Фестивалдә халыҡ-ара ҡатнашыусылар Өфөгә 2 июлдә килеп, уның ябылыу тантанаһынан һуң 11 июлдә ҡайтып китәсәк, тип планлаштырыла.
Мәғлүм булыуынса, Бөтә донъя фольклориадаһы дүрт йыл һайын үткәрелә. Тиҫтәләрсә илдән фольклор коллективтары бейеүҙәре, музыкаһы, кәсептәре һәм халыҡ уйындары ярҙамында йолалары менән уртаҡлаша. VI Фольклориада Башҡортостанда быйыл июлдең икенсе яртыһында үтергә тейеш ине, әммә коронавирус пандемияһына бәйле ул, башҡа байтаҡ күләмле халыҡ-ара форумдар кеүек үк, 2021 йылға күсерелде.