Илебеҙ Халыҡтар берҙәмлеге көнөн билдәләргә йыйына. Әле ошо байрамға бағышланған “MISS INTERNATIONAL UFA-2020” республика матурлыҡ һәм татыулыҡ этник конкурсы бара.
Башҡортостан Халыҡтар дуҫлығы йортондағы Йәштәр советы етәксеһе – проекттың авторы Земфира Рәшитова был йәһәттән фекере менән уртаҡлашты.
"Төрлө милләт вәкилдәре араһында дуҫтарым бик күп. Барыһы ла үҙенсәлекле, улар менән аралашҡан һайын үҙең өсөн төрлө яңылыҡтар асаһың. Ерле халыҡтар сит илдән килгән студенттарҙан ситләшә – был телдәрҙе белеп етмәүгә бәйле. Үҙ-ара дуҫлыҡты нығытыуға өлөш индереү маҡсатында өс йыл рәттән башҡорт йәштәре менән ошо проектты тормошҡа ашырабыҙ. 2018–2019 йылдарҙа ул ҙур уңыш ҡаҙанды, халыҡтар араһында ҡыҙыҡһыныу уятты. Быйыл ошо сараны "Тамыр" телеканалы менән яңы онлайн форматта уҙғарабыҙ. Беренсе сығарылыш 4 ноябрҙә БЮТ каналында эфирға сыға.
Фото Земфира Рәшитованың шәхси архивынан.