– “Темәс” башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәге был оло байрамды, илдәге пандемияға бәйле, онлайн форматта уҙғара. Бөгөн кис усаҡ яҡтыһында ошо айҡанлы өс салют буласаҡ. Уның беренсеһендә уҡҡа петарда ҡуйып, күккә сойорғотасаҡтар, икенсеһендә “Өфө” пехота полкы хәрби-тарихи клубы исеменән пистолеттан “атыу” буласаҡ, өсөнсөһөндә башҡорттарҙың яуҙағы иң яҡын дуҫтары булған казактар исеменән мушкет макетынан “атыу” ойошторабыҙ.