3 – 10 июлдә Башҡортостанда уҙғарылған VI Бөтә донъя фольклориадаһында күренекле серб режиссеры һәм музыканты Эмир Кустурица ҡатнаша. Музыкант мәҙәни форумды ябыу тантанаһында “The No Smoking Orchestr” фолк-рок-төркөмөндә сығыш яһай.
Мәғлүм булыуынса, фестиваль 10 июлдә “Торатау” конгресс-холы амфитеатрында эшен тамамлай. Сара “Ғүмер ағасы. Быуындарға мөрәжәғәт” театрлаштырылған прологы менән башлана, артабан уны Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ һәм Халыҡтар дуҫлығы орденлы М.Е. Пятницкий исемендәге дәүләт академия рус халыҡ хоры сығышы дауам итә.
Программала рәсми кешеләрҙең сығышы, Фольклориада флагын төшөрөү һәм уны VII Бөтә донъя фольклориадаһы хужаһы булған илгә тапшырыу планлаштырыла.