Бөтә донъя фольклориадаһы уңайынан М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында сараны ойоштороусылар волонтерҙар менән осрашты. Унда вуздың тәрбиә эше департаменты директоры Михаил Курунов сығыш яһап, волонтерҙың төп эше туған яғын яратыуҙан башлана; әгәр һеҙ Башҡортостанды, Рәсәйҙе яратмайһығыҙ икән, был эшкә тотонмаһағыҙ ҙа була, тине. Фольклориаданы әҙерләү һәм үткәреү буйынса дирекцияның баш белгесе Лена Бакиева тотҡан телмәрендә ике аҙна дауамында республикала барасаҡ сара, ысын мәғәнәһендә, мәҙәни олимпиада булыуын һәм ул ваҡыт арауығында волонтерҙар ризыҡ, һыу, бәйләнеш һәм экипировка менән тәьмин ителәсәген әйтте. Волонтерҙар яҡын арала уҡытыу ҙа үтәсәк, дәрестәрҙә ҡатнашыу мотлаҡ. Һәр волонтерға 35 кеше менән эшләү тураһында ла хәбәр ителде. Сараға Надежда Бабкина кеүек сәхнә йондоҙҙары килеүе лә көтөлә. "Мәҙәниәт волонтерҙары" йәмәғәт ойошмаһы волонтерҙар ассоциацияһы үҙәгенең төбәк координаторы Лира Волкова элекке риүәйәтте иҫкә төшөрөп, бөтә халыҡтар байрамлы булғанда, башҡорт юлда үҙ байрамын өләшеп бөткәс, Аллаһ Тәғәләгә мөрәжәғәт итеүе һәм Хоҙай уға ҡунаҡ саҡырырға ҡушыуын һөйләне. "Беләһегеҙме, беҙгә күпме ҡунаҡ киләсәк? Һәр береһе илебеҙ тураһында яҡшы фекерҙә ҡайтырға тейеш. Йәнә лә волонтерҙар телдәрҙе яҡшы белеүен ғәмәли яҡтан йәнә бер тапҡыр һынап ҡараясаҡ", - тине. Волонтерҙар хәрәкәтенең бүлек мөдире Тимур Ғәҙелшин үҙ сығышында күптәрҙе таныуын белдерҙе, бергә берҙәм эшләргә саҡырҙы. Артабан ойоштороусылар һорауҙарға яуап бирҙе. Автор фотолары. Лариса Абдуллина.