәсих Хәлисов Халыҡ-ара кимәлдәге мөһим сараның символы ниндәй булырға тейеш тигән һорауға үҙ фекерен белдерҙе.

Башҡортостанда VI Бөтә донъя Фольклориадаһының иң яҡшы символына бәйге иғлан ителде. Ул был халыҡ-ара кимәлдәге сараның киңлеген һәм үҙенсәлеген сағылдырырға тейеш. Ул CIOFF®2020 символикаһы менән бер рәттән файҙаланыласаҡ.
Беҙҙең баҫманың баш рәссамы, Журналистар союзы ағзаһы, Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң коммуникациялар хеҙмәткәре, Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Нәсих Хәлисов Халыҡ-ара кимәлдәге мөһим сараның символы ниндәй булырға тейеш тигән һорауға үҙ фекерен белдерҙе.
“Фольклориада символы Башҡортостанды, уның тормошон, рухын, колоритын сағылдырырға тейеш. Беҙҙең республиканы “ҡояшлы Башҡортостан” тип йөрөтәләр, тимәк был символ да йылылыҡ сағылдырырға тейеш. Уның стиле заманса, төҫтәре сағыу булыуы ихтимал. Ниндәйҙер йәнлек булыуы мотлаҡ түгел, Башҡортостандың башҡа брендтары ла күп бит. Был символ нигеҙендә сувенирҙар эшләнәсәк, ҡунаҡтар уны аҙаҡ үҙ илдәренә алып ҡайтасаҡ. Тимәк, улар Башҡортостанды хәтерләтеп торорға тейеш,” – ти ул.
Нәсих Хәлисов белдереүенсә, ике егермеле Фольклориада эмблемаһы Рәсәйҙең дә, беҙҙең милли колоритты ла яҡшы сағылдыра. Ул юғары сифатлы башҡарылған. Шуға күрә символ да шундай уҡ уңышлы килеп сығырға тейеш.
Конкурсҡа эштәр 31 мартҡа тиклем ҡабул ителә. Еңеүсене 18 июлдә Өфөлә үтәсәк VI Бөтә донъя Фольклориадаһын асыу тантанаһына саҡырасаҡтар.
Эштәр һәм уға аннотация symbol@folkloriada2020.com. электрон адресына ҡабул ителә. Конкурстың шарттары менән https://folkloriada2020.com/competition.html сайтында танышырға мөмкин.
Читайте нас