22 мартта Ҡурған өлкәһенең Халыҡ ижады һәм кино үҙәге хеҙмәткәрҙәре Әлмән районына экспедиция менән сыҡты. Был төбәктә милләттәштәребеҙ күпләп йәшәй, шуға күрә Бөтә донъя фольклориадаһы алдынан тағы бер тапҡыр башҡорт халыҡ йырҙарын яҙып, йолалар тураһында һөйләшеү – тәғәйен бурыс.
Проекттың авторы, ойоштороусыһы һәм менеджеры – Ҡурған өлкәһенең Халыҡ ижады һәм кино үҙәгенең Сафакүл районындағы төрки халыҡтары мәҙәниәте бүлеге мөдире Зинфира Закурдаева.
Экспедиция барышында Мир ауылында йәшәгән башҡорт халыҡ йырҙарын башҡарыусы Райхана Ғәзизованан, Шәрип ауылындағы “Бәхет” башҡорт фольклор коллективы етәксеһе, башҡорт фольклорын һаҡлаусы Камилә Хәмзинанан мәғлүмәти материал һәм йырҙар яҙҙырып алынған. Шулай уҡ башҡорт туйы барышы, ҡыҙ оҙатыу, сеңләү, башҡорт балалар уйындары, йыр фольклорынан видеоматериал эшләнгән.
Быйыл Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығы Рәсәйҙә киң билдәләнәсәк. Ошо уңайҙан сараны ойоштороусыларҙың иғтибарын Шәрип музейындағы фронттан килгән башҡорт телендәге хаттар йәлеп иткән. 1943 йылғы яҙмаларҙы урындағы “Замандаш” гәзитендә һәм “Аҡбуҙат” әҙәби клубы йыйынтығында баҫып сығарырға ниәтләйҙәр. Әйткәндәй, ул хаттарҙы “Башҡортостан” гәзите лә көтөп ҡала. Беҙҙең баҫма уҡыусыларына ла улар ҡыҙыҡлы булыр.
Зинфира Закурдаева фотолары.