Фольклориада
20 Апрель 2021, 09:38

Һөнәрсенең бәхете – өйрәнсеге булыуҙа

Йәйғорҙай балҡыны балаҫтар.

Камил Вәлиев исемендәге Сибай сәнғәт колледжында Балаҫ һуғыусыларҙың туҡыу сәнғәте буйынса I асыҡ форумы ойошторолдо. Ул VI Бөтә донъя фольклориадаһына әҙерлек сиктәрендә үткәрелде, сара өс көн дауам итте. Унда Бөрө, Салауат, Баймаҡ, Сибай ҡалаларынан, Архангел, Мәләүез, Йылайыр, Хәйбулла, Әбйәлил, Баймаҡ, Ейәнсура райондарынан 50-гә яҡын вәкил ҡатнашты.



Һөнәрселәр һәм өйрәнсектәр майҙанға сыҡты


Йыйынды ойоштороусыларҙың береһе – “Урал батыр” сәсәндәр мәктәбе етәксеһе, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, “Рәсәй күңеле” премияһы лауреаты, сәсәниә Асия Ғәйнуллина белдереүенсә, һәр төбәк электән үҙенең туҡыу сәнғәте һәм балаҫ һуғыусылары менән дан тотҡан. Бөгөн республикала был сәнғәт төрө бер яҡлы ғына үҫеш ала, һәр райондың балаҫ һуғыусылары, туҡыусылары үҙ йүнәлешендә эшләй.
Тәүге форумдың төп маҡсаты – республиканың иң оҫта туҡыусыларын бер майҙанға йыйып, уларҙың эштәре менән танышыу, оҫталыҡ дәрестәре алыу, йәш быуынға өйрәтеү һәм Башҡортостанда туҡыу (балаҫ һуғыу) мәктәбен булдырып, уны Рәсәй кимәлендә юғары сәнғәт өлгөһө итеп танытыу.
Балаҫ һуғыу – халҡыбыҙҙың боронғо шөғөлдәренең береһе. Элек-электән инәй-өләсәйҙәр махсус ҡорамалдарҙа һарыҡ йөнөнән балаҫ һуҡҡан, ул кейәүгә оҙатылған ҡыҙҙың бирнәһендә иң ҡиммәтле һәм зиннәтле хазина һаналған. Сит төбәккә килен булып төшкән ҡыҙҙың ҡорамалары араһында аллы-гөллө, аҫалы балаҫтың нисек һуғылыуына, төҫтәрҙең балҡышына ҡарап, оҫталар уның ҡайһы ерҙән килгәненә, ниндәй һыуҙы эсеп үҫкәненә тиклем әйтеп биргән, сөнки улар һәр төбәккә генә хас үҙенсәлекле, тормош ҡотон һаҡлар матур әйберҙәр булған, уны һуҡҡан оҫталарҙың даны ауылдан-ауылға таралған.
Балаҫ ебе, быуындарҙы-быуынға бәйләп, бөгөнгә тиклем килеп еткән. Бала саҡтан был шөғөлдө белеп, нисек башҡарылыуын күреп үҫтем. Маһира өләсәйем ауылда иң оҫта буй балаҫ һуғыусыларҙың береһе ине. Уның эш өлгөләрен бергә беркетеп йәйгәндә, нисә саҡрымға һуҙылыр ине, күҙ алдына килтереүе лә ҡыйын.
Өләсәйемдең ҡул йылыһы, күңел нурҙары һалынған йәйғор төҫтәрендә балҡыған буй балаҫтар әле дүрт ейәнсәрендә бик ҡәҙерләп һаҡлана. Шуғалыр ҙа халҡыбыҙҙың боронғо шөғөлдәренә бәйле төрлө конкурстар, форумдар, фестивалдәр ойошторолһа, һәр саҡ барырға тырышам, өләсәйле бала сағыма йәнә бер тапҡыр әйләнеп ҡайтам. Бәләкәйҙән күреп үҫкән, күңелгә шул тиклем яҡын шөғөлдөң нес­кәлектәрен үҙемсә ҡайтанан асам, уның юғары сәнғәт өлгөһө булыуына һоҡланам.
Камил Вәлиев исемендәге Сибай сәнғәт колледжында туҡыу сәнғәте буйынса форумды уҡыу йорто директоры Замир Йәнтүрин, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, колледждың этносәнғәт ижады бүлеге етәксеһе Асия Ғәйнуллина, ҡала хакимиәтенең мәҙәниәт идаралығы начальнигы урынбаҫары Гөлгөнә Теләүшина, Бөрө ҡалаһының “Ебәк юл” халыҡ туҡыусылар үҙәге етәксеһе Роза Ғарифуллина асты.
Халҡыбыҙҙың боронғо кәсептәренең тергеҙелеүе, уларҙы йәш быуынға еткереү, инәй-өләсәйҙәребеҙҙең милли шөғөлдәренең онотолмауы, заман талабына ярашлы кимәлгә күтәрелеүе, юғары сәнғәт өлгөһөнә әйләнеүе ҡыуандыра. Иң мөһиме – онотола барған шөғөлдө тергеҙеүселәрҙең, уны республикала ғына түгел, хатта Рәсәйҙә танытырға теләүселәрҙең дә байтаҡ булыуы шатландыра.
Быйыл Башҡортостанда үтәсәк VI Бөтә донъя фольклориадаһы алдынан Сибайҙа беренсе форумдың ойошторолоуы юҡҡа түгел. Сит илдән килгән ҡунаҡтарҙы, тап ошо аҫалы һәм буй балаҫтарҙы йәйеп, үҙебеҙ һуҡҡан ашъяулыҡтарҙы түшәп, унда халҡыбыҙҙың милли аш-һыуын, төрлө ризыҡтарын ҡуйып ҡаршылау фарыз. Өршәк-Дим буйҙарының мең төҫтә балҡыған аҫалы, Урал аръяғының буй балаҫтары менән сит ил ҡунаҡтарын ҡаршыларға тәҡдим итә йыйынды ойоштороусылар ҙа. Йәнә шуны ла билдәләйек: өс көн барған сарала 18 метр балаҫ һуғылған.

