Фольклориада
7 Июнь 2021, 12:00

Фольклориадаға бар Рәсәйҙән ирекмәндәр килә

Кандидаттар онлайн тәртиптә тест һәм өлкән кәңәшселәре менән әңгәмә аша һайлап алына.

Мобиллек программаһына ярашлы, VI Бөтә донъя фольклориадаһына бөтә илдән 30 ирекмән килеп эшләйәсәк. Ҙур сарала 18 йәштән өлкән, инглиз телен белгән Рәсәй гражданы ирекмән булараҡ ҡатнаша ала. Кандидаттар онлайн тәртиптә тест һәм өлкән кәңәшселәре менән әңгәмә аша һайлап алына.
Мобиллек программаһы – Ирекмәндәр үҙәктәре ассоциацияһының ирекмәндәрҙе Рәсәй кимәлендә үткән һәм халыҡ-ара ҙур ваҡиғаларҙа, белем үҫтереү сараларында ҡатнашырға йәлеп итеү проекты.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, VI Бөтә донъя фольклориадаһы Башҡортостанда 3 июлдән алып 10-ына тиклем үтә. Фестивалдә 48 илдән килгән ике меңләп кеше ҡатнашыр тип көтөлә.
Читайте нас