Фольклориада
30 Сентябрь 2020, 17:00

"40 уҡ" йәнә сәпкә тейҙе!

Белорет районы Аҙналы ауылында үткән турнир еңеүсеһе Гүзәлиә Хәлилованы әсәй булыуы менән ҡотлап, иң изге теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ.

Белорет районының Аҙналы ауылы эргәһендә икенсе тапҡыр Мырҙағол батыр исемендәге “40 уҡ” турниры уҙҙы. Сарала Белорет, Учалы, Әбйәлил, Бөрйән, Баймаҡ, Хәйбулла райондарынан, Белорет, Учалы, Магнитогорск һәм Өфө ҡалаларынан 54 мәргән бәйге тотто.
Уларҙы Башҡортостан мәҙәниәт министры урынбаҫары Ранис Алтынбаев тәбрикләне. Мәргәндәр алдында 40 метрҙан сәпкә тейеү бурысы тора ине. Улар биш тапҡыр һигеҙешәр уҡ атты. Һуңынан һөҙөмтәләр буйынса һигеҙ кеше финалға һайлап алынды. Улар иһә артабан үҙ-ара көс һынашты.
Ҡатын-ҡыҙ араһында беренселекте – Әбйәлилдән Гүзәлиә Хәлилова, икенсене – Учалынан Динә Вәлиева, өсөнсө урынды шулай уҡ Учалы районынан Лиана Ихсанова алды. Ир-егеттәрҙән иһә Бөрйәндән Дим Юлбирҙин еңеүгә өлгәште, икенсе баҫҡысты уның яҡташы Салауат Юлбирҙин, өсөнсө урынды Өфө ҡалаһынан Юлай Ғәлиуллин яуланы. Балаларға килгәндә, Учалы районынан Батыр Хәйретдинов – беренсе, Әбйәлилдән Арсен Ғөбәйҙуллин – икенсе, Баймаҡ районынан Ирхан Ғүмәров өсөнсө урынды алды.
Бәйгелә ҡатнашыусылар сараны ойошторған Илнур Әхмәтшинға һәм Нуриман Хәйруллинға рәхмәт белдерҙе.
Бәйге 27 сентябрҙә уҙһа, уның еңеүсеһе Гүзәлиә Хәлилова ярыштан ҡайтҡас, 28 сентябрҙә, бәпәй тапҡан. Сабый ҙа әсәһе кеүек ҡыйыу йөрәкле, илһөйәр булып үҫһен, тип теләйбеҙ.
Фото: "Бәйләнештә".
Читайте нас