Колледждың этносәнғәт ижады бүлеге студенттары етәкселәре, форумды үткәрер алдынан Асия Ғәйнуллина менән Бөрө ҡалаһына һәм Архангел районына барып, туҡыу һәм балаҫ һуғыу оҫталарында махсус дәрестәр алған, станоктарҙа эшләү серҙәренә төшөнгән. Бөрө ҡалаһынан килгән туҡыу һәм ҡалын шәл йәки һуҡма шәл оҫтаһы Роза Ғарифуллина белдереүенсә, Сибай студенттары ҙур теләк менән шөғөлләнгән: һуғыу станоктары янына беренсе тапҡыр ултырыуҙарына ҡарамаҫтан, ептәр менән бик оҫта эш иткәндәр, ҡыҙҙар ҡалын, һуҡма шәл эшләү нескәлектәренә төшөнгән.
Әйткәндәй, филология фәндәре кандидаты Роза Вәкил ҡыҙының оҫталыҡ дәресе бик мауыҡтырғыс булыуы менән хайран итте. Бөрө ҡалаһының тарих музейы янында ул үҙ көсө менән “Ебәк юл” халыҡ туҡыу үҙәген булдырған, йылдар буйы халыҡ һәм художестволы туҡыу серҙәрен үҙләштергән. Уның кәзә дебетенән эшләнгән ҡалын шәлдәре республикала ғына түгел, Рәсәйҙә лә киң билдәле. Пермь, Чебоксар ҡалаларында үткән төрлө фестивалдәрҙә ҡатнашып, бихисап алдынғы урындар яулаған оҫтаның даны әллә ҡайҙарға таралған. Белгәндәрен башҡаларға өйрәтеп, мәктәп булдырыуы, өйрәнсектәренең байтаҡ булыуы менән хаҡлы ғорурлана ала ул.
Бөрө ҡалаһынан шулай уҡ туҡыу сәнғәте буйынса оҙаҡ йылдар шөғөлләнгән йәнә бер оҫта Клара Фәтхетдинованың дә әйтер һүҙҙәре, уртаҡлашыр тәжрибәһе күп ине.
Буй балаҫ һуғыу кәсебен тергеҙгән


