Фольклориада
3 Марта 2020, 13:30

Бишек йыры ҡурай һәм ҡумыҙға ҡушылып

VI Бөтә донъя Фольклориадаһына балалар баҡсаһынан алып әҙерләнәләр.

“Бишек йыры – халҡым мираҫы” ҡала конкурсы йәй үтәсәк VI Бөтә донъя Фольклориадаһына арналған һәм уға әҙерлек сиктәрендә ойошторолған. Бөгөн баш ҡалабыҙҙың балалар баҡсаларында был бәйгенең тәүге этабы башланды.
166-сы башҡорт балалар баҡсаһы халҡыбыҙҙың мәҙәниәтен сағылдырған рухлы сараларҙың береһенән дә ситтә ҡалмай. Бөгөн дә бында бишек йырҙары бәйгеһе лайыҡлы ойошторолдо.
Һәр төркөм ентекле әҙерләнгән, балалар менән бер рәттән әсәйҙәр ҙә сығыш яһаны.
Азалия Баймырҙина етәкселегендәге “Тамсыҡайҙар” төркөмө бишек йырын ҡурай көйө аҫтында башҡарып ҡына ҡалманы, ҡыҙҙар үҙҙәре ҡумыҙҙа ла уйнаны. Уларҙың тырышлыҡтары, бәйгегә ижади ҡараштары тейешенсә баһаланды – “Ҡурсағыма бишек йыры” номинацияһында 1 урын бирелде.
“Бишек йыры – халҡым мираҫы” бәйгеһенең киләһе этабы район, аҙаҡ ҡала кимәлендә уҙғарыласаҡ.
Фото: Азалия Баймырҙинаның шәхси архивынан
Читайте нас