Фольклориада
16 Ноябрь 2020, 20:30

Аҙналыла ҡаҙ өмәләре бара

Сираттағы байрамды ауылдағы уңған ғаиләләрҙең береһе - Гөлнара менән Әхәт Мөхәмәтйәновтар ойошторҙо.

Быйыл ҡыш иртәләне, ноябрь уртаһында уҡ урыны менән хатта 25 градусҡа тиклем һыуытты. Ауылдарҙа һуғым һуйыу, ҡаҙ өмәләре башланды.
Ошо көндәрҙә Белорет районының Аҙналы ауылында ла матур ҡаҙ өмәһе үтте. Уны урындағы өлгөлө, тырыш, ҡош-ҡортто күпләп тотҡан ғаиләләрҙең береһе - Гөлнара менән Әхәт Мөхәмәтйәновтар ойошторҙо.
Йыр-моңға ғашиҡ Мөхәмәтйәновтар ауылда үткәрелгән бер мәҙәни саранан да ситтә ҡалмай, йәмәғәт эштәрендә лә әүҙем. Әхәт Мырҙабай улы депутат итеп тә һайланды. Аҙналылар Гөлнара килендәренең уңғанлығына ла һоҡланып бөтә алмай. Ул, ҡала ҡыҙы булһа ла, ауыл эштәренә бик оҫта, ғәжәп егәрле.
Был ҡаҙ өмәһендә уңған хужабикәләр Вәсилә Ғарифуллина, Айһылыу Суфиянова, Фәймә Мостафина, Әхәт Мырҙабай улының әсәһе Әфримә Мөхәмәтйәнова, Фәйлә Муллағәләмова ҡатнашты. Араларынан оҫталар матур йырҙар башҡарып, күңелдәрҙе күтәрҙе, байрамға йәм өҫтәне.
"Өмә бик күңелле үтте. Унда балалар ҙа ҡатнашып, ҡыҙыҡһынып өйрәнде. Йоланың асылы хаҡында һораштылар. Әфримә инәй уларға матур итеп аңлатты. Урам буйлап үткәндә гармунға ҡушылып бейегәндәр ҙә булды, тик маҡтау, изге теләктәр, йылы һүҙҙәр ишеттек. Беҙ бала саҡта ҡаҙ өмәһе гел үткәрелә торғайны. Шул күңелле ваҡытҡа ҡайтҡандай булдыҡ. Аҙналыла ҡош-ҡорт көткәндәр күп. Мәҫәлән, Клара Ғәлимова, Светлана Ғәлимова, Зөһрә Ғәбитова, Ғәлиә Ҡаһирова апайҙар йыл да кәртә тултырып аҫрай. Ауыл халҡы бик әүҙем, һәр сарала дәррәү ҡатнаша. Барыһына ла ҙур рәхмәт", – тине Аҙналы ауылы клубы мөдире Гөлшан Ғәйфуллина.
Фото: "Бәйләнештә".
Читайте нас