Архангел районының Орловка ауылындағы “Мозаика” халыҡ клубы етәксеһе Фәнисә Гольцованы республикала балаҫ һуғыу шөғөлөн ҡайтанан тергеҙеүсе тип йөрөтөүҙәре юҡҡа түгел. “Ауыл музейына әйберҙәр йыя башлағас, иҫке генә туҡыу станогына юлыҡтыҡ. Уның нисек эшләгәнен дә белмәйем. Ауылыбыҙҙа йәшәгән Мария Ивановна янына барып, был эшкә өйрәтеүен һораным. Уға 83 йәш ине. Ул станокта нисек эшләргә кәрәклеген күрһәтеп бирҙе. Аҙаҡ үҙем яйлап өйрәндем, тәүҙә бәләкәй станокта балаҫ һуғып ҡараным, аҙаҡ ҙурына күстем. Ирем Алексей Гольцов туҡыу станоктары эшләй, ғаилә менән шөғөлләнәбеҙ. Тәүҙәрәк кемдер кәсебемә көлөп кенә ҡараһа, кемдер аптыраһа, хәҙер иһә өйрәнергә теләүселәр күбәйә бара. Әле буҫтау, тула баҫыу менән ҡыҙыҡһынам. Камиллыҡтың юҡтыр сиктәре, тигәндәй, туҡыусылыҡ сәнғәтенең бар йүнәлештәрендә лә үҙемде һынап ҡарайым”, – ти Фәнисә Фәрит ҡыҙы.
Форумда ҡатнашыусылар Архангел оҫтаһының милли биҙәктәр менән эшләнгән ҡатын-ҡыҙ сумкаһын, киндер, буҫтауҙан яһалған биштәрен, салфеткаларын, төрлө әйберҙәр һаҡлау өсөн махсус тегелгән һауыттарын күреп һоҡланды, үҙҙәре лә һөнәрсенең эшен дауам итеү теләге менән янды.
Сибай ҡалаһының Балалар һынлы сәнғәт мәктәбе педагогы Диана Йәнтилина өҫтәмә белем биреү учреждениеһында уҡыусыларҙы туҡыу серҙәренә өйрәтеү буйынса эш алымдары тураһында сығыш яһаны. Тимәк, был йүнәлештә балалар араһында ла эш башланған, уны дауам итергә генә кәрәк.
Күп райондарҙа туҡыусылыҡ йүнәле­шендәге эштәр кемдеңдер башланғысы йәки уның теләгенән сығып ҡына башҡарыла. Мәҫәлән, Әбйәлил районы­ның Ишҡол ауылы китапханасыһы Руфина Ирғәлина форумға үҙ ихтыяры менән килгән. “Балаҫ һуғырға теләгем бик ҙур. Китапханала туҡыусылыҡ мәктәбен асырға уйлайым, шуға күрә оҫталыҡ дәрестәре алырға килдем. Йыйын бик оҡшаны, үҙем өсөн күп фә­һемле кәңәштәр алдым, ысын оҫта­лар менән аралашып, уларҙың тәжри­бәһен өйрәнеүемә һөйөнәм”, – тине ул.
Йылайыр районының Юлдыбай ауылынан Миләүшә Моратова сараға әхирәттәрен дә алып килгән.

