Корея Республикаһы – “таңғы сафлыҡ иле”. Корея ярымутрауының көньяғында, Азияның төньяҡ-көнсығышында урынлашҡан матур, сәскә атҡан үҙенсәлекле илде, ғәҙәттә, шулай атайҙар. Уның ярҙарын Тымыҡ океан акваторияһына ҡараған Һары, Япон һәм Көньяҡ (Корея боғаҙы) диңгеҙҙәре йыуа.
Был үҙенсәлекле мәҙәниәтле, йолаларға, тарихи һәм тәбиғи ҡомартҡыларға бай, быуаттар һуҙымында булдырылған үҙенсәлекле менталитетлы ил. Нимәһе ҡыҙыҡ, унда заман технологиялары күп быуатлыҡ азия традициялары менән бергә үрелеп үҫешкән.
Көньяҡ Кореяның бай мәҙәни һәм тарихи мираҫы тәбиғәт ҡомартҡылары менән бергә һаҡланған. Кореяла боронғо будда монастырҙары, батша һарайҙары, скульптура һәйкәлдәре, ҡорамдар, ҡәлғәләр урынлашҡан һәм уларҙың күпселеге ЮНЕСКО тарафынан Бөтә донъя мираҫы объекттары исемлегенә индерелгән.
Бөтә донъя фольклориадаһында был ил исеменән CIOFF® халыҡ бейеүҙәре коллективы сығыш яһаясаҡ. Коллективтың сағыу бейеүҙәре быуындан-быуынға тапшырыла килгән корея халҡының фольклорын сағылдырасаҡ.