Фольклориада
20 Ноябрь 2020, 18:30

Сибайҙар ҡашмау эшләргә өйрәнә

"Алтын ҡуллы Сибай һылыуҡайы" исемен кем яулар?

Һуңғы йылдарҙа халыҡтың боронғо кейемдәргә, биҙәүестәргә ҡыҙыҡһыныуы артты. Селтәр-ҡашмау таҡҡан, стилләштерелгән милли кейемдәге башҡорт һылыуҙарын хәҙер мәҙәни сараларҙа ғына түгел, көндәлек тормошта ла осратырға мөмкин.
Милли кейемгә ҡарата иғтибар һәм ихтирамды арттырыу, биҙәүестәргә заманса төҫ биреү, уларҙы дөрөҫ эшләргә өйрәтеү маҡсатында Сибай ҡалаһының Ял һәм халыҡ мәҙәниәте үҙәге белгесе, "Оҫтабикә" клубы, "Ете ҡыҙ" матурлыҡ һәм һынлы сәнғәт студияһы етәксеһе Минзилә Ғәйнуллина ҡашмау яһау серҙәренә төшөндөрҙө. Сарала пандемияға бәйле барлыҡ һаҡланыу саралары күҙәтелде. Шулай уҡ теләге булғандар Минзилә Ғәйнуллинаның оҫталыҡ дәресе менән видеояҙма аша таныша ала.
"Студент сағымда әле үҙем етәкселек иткән "Ете ҡыҙ" матурлыҡ студияһында шөғөлләнгәйнем, - ти Минзилә Ғәйнуллина. - Ул ваҡытта етәксе Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, сәсәниә Асия Ғәйнуллина ине. Бөгөн мин - уның килене, бейемемдән өйрәнгәндәрҙе дауам итәм. 2014 йылда Сибайҙа үткән "Һылыуҡай" матурлыҡ конкурсында өсөнсө урын алдым. Күптән түгел беҙҙә шөғөлләнгән Шәүрә Яхина "Һылыуҡай-2020" республика бәйгеһендә финалға үтте. Яҙ "Алтын ҡуллы Сибай һылыуҡайы" конкурсы үткәрергә уйлайбыҙ, унда ҡатнашыусылар үҙҙәрен төрлө яҡтан күрһәтергә тейеш. Үҙ ҡулдары менән милли биҙәүестәр, ҡашмау, селтәр яһауға айырым иғтибар биреләсәк. Шуға күрә был тәңгәлдә эште башланыҡ та инде".
Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының милли биҙәүестәрен, селтәр-ҡашмауҙарын эшләргә өйрәнеү Башҡортостанда үтәсәк Бөтә донъя фольклориадаһына ярашлы ойошторола.
Фото: Минзилә Ғәйнуллина.
Читайте нас