– Беҙҙең яҡта буй балаҫ һәм турпыша һуҡҡандар. Ошо шөғөлдө тергеҙеү теләгем ҙур булғанға күрә, улым менән ирем кер киптереү өсөн тәғәйенләнгән әйберҙән балаҫ һуғыу өсөн ҡорамал эшләп бирҙе. Унда бер аҙ шөғөлләнеп алғас, 2017 йылда махсус станоктар алып ҡайттым. Минең эште күреп, район ағинәйҙәре лә ҡыҙыҡһына башланы. Хәҙер Матрай, Ҡашҡар, Һултантимер, Яманһаҙ ауылдарында өсәр станок бар. Уларға барып, оҫталыҡ дәрестәре үткәреп ҡайтам. Райондан дүрт кеше форумда балаҫ һуғыуҙың бик күп серҙәрен үҙләштерҙек. Ойоштороу­сыларға һәм оҫталыҡ дәрестәрен биреүселәргә рәхмәт, – ти Миләүшә Моратова.
Ейәнсура районының Иҫәнғол ауылынан Әлиә Ямғурова ла уның феке­ренә ҡушылды. Ул Балалар ижады үҙәгендә педагог булып эшләй, әле кескәйҙәргә балаҫ һуғыу серҙәрен өйрәтә.
Шыныһы ҡыҙыҡмы, әллә ҡыҙғаныс­мы, сара Сибайҙа үтеүгә ҡарамаҫтан, күргәҙмәгә ҡуйылған эштәр араһында Салауат ҡалаһынан Гөлнара Йәнешева­ның аҫалы балаҫтары янында берҙән-бер буй балаҫ урын алғайны.
Миәкә районының Ереклекүл ауылында тыуып үҫкән Гөлнара Фәтих ҡыҙы 12 йәшенән инәһенә балаҫ һуғыуҙа ярҙамлашып үҫә. Мәктәп йылдарында үҙенә тәғәйенләнгән бирнәлек буй балаҫты ла үҙе һуғып ала. Ә Өршәк-Дим буйы оҫталарының үҙенсәлекле балаҫтары республикабыҙҙа киң танылған. Маһир балаҫ һуғыусылар төбәгендә үҫкән кеше булараҡ, Гөлнара Йәнешева бөгөн дә туҡыусылыҡ эшен бар күңелен һалып башҡара.
– Ошо кәсеп менән шөғөлләнгәнем булмаһа ла, балаҫ һуғыу станогына ҡағылыу менән, бармаҡтарым үҙенән-үҙе ептәрҙе барлай башланы, күңелдә дәрт-осҡон ҡабынды, йөрәк тибеше йышайҙы, – тип хәтергә ала Гөлнара ханым тәүге тапҡыр станокка тотонған сағын.

Әйткәндәй, уның тамырҙары дан­лыҡ­лы Шәғәле Шаҡманға, Тамъян ырыуы башлығына барып тоташа. Бер туған ағаһы Фәнис Йәнешев – билдәле яҙыусы һәм журналист.
Гөлнара ханым менән бергә Салауат ҡалаһынан килгән Валентина Ивдиен­коның төрлө билбауҙары ла сифатлы һәм матур булыуы менән һоҡландырҙы.
Балаҫты ирҙәр ҙә һуға


