CIOFF фольклориадаһының ойоштороу комитеты тарафынан сувенир продукцияға конкурс иғлан ителде. Унда ҡатнашыу өсөн сувенир продукция етештереүсе төрлө компаниялар һәм айырым оҫталар саҡырыла.
Конкурсҡа Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең мәҙәниәтен, тарихын һәм этникаһын сағылдырған үҙенсәлекле юғары ижади кимәлдәге сувенир изделиелар ҡабул ителә. Ярышҡа төрлө материалдан, төрлө жанрҙа һәм техника ысулы менән эшләнгән сувенир тәҡдим ителә ала. Һөҙөмтәләр 2020 йылдың 31 мартында яһала. Еңеүселәр дипломдар һәм 18 июлдә Өфөлә Фольклориаданы асыу тантанаһына махсус саҡырыу менән бүләкләнәсәк.
Конкурсҡа ғаризалар һәм эштәр 25 февралдән 20 мартҡа тиклем ҡабул ителә. Түбәндәге https://folkloriada2020.com/parrainage/suvenirnaya-produkcziya.html адрес буйынса фольклориада сайтына инеп, конкурс талаптары менән танышырға була. Әйткәндәй, Республика Башлығы Радий Хәбиров та был конкурсҡа саҡырып, “Бәйләнештә” социаль селтәрендәге сәхифәһендә яҙып сыҡҡайны. “Был бик яуаплы эш, сөнки символға ҡарап, Башҡортостан хаҡында фекер йөрөтәсәктәр, һәм артабан беҙ был символды үҙебеҙҙә таратыу сараһын күрәсәкбеҙ”, – ти ул сувенир изделиелар менән бергә республика йөҙө булырлыҡ символ уйлап табыусыларға мөрәжәғәт итеп.
Бөгөн конкурс комиссияһына илленән ашыу эш тәҡдим ителгән дә инде.