Фольклориада
16 Марта 2020, 15:30

“Мартисорул” фольклор ансамблен көтәбеҙ

Ул Бөтә донъя фольклориадаһында сығыш яһаясаҡ. Репетуарында – үҙенсәлекле румын халыҡ бейеүҙәре һәм йырҙары.

Бөтә донъя фольклориадаһында Румыниянан “Мартисорул” фольклор ансамбле сығыш яһаясаҡ.
Алтмыш йылдан ашыу ижад итеү осоронда был төркөм үҙ илендә генә түгел, сит тарафтарҙа ла танылыу яулаған. Уларҙың репертуарында – үҙенсәлекле румын халыҡ бейеүҙәре һәм йырҙары.
Румыния – Европаның иң күркәм илдәренең береһе. Легендалар һәм әкиәттәр, бейек тауҙар һәм тәрән күлдәр, осһоҙ-ҡырыйһыҙ урмандар һәм яғымлы диңгеҙ – былар барыһы ла Румыния. Уның бай урта быуаттар мираҫы бар – иҫ киткес матур һарайҙар, боронғо сиркәүҙәр, хозур ҡалалар һәм ауылдар. Дәүләттең иң төп тәбиғи ҡомартҡыһы – ул бөтә ил буйлап һуҙылған Карпат тауҙары. Баш ҡалалағы Бухарест элек-электән мәҙәни байлығы һәм иҫтәлекле урындары менән дан тота.
Фото: zen.yandex.ru
Читайте нас