Быға үҙ күҙҙәре менән инанды форумда ҡатнашыусылар. Ҡырмыҫҡалы районының Иҫке Ҡыйышҡы ауылынан ирле-ҡатынлы Таңһылыу Байегетова менән Марат Сөләймәнов ошондай сараларҙа һәр саҡ ҡатнаша. Ир-аттың оҫта ҡулдары тиҙ арала һуғыу станогын көйләп, төрлө ептәрҙе кәрәкле итеп теҙеп ҡуйҙы, ә Таңһылыу ханым, ҡулына тарағын алып, балаҫты һуға ла башланы. Еңеүселәр араһында икеһенең дә призлы урын алыуы ла юҡҡа түгел. “Балаҫ һуғыуҙы ҡатын-ҡыҙ эше тип ҡарамайым, баштараҡ ҡатыныма станокты яйлап биреп, ептәрҙе теҙергә ярҙам иттем, артабан үҙем дә ҡыҙыҡһынып киттем. Республикала ойошторолған төрлө ҡул эштәре һәм кәсепселеккә бәйле конкурстарҙа даими ҡатнашабыҙ, алдынғы урындар ҙа яулайбыҙ”, – тине Марат Фәрит улы.
Оҫталыҡ быуындан-быуынға тапшырыла барырға тейеш. Форумға оҫталар ғына килһә, уларҙың эшен дауам итеүселәр, бигерәк тә йәштәр булмаһа, сара төп маҡсатына өлгәшмәгән булыр ине. Сибайҙа үткәрелгәне һөнәрселәр янында өйрәнсектәрҙең булыуы менән бигерәк тә әһәмиәтле булды.
Ярышта ҡатнашыусылар өс көн рәттән балаҫ һуғыу станоктарында тиҙлеккә һәм сифатҡа һынау тотто, туҡыу, маһирҙар теләгәндәргә оҫталыҡ дәрестәре күрһәтте. Төрлө станоктар бай күргәҙмәлә урын алды. Теләгәндәр уларҙа һуҡма шәл, аҫалы балаҫ, буҫта, тула һуғып ҡараны. Һөнәрселәр янындағы өйрәнсектәр, йәғни колледждың этносәнғәт ижады бүлеге студенттарының да ошо шөғөлгә ихлас ылығыуы маҡтауға лайыҡ.
Студенттар оҫталыҡ дәрестәрен үҙләштереп кенә ҡалманы, үҙҙәренең һәләтен төрлө ярыштарҙа ла һынап ҡараны. Мәҫәлән, этносәнғәт ижады бүлегенең өсөнсө курс студенты Айһылыу Кәримова менән дүртенсе курстан Рәйфә Баракова кәзә дебетенән һуҡма шәл әҙерләне, беренсе курс студенттары Рүзилә Яйыҡбаева, Эльвира Ғәбдрәшитова һәм Гөлфиә Бикбаева, балаҫ һуғыу станогы янына баҫып, милли кәсепкә өйрәнде.
Ысынлап та, үҫмер ҡыҙҙарҙың балаҫҡа ҡыҙыҡһыныуын арттырыу – мөһим ғәмәл, сөнки улар – быуаттарҙы ялғаған балаҫ ептәрен киләһе быуынға еткереүселәр ҙә. Әгәр өләсәһе милли шөғөлдө – ҡыҙына, ә ул – ейәнсәренә, артабан бүләсәренә, тыуасарына тапшыра икән, тимәк, халҡыбыҙҙың туҡыу сәнғәте юғалып ҡалмаясаҡ. Балаҫтар, заман талаптарына яраҡлаштырылып, бер аҙ үҙгәреш кисерергә мөмкин, әммә ул көнкүреш кәрәк-ярағына ғына түгел, юғары сәнғәт өлгөһө дәрәжәһенә күтәреләсәк. Ә бының өсөн ошондай йыйындарҙың йыш ойошторолоуы кәрәк.
Сарала ҡатнашыусылар киләсәктә туҡыу сәнғәтен үҫтереү маҡсатында резолюция ҡабул итте. Унда яҙылғанса, был эште мәктәп балаларына хеҙмәт дәрестәрендә, түңәрәктәрҙә өйрәтеүҙән алып юғары уҡыу йорттарына тиклем дауам итеү бурысы ҡуйылды. Шул сағында ғына халҡыбыҙҙың матур милли шөғөл-кәсептәре Рәсәй һәм донъя кимәленә сығасаҡ, республиканың туҡыу сәнғәте үҫешәсәк, балаҫ һуғыусыларҙың эшенә ихтыяж артасаҡ. Ә ихтыяж бар ерҙә тауарҙы етештереү – мөһим шарттарҙың береһе.
Форум барышында туҡыу, балаҫ һуғыу маһирҙары ҡыҙыҡһы­ныусы­ларҙың һорауҙарына яуап та бирҙе. Сарала ҡатнашҡан иң етеҙ, тилбер ҡуллы оҫталар төрлө номинацияларҙа билдәләнде, уларға иҫтәлекле бүләктәр һәм дипломдар тапшырылды. Шулай уҡ һуғыу станоктарын эшләгән оҫталар ҙа билдәләнде. Балаҫ һуғыусыларҙың тәүге асыҡ форумы оҫталарҙың һәм өйрәнсектәрҙең күңеленә дәрт өҫтәне, рух күтәренкелеге бирҙе.


Сибай ҡалаһы.
Читайте нас