Милли кейем көнө алдынан Тәтешле районында милли кейемдәрҙе күрһәтеү буйынса ҙур сара ойошторолдо. Унда ҡатнашҡан йәш моделдәр үҙҙәрен подиумда һынап ҡараны. Сарала ҡатнашыусылар профессиональ мода күрһәтеүселәр түгел, әммә улар был дефелела ҡатнашыуҙан ҡәнәғәт ҡалды.
Удмурт тарихи-мәҙәни үҙәге был үҙенсәлекле һәм ҡыҙыҡлы сарала әүҙем ҡатнашҡан Ҡәлмиәр мәктәбе уҡыусыларына, удмурт ҡатын-ҡыҙҙары клубына һәм “Инвожо” ансамбленә рәхмәтле. Әйтергә кәрәк, улар милли кейемдәрҙең колоритын һәм матурлығын күрһәтеүгә тос өлөш индерҙе. “Ойдолэ яратоме но гажаломе удмурт калыкмылэсь культуразэ но чебересь дӥськутъёссэ!” – тип яҙа хеҙмәткәрҙәре.