Бөтә донъя фольклориадаһына һанаулы ғына көндәр ҡалды. Ҙур сараның ирекмәндәре коронавирус инфекцияһы таралыуға юл ҡуймау маҡсатында вакцина яһатыу эшен йәйелдергән.
Ирекмәндәр тәүге тапҡыр прививканы үткән айҙа ҡаҙата башланы, был эш бөгөн дә дауам итә.
Өфөлә һәм республиканың башҡа район-ҡалаларында Бөтә донъя фольклориадаһына әҙерлек һәм уны уҙғарыу сиктәрендә санитар-гигиеник, эпидемияға ҡаршы саралар даими уҙып тора.