Өфөләге тәүге мәҙәниәт форумы – "АРТ-Ҡоролтай"ҙың пленар ултырышы тамамланды. Унда республика Башлығы Радий Хәбиров, РФ Федераль Йыйылышы Федерация Советының фән, мәғариф һәм мәҙәниәт буйынса комитеты рәйесе Лилиә Ғүмәрова, РФ мәҙәниәт министры урынбаҫары Ольга Ярилова, РФ Дәүләт Думаһының мәҙәниәт буйынса комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары Ольга Казакова, SIOFF президенты Филипп Боссан сығыш яһаны.
Республика Башлығы үҙенең сығышында: "Бөгөн беҙ бик матур йолаға нигеҙ һалабыҙ: Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән, башҡа илдәрҙән йыл да ошолай бергә йыйылып мәҙәниәт өлкәһендә артабан ниндәй йүнәлештә эшләү, уны халыҡҡа яҡыныраҡ итеү өсөн тағы ла ниҙәр башҡарыу тураһында һөйләшеү", – тип билдәләне. Сығышынан һуң республика етәксеһе бер төркөм мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренә маҡтаулы исемдәр тапшырҙы. Улар араһында БР Милли йәштәр театры актрисаһы Гөлшат Ғайсина менән Стәрлетамаҡ башҡорт драма театры актеры Фаил Әхмәтйәнов та бар. Улар хәҙер - Башҡортостандың халыҡ артисы.
Рәсәйҙең мәҙәниәт министры урынбаҫары Ольга Ярилова: "Башҡортостандың мәҙәниәт өлкәһе күп яҡлы. Бында ул ҙур ярҙам ала, йылдам үҫешә", – тип әйтеп үтте. Ул шулай уҡ республикала тарихҡа, тамырҙарға ҡарата йылы мөнәсәбәттең, ҡыҙыҡһыныу булыуының иғтибарға лайыҡ икәнлеген билдәләне. О. Ярилова ла, Рәсәй Дәүләт Думаһының мәҙәниәт буйынса комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары Ольга Казакова ла Башҡортостандың мәҙәниәт өлкәһендәге уңыштарын барлап китте, башҡа төбәктәрҙе лә унан өлгө алырға саҡырҙы.
Филипп Боссан бөгөнгө пандемия шарттарында VI Бөтә донъя фольклориадаһын үткәреүгә һалған тырышлыҡ өсөн республика һәм ил етәкселегенә оло рәхмәт белдерҙе. Сығышын ул: "Бергәләп бейейек, музыка ҡоралдарында уйнайыҡ, йырлайыҡ, бергәләп донъяны яҡшыртайыҡ!" – тигән һүҙҙәр менән тамамланы.
Пленар ултырыштан һуң Фольклориада башланыуға ҡалған 50 көнгә кире иҫәпте башлаған арт-объект асылды. Ул башҡорт милли кейемендәге матрешка һыны рәүешендә эшләнгән.